Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
(Булған хәл)

Нураниә йәй һайын ауылға олатайҙарына ҡунаҡҡа ҡайта. Ҡунаҡҡа тигәс тә, ҡул ҡаушырып, ял итеп кенә ятмай ул, олоғайған олатаһы менән өләсәһенә ярҙам итә. Бесән сабырға булмаһа ла, йыйышырға йөрөй. Ярата Нураниә ошо ваҡытты: үлән еҫе танауҙы ҡытыҡлай, бер генә минутҡа ла тынмай ҡоштар һайрай...

Олаталарының бесәнлеген Ҡарағас тип йөрөтәләр, сөнки урман уртаһындағы ҙур булмаған аҡланда бик ҡарт мөһабәт бер ағас үҫә. Уның оҙонлоғо, олононоң йыуанлығы аптыратты Нураниәне. Бейеклеге өс ҡатлы йорт тиклем, йыуанлығы өс-дүрт кеше ҡосағы булалыр. Ҡыҙ олононоң йыуанлығын үҙе үлсәп ҡараны. Ҡарағастың төбөнөң эсе ҡыуыш. Эсенә, ел-ямғырҙан ҡасып бер нисә кеше һыйырлыҡ. Ҡыуыш эстән өҫкә табан тарайып, өс-дүрт метр самаһы бейеклектә булалыр. Бына һиңә мөғжизә! Әйтерһең дә, тәбиғәт урман кейектәре өсөн ҡыштың ыжғыр бурандарынан, сатлама һыуыҡтарынан, көҙҙөң әсе елдәренән, һалҡын ямғырҙарынан ышыҡланыу өсөн әҙер ҡыуыш эшләп ҡуйған. Ҡарағасҡа ағас баҫҡыс һөйәп ҡуйылған, ләкин ул сереп бөткән тиерлек, төртһәң, ҡойолоп төшәсәк.
— Был солоҡ ҡарағасы, ҡыҙым. Күрәһеңме, өҫтә ағастың тишеге бар, ана шул солоҡ була ла инде. Ҡырағай бал ҡорттары шунда бал йыя торғайны. Мин малай саҡта был тирәлә бер нисә солоҡ ағасы бар ине. Хәҙер ҡарағас бер үҙе генә ҡалды, ваҡыт тигәнең бер нәмәне лә йәлләмәй шул. Иҫемдә, беҙ һуғышҡа тиклем олатайым, атайым менән ошонда бал алырға килә торғайныҡ. Үҫә төшкәс, үҙем дә өйрәнеп алдым был кәсепкә. Балы үҙебеҙгә лә етә торғайны, һатырға ла ҡала ине. Рәхмәт инде был ағасҡа, — тип олатаһы ҡарағасты, устары менән кешене арҡаһынан һөйгәндәй, яратып ҡуйҙы. — Тик хәҙер ҡартайылды шул, ағас башына менеүе ауыр. Солоҡто ҡараусы булмағас, бал ҡорттары ла килмәй башланы, — тип көрһөнөп ҡуйҙы олатаһы.
Ә ҡарағас бирешергә уйламай әле. Иҫәпһеҙ ел-дауылдарҙы, йәшен-ямғырҙарҙы, сатлама һыуыҡтарҙы, йәйге эҫеләрҙе күп күрҙе ул үҙенең өс быуаттан ашыу ғүмерендә. Ботаҡтарын болоттарға терәп тиерлек, күкрәк киреп, урманды йәмләп торасаҡ әле ул...
Быйыл тағы ашҡынып ҡайтты Нураниә ауылға. Бесән йыйырға барғанда, теге ҡарағасты фотоға төшөрөп класташтарына күрһәтергә тип, фотоаппарат та һалып алды. Тик ҡырға сыҡҡас, ни күрһен: ҡарағас ҡара янып, ҡап уртаһынан һынып төшкән, урынында ҡотһоҙ булып янғындан ҡалған яртыһы һерәйеп ултыра.
— Олатай, нимә булған ҡарағасҡа, әллә йәшен атҡанмы? — тип һораны Нураниә, шундай матур, мөһабәт ағастың юҡ булыуына бошоноп. Ҡарағас ауғас, аҡландың да йәме юҡ һымаҡ тойолдо уға.
— Юҡ, ҡыҙым, йәшен түгел, кеше етте уның башына, — тине олатаһы.
Өйгә ҡайтҡас, өләсәһе Нураниәгә ҡарағасты кемдең юҡ итеүен һөйләп бирҙе.
Көҙөн ауылдаштары — Әмир исемле ир һунарға сыға. Бәхетһеҙлеккә, юлы тап ошо урын аша үтә. Аҡлан ситендә һунарсы шәшке күреп ҡала. Кейек, һунарсынан ҡасып, ҡарағас ҡыуышына инеп йәшеренә. Һунарсы нисек тә булһа йәнлекте унан сығарырға маташып ҡарай, ләкин шәшке ҡыуыштың өҫкө яғына менә. Ахырҙа һунарсы, кейекте төтөн менән ҡыуып сығармаҡ булып, ҡыуыш эсенә усаҡ яға ла үҙе алдына сығып һағалап тора. Күпмелер ваҡыт үтә, әммә йәнлек күренмәй. Ҡыуышы эсенә яғылған уттан ҡарағас тоҡанып яна башлай. Һунарсы быны күрә, ләкин һүндермәй, һаман да кейекте һағалауын белә. Әммә йәнлек ағас ҡыуышынан сыҡмай, шунда тонсоғоп үлә, меҫкенкәй. Янып торған ағасты ҡалдырып, һунарсы юлын артабан дауам итә.
Үҙ ғүмерендә күпте күргән мөһабәт ҡарағас, шатыр-шотор килеп, ауыр ыңғырашып ергә ауа. Урман тетрәп китә. Ағастар өнһөҙ ҡала. Яуҙа яраланып ауған баһадирҙы хәтерләтә был күренеш...
Был кеше колхозда малсы булып эшләгән, хужалыҡ тарҡалғас, эшһеҙ ҡалып, эсергә әүәҫләнгән. Ошо хәлдән һуң Әмирҙең тормошо кирегә тәгәрәй. Иренең эсеүенән тамам биҙрәгән ҡатыны балаларын алып сығып китә. Күрше ауылда көтөүсе булып эшкә ялланған Әмирҙе ҡырҙа ниндәйҙер кешеләр һыу эскеһеҙ итеп туҡмай. Өфөлә айҙан ашыу дауаханалар ятҡас, табиптар уны өйөнә ҡайтара. Күп тә үтмәй, яҡты донъя менән хушлаша Әмир.
— Типһә тимер өҙөрлөк ир ине лә бит, әрәм булды. Ҡарағастың ҡарғышы төштө уға, тип һөйләнде ҡарттар ауылда. Ағас та бит тере йән, бик рәнйегәндер шул. Шулай, ҡыҙым, был донъяла һәр ҡылығыңа яуап бирергә тура килә, — тип тамамланы һүҙен өләсәһе.

Уралиә ХӘСӘНОВА,
Х класс уҡыусыһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 062

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 426

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 957

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 862

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 609

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 216

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 440

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504