Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡарағайлы буйында
Ҡарағайлы буйындаБашҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәзинә Ғәлина “Башҡортостан” гәзитен, шулай уҡ башҡа гәзит-журналды алдыра. Беҙ, өлкән класс уҡыусылары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетында төпләнеп барған ошо гәзитте яратып уҡыйбыҙ, көтөп алабыҙ. Бигерәк тә уның төҫлө, бай мәғлүмәтле булыуы оҡшай, үҙенә йәлеп итеп тора. Гәзит иғлан иткән “Башҡортостан – ғәзиз ерем!” тип аталған конкурсҡа ижади эшемде тәҡдим итәм. Был әкиәттә тыуған ауылымдағы Ҡарағайлы йылғаһы тураһында һүҙ бара. Оло быуын кешеләренең әйтеүҙәренә ҡарағанда, борон ул бик тәрән, балыҡҡа бай булған. Ләкин кешеләрҙең тәбиғәткә битарафлығы арҡаһында хәҙерге көндә йылғаның яҙмышы аяныслы хәлдә. Шуға ла халыҡ ижадының ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булған жанры әкиәткә таянып, кешеләргә тәбиғәт менән берлектә килешеп, уға ярҙам итеп йәшәргә кәрәклекте әйтергә теләйем.

Ҡарағайлы буйында

Әкиәт

Борон-борон заманда аҡ ҡайынлы урманда йәшәгән, ти, Ҡарағай ағасы. Ул шул тиклем бейек һәм матур булған. Ҡоштар уның мәңге йәшел ботаҡтарына ҡунып, йәмле донъяға дан йырлаған, ә йәнлектәр Ҡарағайҙың эргәһен төйәк иткән. Ағас юғарынан ҡарап тәбиғәткә һоҡланып бөтә алмаған.
– Тиҙҙән йәш үҫентеләрем дә урман булып шаулар, үҙемә иш булырҙар, – тип эстән генә ҡыуанған. Шулай көн артынан көн үткән.
Бер ваҡыт ағастар бер-бер артлы йығыла башлаған.
– Был ни хәл?! Кемдер ҡырҡа түгелме ағастарҙы? – Шунан ул бер кешене күреп ҡалған, ти.
– Туҡта, кешем, ни эшлә үең был? – тигән Ҡарағай, сайыр йәштәрен түгеп. – Зинһар өсөн йыҡма инде ағастарҙы! Ағас булғанда ғына ерҙә тереклек бар бит. Һин шуны аңлайһыңмы?!
Кеше:
– Ғәфү ит мине, Ҡарағай. Мин булмаһам, башҡалар ҡырҡасаҡ... Беҙгә лә йәшәргә кәрәк бит, – тип өндәшкән, ти.
Егеттең әйткән һүҙҙәренән һуң Ҡарағай оҙаҡ уйланып торған да ошолай тип әйткән:
– Эй, егет! Улай булғас, кешеләргә үтенесем бар. Әгәр ҙә бер төп ағасты ҡырҡһағыҙ, уның урынына ун төп ултыртығыҙ. Шул саҡта ғына рөхсәт бирәм.
Шул көндән башлап был егет ҡырҡылған һәр ағас урынына күпләп үҫентеләр ултырта башлаған, ти. Йылдар үтеүгә Ҡарағайҙың өс улы ла буйға еткән. Мөһабәт ағас улдарына ҡарап һоҡланған, ҡыуанысының иге-сиге булмаған.
Шулай урман үҫеп, буйға етеүгә, шишмә урғылып сыҡҡан. Көндән-көн ул киңәйә барған. Һыу булғас, урман тормошо тағы ла йәнләнеп киткән, ти. Ҡоштарҙың һайрауы күңелгә йәм өҫтәгән, йәнлектәр шишмә һыуын эсергә йыйылған. Күбәләктәр уйнауы күҙҙең яуын алып торған.
Бер заман был матур төбәкте кешеләр ҙә белеп ҡалған, ти. Йәй улар тәбиғәткә ял итергә сыҡҡанда, ошо һыуҙан сәй ҡайнатып эскәндәр. Шишмә ҙур йылғаға әйләнгәс, кешеләр унда һыу инеп, хатта аттарын йөҙҙөргәндәр. Яйлап был тирәгә халыҡ күсеп килә башлаған. Урмандың матурлығына һоҡланып, йылғаға Ҡарағайлы тип исем биргәндәр.
Ҡарағай ошондай күренештәрҙе күреп маһайып үҫә биргән, ти. Әммә берҙән-бер көндө балта тауышын ишетеп ҡалған. Был ҡурҡыныс тауыш иртәгәһенә лә, унан һуң да йыш килә башлаған. Ошонда ял иткән кешеләр үҙҙәре үк урманды юҡҡа сығара икән. Ҡарағай, ылыҫлы ботаҡтарын тирә-яҡҡа йәйеп, ялбарыулы тауыш менән:
– Эй, кешеләр, һеҙ бит минең йөрәгемә балта саптығыҙ! Ни өсөн үҙегеҙ йәшәгән төйәкте үҙ ҡулдарығыҙ менән ҡоротаһығыҙ?! Еребеҙҙең ҡото ошо урман, ошо шишмә бит. Ни өсөн шуны аңламайһығыҙ?! – тигән, ти. Тик кешеләр Ҡарағайҙың өгөт-нәсихәтенә ҡолаҡ та һалмаған. Күпме ағас кәрәк, шунса ҡырҡа биргәндәр. Урман көндән-көн һирәгәйгән.
Был аяныслы хәлде күреп, Ҡарағай сиргә һабышҡан, ти. Ул уландарын саҡырып алған да ошо һүҙҙәрҙе әйткән:
– Уландарым, күрәһегеҙме, кешеләр килгәс, еребеҙҙең ҡото китте. Ағастар кәмегәс, йәнлектәр ҡасып бөттө. Ҡоштар осоп китте. Тиҙҙән йылғабыҙ ҡорор... Ҡәҙерле уландарым, һеҙгә васыят ҡалдырам. Беренсе улым Шишмәбей, һин шишмәне терелт. Икенсе улым Урманбай, һин урманды ҡотҡар. Ә кинйә улым Йәшелхан, һин донъяға ҡот ҡайтар.
Ошо һүҙҙәрҙе әйтеү менән, ҡарт Ҡарағай мәңгелек йоҡоға талған, ти. Атаһының изге һүҙҙәре уландарына көс биргәндәй була. Шишмәбей, Урманбай, Йәшелхан үҙҙәренең тылсымы менән тәбиғәткә ҡот ҡайтарған. Шишмә сылтырап аға башлаған. Урман шаулап, ҡоштар моңона күмелгән. Йәшелхан донъяны йәшеллеккә күмгән, ти. Ошо хәлде күргән кешеләр башҡа бер ваҡытта ла тәбиғәткә яуызлыҡ килтермәгән. Әле булһа был ауыл кешеләре Ҡарағайлы йылғаһы буйында шат, татыу йәшәй, ти.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 055

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 576

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 776

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 603

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 458

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 511

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 670

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 407

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571