Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Урман — йәшәү сығанағы
Урман — йәшәү сығанағыЗаманында ҡәҙерләп файҙаланмау бөтөрҙө ҡарағайҙарҙы

Көньяҡ Уралда урман күп ерҙе биләгән, иҫ киткес ҡуйы булған. Ҡоралайы, мышыһы, айыу, бүре, ҡуяны шыр урманда түлләгән, йылҡы, ҡуйы, һыйыры йәшеллеген утлаған.

Урман — ер йәме, тәбиғәттең иң матур биҙәктәренең береһе. Унда нимә генә юҡ: емеш-еләк үҫә, кейек, ҡош-ҡорт үрсей, шишмәләр урғылып сыға. Ул — матди байлыҡ, һаулыҡ сығанағы ла. Уны "йәшел дуҫ" тиҙәр, гигант фильтр, ерҙең үпкәһе, һулышы менән сағыштыралар. Бөйөк ғалим Дмитрий Иванович Менделеев 1900 йылда уҡ яҙғанса: "Урал Европа менән Азияның сиге генә булып тормай, ә яуым-төшөмдө ҡуйыландырған, йылғаларҙың һыуын туйындырған төйәк тә һәм шуның менән тауҙарға барып тоташҡан ғәйәт ҙур аралыҡтарҙа кешеләрҙең тормошон һәм имен йәшәүен тәьмин итә. Уралда урмандарҙың аҙая башлауына юл ҡуйырға ярамай".
Көньяҡ Уралда урынлашҡан Башҡорт иленә күҙ һалһаҡ, тау урмандары биш йөҙ саҡрымдан ашыуыраҡ урманлы далаға инеп тора. Был башҡорт урмандарының ҡоро көньяҡ-көнсығыш елдәренең юлын ябыусы тәбиғи ҡалҡан икәнен күрһәтә. Урманлы дала һәм дала урмандары ла ауыл хужалығы үҫемлектәрен ҡыуандан ышыҡлай. Шулай итеп, урмандарыбыҙ һыу, саф һауа, тупраҡ һаҡлағыс, тереклек итеү, йәшәү сығанағы вазифаларын үтәй.
Борон урман төйәгендә йәшәүсе башҡорттар: "Урманым — бер ҡат туным", — тигән. Урмандарыбыҙ ил-йортҡа төҙөлөш материалы ла, шыршы майы, сайыр, дегет тә һәм башҡа кәрәкле вә һиммәтле нәмәләр ҙә бирҙе һәм әле лә шулай.
Бөрйән — тәбиғәттең таң ҡалырлыҡ хозурлығын үҙенә йыйған илаһи бер төбәк. Етмеш йондоҙ яҡтыртһа ла, яҡтылығы айҙай юҡ тигәндәй, тауҙарының, урмандарының ҡабатланмаҫ матурлығы яғынан уға тиңдәр һирәк.
Хаҡ Тәғәлә насип иткән тәбиғи байлыҡ бөрйәндәргә, ҡыпсаҡтарға етеш көн итергә мөмкинлек биргән. Бындағы яйлы йәшәү шарттары тураһында атаҡлы этнограф Сергей Руденко үҙенең "Башкиры" монографияһында билдәләп үткән. Ултыраҡ тормошта йәшәгән бөрйәндәр йәйен йәйләүҙә булған, малсылыҡ, солоҡсолоҡ, балыҡсылыҡ менән шөғөлләнгән. Урман иһә алыштырғыһыҙ ярҙамсы, халыҡ әйткәнсә, бер ҡат тун булған, ыжғыр елдәрҙән, дошмандарҙан да һаҡлаған.
Ҡыраҡаның дүрт һырты, көньяҡ арҡалары, ипкендәре һирәк үҫемлектәрҙе һаҡлауға булышлыҡ иткән. Тау-урман ландшафтында ҡылған һәм башҡа төр дала үләндәре үҫеүе үҙе үк үҙенсәлекле күренеш. Боронғо дәүерҙән һаҡланып ҡалған (реликт) һәм фәҡәт айырым биләмәләрҙә генә осраған (эндемик) үҫемлектәр бар. Улар 40–14 мең йыл элекке дәүерҙән үҫә тип фаразлана. "Башҡортостан" ҡурсаулығында ғалимдар үҫемлектәрҙең — 750, ҡауырһынлыларҙың 150-нән ашыу төрөн иҫәпләгән. Был бит ғәжәп тәбиғәт!
"Үҫемлек һәм тереклек донъяһының төрлөлөгө йәһәтенән юғары кимәлдә тороуы Бөрйәнде планетабыҙҙың биологик төрҙәре тупланған донъя үҙәктәренең береһе тип атарға мөмкинлек бирә. Был тәңгәлдә фекер йөрөткәндә, бөтә Бөрйән биләмәһе тәбиғи парк статусы биреүгә лайыҡ", — тигәйне иҫән сағында биология фәндәре докторы Әсҡәт Моҡатанов.
1983 – 1996 йылдарҙа Бөрйәндә урман майҙаны — 325 мең гектар, ағас запасы — 46,5 миллион кубометр, шуның 16,5 миллион кубометры ылыҫлы ағас ине, шул иҫәптән өлгөргән һәм серей башлаған ағас 36,8 миллион кубометр хисапланды. "Бөтмәҫ-төкәнмәҫ" урман байлыҡтары тураһында һүҙ сыҡҡанда, ғәҙәттә, ошо мәғлүмәттәрҙе килтерергә яраттылар. Бөрйән урман хужалығының әлеге етәксеһе Рәмил Әмировтың әйтеүенсә, әле урман фонды — 82 процент, ағас запасы — 46 миллион 780 мең, ылыҫлы ағас — 16 миллион 64 мең, өлгөргән һәм серей башлағаны 23 миллион 144 мең кубометр тәшкил итә. Ләкин мәсьәләнең асылына төшөнмәйенсә һоҡланыу иртәрәк. Фәләнсә ағас бар тип һаналһа ла, ғәмәлдә уның сифаты насар. Баҙал, Мәсем тауҙары һырттары түбән сортлы ағас менән ҡапланған.
Егерменсе быуаттың етмешенсе – туҡһанынсы йылдарында Бөрйәндә ун бер ҙур предприятие, урман сәнәғәте хужалығы, йөҙгә яҡын колхоз, совхоз йыл һайын 1500–2000 гектар майҙанда 260–300 мең кубометр ағас әҙерләне. Бөрйән ҡарағайҙарын алырға мыжғышып торҙолар, һәр ҡайһыһы фәҡәт иң яҡшы ағасты ҡырҡырға тырышты. Урман сеймал сығанағы тип кенә ҡаралды.
Бөрйән урмандары өсөнсө төркөмгә индерелеү сәбәпле, уларҙы ҡырҡыу күләме артҡандан-артты, ылыҫлы ағас запасы иһә йылдан-йыл кәмене. Ағас әҙерләүселәр нисек етте шулай ҡыланды, хатта солоҡ ағастарын да ауҙарҙы, сөнки талапсан тикшереүсе, яуапҡа тарттырыусы ла булманы. Бөрйән, Әүжән, Ишембай урман сәнәғәте хужалыҡтары, Темәс урман хужалығы, "Башремстрой", Өфө колхоз-ара төҙөлөш идаралығы ағас ҡырҡыу ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙҙо. Үҙҙәренә аҙ күләмдә ағас әҙерләүсе колхоз-совхоздар ниндәй юлдар менән булһа ла яҡшыраҡ ағасты һәрмәргә тырышты, ҡырҡыу технологияһын үтәмәне, диләнкәләрен талап ителгәнсә таҙартманы.
Бөрйән урмандары өҫтөнән самолетта осҡан саҡта тау биттәрендә шырпы һымаҡ теҙелеп ятҡан ағастарҙы күрҙем. Ергә төшөп, Килдеғол, Ҡыпсаҡ ауылдары аша Урал йәйләүҙәренә сәфәр ҡылғанда, Бөрйән урман сәнәғәте хужалығы, Бөрйән урмансылығы ҡарамағындағы участкаларҙа булғанда, йөгө-йөгө, диләнкәһе-диләнкәһе менән ҡырҡылған ағастың сереп ятыуына ғәжәп иттем. Шәм һымағын да, утынға ярарлығын да ҡеүәтле тракторҙар төбө-тамыры менән ҡуптарып өйөп ҡуйғайны. Шул саҡ башта борсоулы уйҙар ҡайнаны: ҡайҙа урман ҡәҙере, ҡайҙа һаҡсыл ҡараш, ҡайҙа ағас ҡырҡыу технологияһы?..
Көньяҡ Үҙән, Бетерә диләнкәләренә күрше урман сәнәғәте хужалығы ташып бөтөрә алмаған 20 мең кубометр самаһы ағас сереп ятыуын да күрҙем. Башлыса ағастың төҙөлөшкә яраҡлыһын ташыйҙар. Был хаҡта һүҙ ҡуҙғатҡас, эшселәр:
— Беҙ урманды план үтәү өсөн генә ҡырҡабыҙ, ә уны тулыһынса сығарыу, ташып алыу хаҡында бер кеше лә хәстәрлек күрмәй, — тине.
— Был бит ҡоротҡослоҡ менән бер, — тип тә өҫтәнеләр.
Урманды һаҡларға һәм яҡларға тейешле Бөрйән урман-һунарсылыҡ хужалығы үҙенең был бурыстарын ғәмәлгә ашыра алманы, сөнки ул ағас ҡырҡыу планын үтәү, сәнәғәт етештереүе мәсьәләләрен хәл итеү менән мәшғүл булды. Эшсе көстәр етешмәгәнлектән, урмансылар үҙҙәре ағас ҡырҡыусы вазифаһын башҡарҙы. Сәнәғәт өсөн төҙөлөш ағасы әҙерләү планының артыуы урманды һаҡлауға контроллек итеүҙе үтә йомшартты, ҡырҡыу һаҡлау төшөнсәһенән ғәйәт ҙур өҫтөнлөк алды. Урман хужалығы эшселәре һыу сығанаҡтарына яҡын урында ла ағас ҡырҡҡан. Тәбиғәт ҡомартҡыһы булған Бешәке йылғаһы буйында илле-алтмыш йәшлек ҡарағастарҙы йығыуҙан да тартынмағандар. Эргәлә генә — Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы, йылғала — республикала һирәк осраған бағыр балығы.
Бөрйәндә йыл һайын 2000 гектарға яҡын ағас йығылһа, 1000 гектар самаһы майҙанда ғына йәш үҫентеләр ултыртылды, ҡырҡыу менән үҫтереү араһында айырма ҙур булды. Өҫтәүенә үҫентеләрҙең байтағы ерекмәне, үҫеп китә алманы, түбән сортлы ағас баҫҡан, яланғас ҡалған диләнкәләр артҡандан-артты. Тора-бара ылыҫлылар бөтә урман майҙанының сиреге хәтле генә ҡалды. Бөрйәндең таулы-ҡаялы ерҙәрендә ҡырҡылған урманды тергеҙеү ҙә хәл ителмәне. Тау битләүҙәрендә һыҙатлап урман үҫтереү саралары күрелмәне. Ҡеүәтле махсус техника булмағас, диләнкәләрҙе тулыһынса аяҡҡа баҫтырыу бойомға ашманы.
Урман яҙмышы, уның үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге тураһында уйлағанда ошо хәл дә хәтергә төштө. 1983 йылдың майында ҡойон, йәғни дауыллы өйөрмә, ғәрәсәт Бөрйәндә 25 саҡрым арала, 150–300 метр киңлектә ҡарағай, ҡайын урманын төбө-тамыры менән аҡтарып ташланы. Ҡойон үткән 309 гектар майҙанда йығылған ағас йыйып алынмай серене, сөнки үҫеп ултырғанын ҡырҡыуҙы еңелерәк күрҙеләр. Аунап ятҡанды йыйҙырыу урынына, Бөрйән урман-һунарсылыҡ хужалығы ағас әҙерләүселәргә ҡырҡыу өсөн яңы диләнкәләр бүлде. Ҡойон ҡойон инде ул. Урманға, ағасҡа ҡарата насар ҡараш, ғәмһеҙлек, яуапһыҙлыҡ ҡойондан да ҡурҡынысыраҡ. Уны кешеләр күңеленән йолҡоп алырҙай ҡойон кәрәк.
Штабеле-штабеле менән күпме ағас серене, күпме ботаҡ, ағас осо көлгә әйләнде, күпме эшкәртеү ҡалдыҡтары сүплеккә түгелде... Хисаплаусы ғына булманы. Әгәр әләф-тәләф итеүҙән килгән зыянды кемдер иҫәпләһә, һандарҙың ҙурлығына ышанмай торор инек. Ул ғына ла түгел, яҡшылап таҙартылмаған ҡырҡындылар ағас ултыртыу эштәренә ҡамасауланы, сереп ятҡан меңәрләгән-меңәрләгән кубометр ағас ҡоротҡостарҙың, урман ауырыуҙарының таралыуы өсөн уңайлы шарттар тыуҙырҙы. Ғөмүмән, Бөрйәндә ҡырҡылған ағастың 55–60 проценты самаһы ғына файҙаланылды.
Урман белгестәренең һөйләүенсә, Бөрйәндә егерменсе быуаттың утыҙынсы йылдарынан ныҡлап урман ҡырҡалар, һал ағыҙалар. Ағиҙел йылғаһы төбөнә батҡан ағас иҫәпһеҙ-һанһыҙ, тәрән урындарҙа ун-ун биш ҡат ята. Шүлгәнташ мәмерйәһенән өҫтәрәк ифрат күп. Күҙәнбай туғайы ятыуында — күпер һымаҡ. Шуға ҡарамаҫтан, батҡан ағасты күтәреү менән дә йүнләп шөғөлләнмәнеләр.
Урман милли байлыҡтың мөһим өлөшө булып тора һәм халыҡ хужалығы мәнфәғәттәрендә отошло файҙаланылырға тейеш. Мәгәр ведомстволарҙың һәм уларҙың етәкселәренең эшмәкәрлегендә берҙәмлек, урман эшен алып барыуға дөйөм ынтылыш етмәне, ағас әҙерләү һәм урманды аяҡҡа баҫтырыу буйынса ҡеүәттәрҙе үҫтереүгә, эштәрҙе комплекслы механизациялауға, урман юлдары төҙөүгә, урман ауылдарын төҙөкләндереүгә етди иғтибар бирелмәне, ағас әҙерләүҙән һәм эшкәртеүҙән бик күп ҡалдыҡтар тупланды. Бөрйәндә лә беренсе сиратта түбән сортлы ағасты, ҡырҡыу ҡалдыҡтарын эшкәртеү, ағас-юнысҡы заводы төҙөү кәрәк ине. Мәгәр урманды халыҡ, дәүләт мәнфәғәтендә файҙаланыу, ағас эшкәртеүҙе киңәйтеү, ошо иҫәпкә ҡырҡыу күләмен кәметеү тураһында уй-фекерҙәр тиҫтә-тиҫтә йылдар буйы тормошҡа ашманы.
"Бөрйән хикәйәләре" исемле китабында урыҫ яҙыусыһы Владимир Яковлевич Канторович әле алтмышынсы йылдарҙа уҡ Бөрйәндә заманса ҡоралландырылған ағас бысыу, мебель эшләү, ыҫмала ҡайнатыу предприятиелары, художество оҫтаханалары төҙөү кәрәклеге тураһында яҙған. Был хаҡта һуңынан да күп яҙыуға, һөйләүгә ҡарамаҫтан, Бөрйән урман сәнәғәте хужалығында ағас сеймалын комплекслы файҙаланыу, эшкәртеү ҡеүәттәре төҙөү көнүҙәк мәсьәлә килеш ҡала килде. Баҙар иҡтисады шарттарында хәл тағы ла мөшкөлләнде. Ағасты бүрәнә көйө һатыуҙан файҙа аҙ ине. Сайыр ағыҙыу шөғөлө бөтөнләй бөтөүгә дусар булды. Бығаса был тармаҡта алтмышлап кеше эшләй, шуның менән тамағын туйҙыра ине. Йыл һайын 120–140 тонна сайыр ағыҙып һатылды. 80-се йылдарҙа тоннаһын 1000–1200 һумға алдылар, артабан хаҡы ҡырҡа төштө. Шунлыҡтан сайыр ағыҙыу шөғөлөнән ваз кистеләр.
Бөрйәндең ағасын әллә күпме предприятие, хужалыҡ алһа ла, береһе лә райондың социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләрен хәл итеүгә өлөш индермәне. Хатта үҙҙәре тапап боҙған юлдарҙы рәтләргә лә аҡса бүлмәнеләр, ағас әҙерләгән эшселәрҙең тормош-көнкүреш шарттарын яҡшыртыу тураһында уйлап та ҡараманылар. Бөрйәндә урманды нисек теләһәң, шулай ҡырҡыуҙың һәм файҙаланыуҙың экологик эҙемтәләре аяныслы һәм хәүефле ине. Хеҙмәтсәндәрҙең һорауы менән 1988 йылда Бөрйәндә тәбиғи байлыҡтарҙы хужаларса файҙаланыу, тәбиғәтте һаҡлауҙы яҡшыртыу буйынса конференция ойошторолғайны. Урмандарҙы ҡотҡарыуҙың кисектергеһеҙ бурыс икәнен белдерҙеләр. Төҙөлөш ағасының ысынбарлыҡта икһеҙ-сикһеҙ булмауын, ғәмәлдә дөйөм урман фондының ни бары 20–22 процентын ғына тәшкил итеүен әйттеләр, Бөрйәндә ҡарағай ҡырҡыуҙы кәметеүҙе, ағасты урында эшкәртеүҙе, халыҡ ҡулланыуы тауарҙары етештереүҙе арттырыуҙы талап иттеләр.
Бөрйән тәбиғәтен һәләкәттән ҡурсалау, урмандарҙы аямай ҡырҡыуҙың ҡот осҡос зыяны, үҫемлектәр, хайуандар, ҡоштар донъяһын, ҡырағай солоҡ бал ҡортон һаҡлау тураһында оранды юғары органдарға ишеттерергә теләп, бөрйәндәр 1989 йылдың яҙында экологик митинг үткәрҙе. Халыҡ унда ошондай лозунгтар менән килде: "Тыуған Уралыбыҙҙы Арал хәленә ҡалдырмайыҡ!", "Яралы урман тауышын кем ишетер?", "Урмандарҙы колониаль база итеүгә — юҡ!", "Урман — Бөрйәндең йәме һәм йәшәү сығанағы, уны ҡәҙерләп файҙаланайыҡ!"
— Йөрәктәребеҙ һыҡрай. Бөрйәндең итен ашап бөттөләр, һөйәктәре генә ҡалды, — ошолай күңеле уйылып хәбәрен теҙҙе С. Толомғужин. Иҫке Собханғол урта мәктәбе уҡыусыһы Ғ. Ырыҫҡолова "Бөрйәнемде кем ҡотҡарыр?" тип оран һалды:
Киләсәктең бәхеттәрен
Аямайса харап иттек.
Яраланған тәбиғәттән
Барыһын да талап иттек.
Күркәмлеген Бөрйәнемдең
Вәхшиҙәрсә әрәм иттек.
Уятырға гөлсәсәкте
Тереһыуҙар эҙләп килдек.
Аҡһаҡал Л. Вәлиуллин да үҙенең фәһемле һүҙен әйтте: "Беҙҙең олатайҙар урманды күҙ ҡараһы кеүек һаҡлаған, икмәк кеүек ҡәҙерләгән. Ул туйындырыусы булған. Элек урманды ауылдарға бүлеп биргәндәр. Ағас өлгөрһә генә ҡырҡҡандар, хәҙерге һымаҡ кварталдар булмаған. Беҙҙең һымаҡ урманды әләф-тәләф итмәгәндәр, яндырмағандар. Ағастарҙы ҡәҙерләп файҙаланмау, хужаһыҙлыҡ бөтөрҙө..."
Бөрйән урман сәнәғәте хужалығы ағас әҙерләүсе, ҡырҡыусы булып ҡалып, юҡсыллыҡтан ҡотола алмай ине. Ағас эшкәртеүгә тотоноу мөһимлегенә, ниһайәт, юғары вазифа биләгән иптәштәр ҙә төшөндө. 1991 йылда республика етәкселеге ярҙамы менән фин модулдәре һатып алынды. Ҡоролмаларҙың береһе ағас бысыу цехы итеп йыһазландырылды. Станоктар һәм башҡа хеҙмәт ҡоралдары алынды, тиҫтәләрсә мең кубометр бүрәнә бысырға, кәрәк-яраҡ әҙерләргә мөмкинлек тыуҙы. Фин модулендәге икенсе цехҡа Италиянан алынған ҡорамалдар, программа менән идара ителгән станоктар ҡуйылды. Шулай итеп, оҙаҡ йылдарҙан һуң Бөрйәндә сәнәғәт нигеҙендә ағас эшкәртеү шөғөлө тыуҙы.
"Бөрйән урман сәнәғәте хужалығы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ағас эшкәртеү цехы төҙөлөш погонажы, иҙән, көпләү таҡталары, тәҙрә яңаҡтары, ишектәр, рамдар, йәнә заказ буйынса стенкалар, кухня гарнитурҙары, шкафтар, өҫтәлдәр, тумбочкалар яһай башланы. Бөрйән ҡарағайынан, тәбиғи материалдан эшләнгән мебель үҙенсә күркәм, йәнә ныҡ һәм таҙа. Был Бөрйәнгә ҡот өҫтәр, муллыҡ килтерер шөғөл ине.
Әммә предприятие бөтөрөлдө, ҡиммәтле ҡорамалдар, станоктар ситкә алып кителде, "баҙар балтаһы" Бөрйән урмандарын, айырыуса ҡарағайҙарҙы тағы ла аяуһыҙыраҡ ҡыра башланы.
Бөрйән урмансылығы етәксеһе Зиннур Әмировтың мәғлүмәтенсә, хәҙер районда йыл һайын 54 мең кубометр ылыҫлы, 236 мең кубометр япраҡлы үҫентеләр ҡырҡыла. Уның урынына 600 гектар майҙанда ағас ултыртылырға тейеш булһа ла, урман 450 гектарҙа ғына тергеҙелә. Иң күп ағасты урман биләмәләрен оҙаҡ ваҡытҡа ҡуртымға алған ҙур компаниялар ҡырҡа.
Бик йәл, бик ҡыҙғаныс: Бөрйәндең ҡарағай урмандары — төп хазинаһы — йылдан-йыл наҡыҫая. Тәбиғи ландшафтты һаҡлау рухи сығанаҡтар менән ныҡ бәйле икәнен хәтерҙән юйҙыҡ. Шул арҡала ҡәрҙәштәребеҙ яйлап үҙенсәлектәрен, милли ҡиммәттәрен юғалта. Беҙҙә иҡтисади пландар, проекттар экологик күҙаллауҙарға ҡарағанда йәһәтерәк ғәмәлгә аша. Ә бит тирә-яҡ мөхит, экология, һаулыҡ иҡтисадтан алда торорға тейеш. Иң яманы — был халыҡтың яҙмышында кире сағыла, этностың үҙгәреүенә, маңҡортҡа әүерелеүенә, сәләмәтлегенең ҡаҡшауына килтерә. Мәшһүр ғалим Дмитрий Менделеев һис тә юҡҡа ғына "Уралда урмандарҙың аҙая башлауына юл ҡуйырға ярамай" тигән оло аманат ҡалдырмаған.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519