Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡырҡаһың икән, һаҡла ла!
Ҡырҡаһың икән, һаҡла ла!Ноғман Мусиндың «Мәңгелек урман»ын уҡығанығыҙ бармы? Их, ниндәй итеп һүрәтләй ул тыуған яғының «ағастар батшалығын»! Бына шул «батшалыҡта» үткән әңгәмәсемдең бала сағы, йәшлек йылдары. Шуғалырмы, хәҙер инде Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының Стәрлетамаҡ урмансылығы етәксеһе булған Рамазан ХӘЙҘӘРОВ, башта физика-математика факультетын һайлаһа ла, ғүмерен ағас яҙмышы менән бәйләгән. Ҡорған әңгәмәлә лә тик урман һәм уның киләсәге хаҡында һүҙ алып барҙы Рамазан Ғилметдин улы. Ирмен тигән ир шулай алдағыһын күҙаллап, тыуған ерен хәстәрләп йәшәргә тейештер ул.

— Рамазан Ғилметдин улы, тәү сиратта бурыс-хеҙмәттәрегеҙҙе асыҡлап үтәйек әле…
— Стәрлетамаҡ урмансылығы булдырылғанға биш йыл тулды. Элек урмансының бер ҡулында – балта, икенсеһендә ҡағыҙ-ҡәләм булһа, хәҙер ауыр эш ҡоралы — бер кешелә, яҙыу-һыҙыу өсөн икенсе белгес яуап бирә. Башҡасараҡ әйткәндә, беҙ урманды һаҡлау, ҡурсалау, дөрөҫ ҡулланыу, бүлеп биреү өсөн яуаплыбыҙ. Ә ағасты ҡырҡыу, урынына йәш үҫенте ултыртыу, таҙартыу – икенсе ведомство ҡарамағында.
— Хужалығығыҙҙың бер сигенән икенсеһенә тиклем генә лә 220 саҡрым. Был ҡәҙәре майҙанды һаны биш тиҫтәнән дә артмаған хеҙмәткәргә тәртиптә тотоу еңелдән түгелдер?
— Эйе, урмандарыбыҙҙың бер осо Ауырғазыла булһа, икенсе сиге Көйөргәҙе районына барып тоташа. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, һәр кешегә меңдәрсә гектар урман тура килә. Шуға ҡарамаҫтан, бер хеҙмәткәрҙең дә үҙ эшен ташлап киткәне юҡ. Аттан төшкән, эт еккән, тигәндәй, һәр урманға, һәр ағасҡа барып етергә, иғтибарлы булырға тырышабыҙ. Был – бөтәбеҙҙең мөҡәддәс бурысы, тип иҫәпләйем. Егеттәрҙең еңел булмаған хеҙмәте, әйтергә кәрәк, етәкселек тарафынан билдәләнмәй ҡалмай. Мәҫәлән, күптән түгел янғынға ҡаршы көрәшер өсөн ике машина бирҙеләр. Башҡа кәрәк-яраҡ менән дә яҡшы тәьмин ителәбеҙ.
— Йыл нисек тамамланып килә?
— Бөтә эш тә планға ярашлы алып барыла: халыҡҡа ағас бүленә, тәртип боҙоусыларға ҡаршы көрәшәбеҙ. Иң мөһиме — быйыл янғындар юҡ, шуға шатланып бөтә алмайбыҙ. Әйткәндәй, «ҡыҙыл әтәс» менән көрәшер өсөн махсус хеҙмәткәрҙәребеҙ бар. Әле “Йәшә, урман!” акцияһын ойоштороу менән мәшғүлбеҙ. Унда ойошма-предприятиелар, муниципаль берәмектәр ихлас ҡатнаша.
— Рамазан Ғилметдин улы, оло юлдарҙа йыш ҡына ҡарағай бүрәнә ташыған машиналар осрай. Был тиклем урманды ҡайҙан алалар һуң?
— Ҡарағай урманы, беҙҙең төбәккә килгәндә, бөтөнләй юҡ, тиһәң дә була. Һеҙ күргән машиналар ағасты Ишембай, Бөрйән яҡтарынан сығаралыр. Ул ҡарағайҙар – башлыса урманды күп йылға ҡуртымға алыусылар һатҡан сеймал.
— Арендатор тигәндән, халыҡтың «Үҙ урманыбыҙға үҙебеҙ хужа түгел!» тигән аһ-зарын йыш ишетергә тура килә…
— Ысынлап та, урмандарҙың байтаҡ өлөшө — ҡуртымсылар ҡулында. Уларҙың араһында бигерәк тә сит-ят күп – шуныһына күңел әрней. Тик, дәүләт ҡануниәтенә ярашлы, урманды ҡуртымға алырға һәр кем хоҡуҡлы.
Тиҫтәләрсә йыл буйы урманды ҡурсалаусы, һаҡлаусы булыуы, әлбиттә, – яҡшы күренеш. Тик, асылда, таяҡтың ике башы булған һымаҡ, бындай тәжрибә башҡасараҡ күренеш ала. Бихисап ҡуртымсы үҙ бурысын үтәмәй: йә ағас ултыртмай, йә тейешле кимәлдә киҫмәй, йә булмаһа янғынды иҫкәртеү сараһын күрмәй. Көнө-төнө тәртип боҙоусыларға ҡаршы көрәшергә тура килә. Бынан тыш, халыҡты урманға индермәгәндәр ҙә бар. Мәҫәлән, ҡайһы бер урынды кәртәләп ҡуйыусылар ҙа юҡ түгел. Кемдер иһә, үҙҙәрендәге ағасҡа ситтәр хужа булғанлыҡтан, утынды хатта күрше райондан барып алырға мәжбүр… Бына ҡайҙан килә халыҡтың аһ-зары.
— Башҡа проблемалар ҙа юҡ түгелдер…
— Һуңғы йылдарҙа Стәрлетамаҡ тирәһендәге ағастарҙың хәлһеҙләнеүе күренә. Мәҫәлән, йүкә урманында ҡорттар бал йыя алмай. Тәбиғәт шарттары уңайлы, ағас сәскә атҡан, ә һөҙөмтә юҡ. Был экологик тороштоң бик насар хәлдә булыуынандыр тип фаразлайбыҙ. Йәнә урмандарҙың ваҡытында ҡырҡылмауы (йәшәртелмәүе) арҡаһында серек һәм сирле ағастарҙың күбәйеүе күҙәтелә. Тимәк, урман үҙ ваҡытында эшкәртелмәгән һәм киҫелмәгән.
— Күренеүенсә, бер ағас киҫһәң, икәүҙе ултырт, тигән талапҡа тоғро ҡалаһығыҙ...
— Тап шулай. Ошо хаҡта йышыраҡ уйланһаҡ ине, тип тә өҫтәр инем.
— Еңел булмаған хеҙмәтегеҙҙә уңыштар насип итһен!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 087

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 981

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 506

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 328

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 516