Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡортостан Республикаһы Конституция суды ҡарары
Башҡортостан Республикаһы исеменән
Башҡортостан Республикаһы Конституция суды ҡарары
Өфө ҡалаһы 2016 йыл, 20 октябрь

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Шаһапова Руфина Алик ҡыҙының мөрәжәғәтенә бәйле, Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Советының 1999 йылдың 26 февралендәге 48-се ҡарары менән раҫланған Башҡортостан Республикаһында тәбиғәт парктары тураһындағы положениелағы 1.6-сы пункттың, Башҡортостан Республикаһында дәүләт тәбиғәт заказниктары тураһындағы положениелағы 3.3-сө пункттың, Башҡортостан Республикаһында тәбиғәт ҡомартҡылары тураһындағы положениелағы 3.7-се пункттың, Республика әһәмиәтендәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен ойоштороу тәртибендәге 6-сы пункттың конституционлығын тикшереү хаҡындағы эш буйынса

Рәйес З.И. Йәнекәев, судьялар Р.Р. Кәримова, В.М. Крылов, Ф.Р. Моратшин составындағы Башҡортостан Респуб­ликаһы Конституция суды,
Башҡортостан Республикаһы Конституция судына мөрәжәғәт иткән яҡ – Башҡортостан Респуб­ликаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе урынба­ҫары Руфина Алик ҡыҙы Шаһапова; актты сығарған яҡтың вәкиле – Башҡортостан Республикаһы Хөкү­мәте Аппараты етәксеһе урынбаҫары Александр Владимирович Лихачев,
шулай уҡ ултырышҡа саҡырылған Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте вәкиле – Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығындағы суд вәкиллеге һәм ярлыҡау бүлеге мөдире М.В. Ғәҙелев, Башҡортостан Рес­публикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай вәкиле – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты етәксеһе урынбаҫары А.Ф. Абдрахманов, Башҡортостан Республикаһы тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Ф.Ф. Яхин, Башҡортостан Республи­каһы Хөкүмәтенең суд вәкиллеге бүле­гендәге баш консультант Р.Ш. Нафиҡов, Башҡорт­остан Рес­пуб­ликаһы Урман хужалығы министрлы­ғының хо­ҡу­ҡи һәм кадрҙар эше бүлеге начальнигы В.Ф. Ва­хитов, Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының хоҡуҡи тәьминәт бүлеге начальнигы урынбаҫары А.И. Сол­танова, Башҡортостан Республикаһында Эш­ҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил эшмәкәрлеген тәьмин итеү аппаратының бүлек мөдире В.Ю. Решетов, Башҡортостан Республи­каһы Прокурорының республикалағы вәкиллекле (закондар сығарыу) һәм башҡарма органдар, урындағы үҙидара органдары менән эш итеү буйынса өлкән ярҙамсыһы Р.Р. Исмәғилев, Рәсәй Федерацияһы Юстиция министрлығының Башҡорт­ос­тан Республикаһы идаралығы начальнигы урынбаҫары С.Д. Йәнтүрин, Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы идаралығы етәксеһе урынбаҫары П.В. Клец, Кама һыу бассейны идара­лығы етәксеһе урынбаҫары – Башҡортостан Рес­публикаһы буйынса һыу ресурстары бүлеге начальнигы В.С. Горячев, Экологик, технологик һәм атом күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәттең Көнба­йыш-Урал идаралығындағы дәүләт һәм энергетика күҙәтеүе бүлеге начальнигы Е.А. Варламов ҡатнашлығында,
Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 106-сы статьяһындағы беренсе өлөштө, “Башҡорт­ос­тан Республикаһы Конституция суды тураһын­да”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 3, 4, 38, 39, 42-се һәм 77-се статьяларын эштә ҡулланма итеп алып, асыҡ ултырышта Башҡортостан Рес­публикаһы Министрҙар Кабинетының 1999 йылдың 26 февралендәге “Башҡортостан Республикаһында махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһындағы положениеларҙы раҫлау хаҡында”ғы 48-се ҡарары менән раҫланған Башҡортостан Республикаһында тәбиғәт парктары тураһындағы положениелағы 1.6-сы пункттың, Башҡортостан Республикаһында дәүләт тәбиғәт заказниктары тураһындағы поло­жениелағы 3.3-сө пункттың, Башҡортостан Респуб­ликаһында тәбиғәт ҡомартҡылары тураһындағы положениелағы 3.7-се пункттың, Республика әһә­миә­тендәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен ойоштороу тәртибендәге 6-сы пункттың конституци­онлығын тикшереү хаҡындағы эште ҡараны.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьә­ләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу коми­теты рәйесе урынбаҫары Руфина Алик ҡыҙы Шаһапованың үрҙә телгә алынған норматив хоҡуҡ акттарының бәхәс тыуҙырған положениеларының конституционлығын тикшереү хаҡындағы мөрәжәғәте эште ҡарауға сәбәпсе булды.
Үрҙә әйтелгән нормаларҙың Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ярашлылығы тураһындағы мәсьәләлә асыҡланған билдәһеҙлек эште ҡарауға нигеҙ булды.
Докладсы судья – Башҡортостан Республикаһы Конституция суды рәйесе З.И. Йәнекәевтең бел­дереүен, яҡтарҙың аңлатмаларын, эксперттар – юридик фәндәр кандидаты, Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтындағы конституцион хоҡуҡ кафедраһы начальнигы Ю.Х. Яхинаның, юридик фәндәр докторы, Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ инс­титутындағы финанс һәм экологик хоҡуҡ кафед­раһы профессоры Р.Х. Ғиззәтуллиндың һығымта­ларын, саҡырылған кешеләрҙең сығыш­тарын тыңлап, тәҡдим ителгән документтарҙы һәм башҡа материалдарҙы тикшергәндән һуң, Башҡортостан Республикаһы Конституция суды

билдәләне:

1. Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының 1999 йылдың 26 февралендәге “Башҡортостан Республикаһында махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһындағы положениеларҙы раҫлау хаҡында”ғы 48-се ҡарары менән Башҡортос­тан Республикаһында тәбиғәт парктары тураһын­дағы положение, Башҡортостан Респуб­ликаһында дәүләт тәбиғәт заказниктары тураһындағы положение, Башҡортостан Республикаһында тәбиғәт ҡомартҡылары тураһындағы положение һәм Республика әһәмиәтендәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен ойоштороу тәртибе раҫланды.
Башҡортостан Республикаһында тәбиғәт парк­тары тураһындағы положениеның ғариза биреүсе килешмәгән 1.6-сы пунктында, тәбиғәт паркының сиктәрен, махсус һаҡлау режимын үҙгәртеү һәм бындай паркты бөтөрөү уны ойошторған тәртиптә тормошҡа ашырыла, тип билдәләнә. Мәғәнәһе буйынса ошондай уҡ нормалар мөрәжәғәттә күрһә­телгән башҡа акттарҙа ла бар. Мәҫәлән, Башҡорт­остан Республикаһында дәүләт тәбиғәт заказниктары тураһындағы положениеның 3.3-сө пункты дәүләт заказниктарының сиктәрен, махсус һаҡлау режимын үҙгәртеүҙе һәм бындай заказниктарҙы бөтөрөүҙе улар ойошторолған тәртиптә тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота; Башҡортостан Респуб­ликаһында тәбиғәт ҡомартҡылары тураһындағы положениеның 3.7-се пунктындағы беренсе абзацта, тәбиғәт ҡомартҡыларының сиктәрен, махсус һаҡлау тәртибен үҙгәртеү һәм бындай ҡомартҡы­ларҙы бөтөрөү улар ойошторолған тәртиптә тор­мошҡа ашырыла, тип күрһәтелә. Үрҙә һанап үтел­гән нормалар конституцион мөрәжәғәттә ризаһыҙ­лыҡ тыуҙырған Республика әһәмиәтендәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен ойоштороу тәрти­бендәге 6-сы пункттың беренсе абзацындағы “махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең сиктәрен һәм махсус һаҡлау режимын үҙгәртеү, уларҙы бөтөрөү бындай биләмәләр ойошторолған тәртиптә тормош­ҡа ашырыла” тигән дөйөм положениеға нигеҙләнә.
Р.А. Шаһапованың фекеренсә, үрҙә әйтелгән нор­малар сығанаҡты күрһәтеү үҙенсәлектәренә генә эйә булғанға күрә йөкмәткеһендә билдәһеҙлек бар, шуға күрә уларҙы ғәмәлдә ҡулланыу Башҡорт­остан Республикаһы Конституцияһының 9-сы статьяһын боҙоуға һәм Башҡортостан Республи­каһы Конституцияһының 44-се статьяһы менән иғлан ителгән граждандарҙың конституцион хоҡуҡтарын кәметеүгә килтереүе ихтимал.
Шулай итеп, Башҡортостан Республикаһы Ми­нистрҙар Кабинетының 1999 йылдың 26 фев­ра­лендәге 48-се ҡарары менән раҫланған Башҡорт­остан Республикаһында тәбиғәт парктары тураһын­дағы положениеның 1.6-сы пункты, Башҡортостан Республикаһында дәүләт тәбиғәт заказниктары ту­ра­һындағы положениеның 3.3-сө пункты, Баш­ҡорт­остан Республикаһында тәбиғәт ҡомартҡылары тураһындағы положениеның 3.7-се пунктындағы беренсе абзацы һәм Республика әһәмиәтендәге мах­сус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен ойоштороу тәртибенең 6-сы пунктындағы беренсе абзацы ошо эш буйынса конституцион контроль предметы булып тора.
2. Башҡортостан Республикаһы Конституция­һының 9-сы статьяһына ярашлы, Башҡортостан Республикаһында ер һәм башҡа тәбиғәт ресурстары күп милләтле халыҡтың йәшәү һәм эшмәкәрлек нигеҙе булараҡ файҙаланыла һәм һаҡлана; федераль законға һәм Рәсәй Федерацияһының дәүләт власы органдары менән Башҡортостан Респуб­ликаһының дәүләт власы органдары араһындағы килешеүҙәргә ярашлы, Башҡортостан Респуб­ликаһының дәүләт милкендәге ергә, ер ҡатламда­рына, һыу, урман һәм башҡа тәбиғәт ресурстарына идара итеү һәм уларҙы файҙаланыу тәртибе Баш­ҡортостан Республикаһы законы менән көйләнә.
Башҡортостан Республикаһында һәр кемдең уңайлы тирә-яҡ мөхиткә, уның торошо хаҡындағы дөрөҫ мәғлүмәткә, экологик тәртипте боҙоу арҡа­һында һаулығына йәки мөлкәтенә килтерелгән зыянды ҡаплауға хоҡуғы конституцион иғлан ителгән (Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 44-се статьяһы). Башҡортостан Республикаһы Конституцияһында нығытылған һәр кемдең тирә-яҡ мөхитте, хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһын һаҡлау, тәбиғәт байлыҡтарына һаҡсыл мөнәсәбәттә булыу бурысы ошо конституцион хоҡуҡҡа тап килә (61-се статья).
Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына (72-се статьяның 1-се өлөшөндәге “д” пунктына) ярашлы, тәбиғәттән файҙаланыу; тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм экологик именлекте тәьмин итеү; махсус һаҡ­ланған тәбиғәт биләмәләре; тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау Рәсәй Федерацияһы менән Рәсәй Федерацияһы субъекттарының берлектәге идара итеү даирәһенә инә. Рәсәй Федерацияһы менән Рәсәй Федерацияһы субъекттарының бер­лектәге идара итеү даирәһе буйынса федераль закондар, уларға ярашлы ҡабул ителгән Рәсәй Федерацияһы субъекттарының закондары һәм башҡа норматив хоҡуҡ акттары сығарыла (76-сы статьяның 2-се өлөшө).
Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендәге ҡануниәт, 2002 йылдың 10 ғинуарындағы “Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау тураһында”ғы 7-се Федераль законға ярашлы, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына нигеҙлә­нә һәм ошо Федераль закондан, башҡа федераль закондарҙан һәм уларға ярашлы ҡабул ителгән Рәсәй Федерацияһының бүтән норматив акттарынан, Рәсәй Федерацияһы субъекттары закондарынан һәм башҡа норматив хоҡуҡ акттарынан тора (2-се статьяның 1-се пункты).
Рәсәй Федерацияһында уникаль һәм типик тәби­ғәт комплекстарын һәм объекттарын, иҫтәлекле тәбиғәт берәмектәрен, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы объекттарын, уларҙың генетик фондын һаҡлап ҡалыу, биосфералағы тәбиғи процестарҙы өйрәнеү һәм уның торошондағы үҙгәрештәргә контроллек итеү, халыҡҡа экологик тәрбиә биреү маҡсатында 1995 йылдың 14 мартында “Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһында”ғы 33-сө Федераль закон ҡабул ителә.
Рәсәй Федерацияһы субъекттарындағы дәүләт власы органдарының тирә-яҡ мөхитте һаҡлау ме­нән бәйле мөнәсәбәттәр өлкәһендәге вәкәләттәре “Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау тураһында”ғы Федераль закондың 6-сы статьяһында ҡаралған. Атап әйткән­дә, улар иҫәбенә төбәк әһәмиәтендәге махсус һаҡ­ланған тәбиғәт биләмәләрен ойоштороу хоҡуғы, ошон­дай биләмәләрҙе һаҡлау һәм файҙаланыу өлкәһендә идара итеү һәм контроль инә (ун бишенсе абзац).
1999 йылдың 6 октябрендәге “Рәсәй Федера­цияһы субъекттары дәүләт власының закондар сы­ға­рыу (вәкиллекле) һәм башҡарма органдарын ойош­тороуҙың дөйөм принциптары тураһында”ғы 184-се Федераль закондың 26.3-сө статьяһындағы 2-се пункт менән төбәк әһәмиәтендәге махсус һаҡ­ланған тәбиғәт биләмәләрен ойоштороу һәм һаҡ­лау­ҙы тәьмин итеү, Рәсәй Федерацияһы субъек­ты­ның Ҡыҙыл китабын алып барыу (8-се ярҙамсы пункт); махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен һаҡ­лау һәм файҙаланыу өлкәһендә төбәк дәүләт кү­ҙәтеүен тормошҡа ашырыу (8.1-се ярҙамсы пункт) кеүек мәсьәләләрҙе хәл итеү берлектәге идара даирәһе буйынса Рәсәй Федерацияһы субъекты дәү­ләт власы органдарының ҡаҙна аҡсаһы иҫә­бенә (федераль бюджеттан алынған субвенция­ларҙан тыш) үҙаллы тормошҡа ашырған вәкәләт­тәренә инә.
Башҡортостан Республикаһында тирә-яҡ тәбиғи мөхитте һаҡлау өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы субъекттарының вәкәләттәренә ярашлы, 1992 йыл­дың 28 октябрендә 13/28-се Экология кодексы ҡабул ителде, уны үҫтереү маҡсатында 1995 йыл­дың 31 июлендә “Башҡортостан Респуб­ликаһында махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһында”­ғы 5-се Башҡортостан Республикаһы Законына ҡул ҡуйылды. Ул республиканың социаль-иҡтисади һәм рухи үҫешендә тотороҡлолоҡто ландшафт-экология йәһәтенән тәьмин итеү, уникаль һәм эталон тәбиғәт комплекстарын һәм объекттарын, иҫтәлекле тәбиғәт берәмектәрен, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы объекттарын, уларҙың генетик фондын һаҡлау һәм яҡлау, махсус һаҡланған тә­биғәт биләмәләрендәге һәм улар янындағы, сиктәш зоналарҙағы, биосфералағы тәбиғи һәм антропоген процестарҙы өйрәнеү, уның торошондағы үҙгәреш­тәргә махсус контроль булдырыу, халыҡҡа экологик тәрбиә биреү маҡсатында махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен ойоштороу, һаҡлау һәм файҙаланыу өлкәһендәге мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә йүнәлтелә (ошо Башҡортостан Республикаһы Законы преам­булаһының өсөнсө абзацы).
3. “Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тура­һында”ғы Федераль законға ярашлы, тәбиғәтте һаҡ­лау, ғилми, мәҙәни, эстетик, рекреация һәм һа­уыҡ­тырыу йәһәтенән махсус әһәмиәткә эйә булған, дәүләт власы органдары ҡарары менән ху­жалыҡта файҙаланыуҙан тулыһынса йәки өлөш­ләтә алынған һәм махсус һаҡлау тәртибе билдә­ләнгән тәбиғәт комплекстары һәм объекттары урынлашҡан ер, һыу өҫтө һәм һауа киңлеге участкалары махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тигән төшөнсәне аңлата (преамбуланың беренсе абзацы).
Был Федераль закон, махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре федераль, төбәк һәм урындағы әһә­миәткә эйә була һәм федераль башҡарма власть органдарының, Рәсәй Федерацияһы субъект­тарын­дағы башҡарма власть органдарының һәм урын­дағы үҙидара органдарының, ошо Федераль закондың 28-се статьяһында ҡаралған осраҡтарҙа шулай уҡ дәүләт ғилми ойошмаларының һәм дәү­ләт юғары белем биреү ойошмаларының ҡара­мағында була ала, тип билдәләй. Дәүләт тәбиғәт ҡурсаулыҡтары һәм милли парктар федераль әһәмиәттәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәлә­ренә инә; дәүләт тәбиғәт заказниктары, тәбиғәт ҡомартҡылары, дендрологик парктар һәм ботаника баҡсаһы федераль әһәмиәттәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә йәки төбәк әһәмиәтендәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә индерелә ала; тәбиғәт парктары төбәк әһәмиәтендәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә индерелә (2-се статьяның 3-сө һәм 4-се пункттары). Махсус һаҡ­ланған тәбиғәт биләмәләренең үрҙә һанап үтелгән категорияларын ойоштороу, уларҙы махсус һаҡлау һәм уларға идара итеү тәртибе “Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһында”ғы Федераль закондың тейешле киҫәктәре менән көйләнә.
“Башҡортостан Республикаһында махсус һаҡлан­ған тәбиғәт биләмәләре тураһында”ғы Башҡортос­тан Республикаһы Законы тәбиғәт парк­тарына (4-се киҫәк), дәүләт тәбиғәт заказниктарына (5-се киҫәк), тәбиғәт ҡомартҡыларына (6-сы киҫәк), шулай уҡ дендрологик парктарға һәм ботаника баҡсаларына (7-се киҫәк) ҡарата ойоштороу, идара итеү һәм махсус һаҡлау тәртибен көйләй.
Ошо Башҡортостан Республикаһы Законы, “Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһында”ғы Федераль закон положениеларына нигеҙләнеп, тәбиғәт парктары тигән төшөнсә аҫтында экологик, мәҙәни йәки рекреация тәғәйенләнешенә эйә булған зоналар айырып билдәләнгән һәм ошоға ярашлы иҡтисади һәм башҡа эшмәкәрлек тыйылған һәм сикләнгән республика әһәмиәтендәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен (18-се статьяның 1-се өлөшө); дәүләт тәбиғәт заказниктары тигән төшөнсә аҫтында – тәбиғәт комплекстарын йәки уларҙың компоненттарын һаҡлап ҡалыу йәки тергеҙеү, экологик балансты тотоу өсөн махсус әһәмиәткә эйә булған биләмәләрҙе (акватория­ларҙы) (22-се статьяның 1-се өлөшө); тәбиғәт ҡомартҡылары төшөнсәһе аҫтында – экологик, ғилми, мәҙәни һәм эстетик йәһәттән тулыландырып булмаған, уникаль, ҡиммәтле тәбиғәт комплекста­рын һәм уларҙың компоненттарын, шулай уҡ тәбиғи һәм яһалма объекттарҙы (25-се статья); дендрологик парктар һәм ботаника баҡсалары төшөнсәһе аҫтында үҫемлектәр донъяһын һәм уның күп төр­лөлөгөн һаҡлап ҡалыу маҡсатында үҫемлектәрҙең махсус коллекцияларын туплау өсөн ойошторолған махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен (28-се статьяның 1-се өлөшө) күҙаллай.
Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең төрлө категорияларының социаль-экологик әһәмиәтен иҫәпкә алып, республика закон сығарыусыһы тарафынан, компетенцияһына ярашлы, бындай биләмәләрҙе һаҡлау һәм файҙаланыуҙың хоҡуҡи режимындағы үҙенсәлектәр билдәләнде.
4. Ошо эш буйынса конституцион контроль үтер­гә тейешле норматив хоҡуҡ акттары (Башҡортостан Республикаһында тәбиғәт парктары тураһындағы положение; Башҡортостан Республикаһында дәүләт тәбиғәт заказниктары тураһындағы положение; Башҡортостан Республикаһында тәбиғәт ҡомарт­ҡылары тураһындағы положение; Республика әһәмиәтендәге махсус һаҡланған тәбиғәт билә­мәләрен ойоштороу тәртибе) Башҡортостан Рес­публикаһы Министрҙар Кабинеты тарафынан 1999 йылдың 26 февралендә 4-се ҡарар ҡабул итеү юлы менән раҫланды.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең вәкәләттәре Башҡортостан Республикаһы Конститу­цияһының 96-сы статьяһы һәм 2003 йылдың 14 мар­тындағы “Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тураһында”ғы 474-се Башҡортостан Республикаһы Законы менән билдәләнә.
Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 96-сы статьяһындағы 9-сы пунктҡа ярашлы, Баш­ҡортостан Республикаһы Хөкүмәте экология, тәби­ғәттән файҙаланыу, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкә­һендә берҙәм федераль сәйәсәтте тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша.
“Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тураһын­да”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 17-се статьяһына ярашлы, Башҡортостан Респуб­ликаһы Хөкүмәте үҙ компетенцияһы сиктәрендә тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм экологик именлекте тәьмин итеү өлкәһендә берҙәм федераль сәйәсәтте тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша, Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт ресурстарын рациональ файҙаланыу, тулыландырыу һәм һаҡлау, минераль-сеймал базаһын үҫтереү, тирә-яҡ мөхитте яҡ­шыртыу һәм һаҡлау буйынса эшмәкәрлекте ойоштора һәм уға контроллек итә; граждандарҙың уңайлы тирә-яҡ мөхиткә хоҡуҡтарын яҡлау, ха­лыҡ­тың экологик именлеген тәьмин итеү, ғәҙәттән тыш хәлдәргә юл ҡуймау, уларҙың эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса сара күрә.
“Башҡортостан Республикаһында махсус һаҡ­ланған тәбиғәт биләмәләре тураһында”ғы Башҡорт­остан Республикаһы Законы шулай уҡ Башҡортос­тан Республикаһы Хөкүмәте вәкә­ләттәренә ҡағыл­ған нормаларҙы үҙ эсенә ала. Мәҫәлән, ошо Башҡортостан Республикаһы Законының 2-се статьяһындағы 6-сы өлөшө Башҡортостан Респуб­ли­каһы Хөкүмәтенең республика әһәмиәтендәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен ойоштороу, уларҙың махсус һаҡлау тәртибен үҙгәртеү тураһын­дағы ҡарарҙарын түбәндәгеләр менән яраштырыуын күҙаллай:
– тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендәге вәкәләтле федераль башҡарма власть органы менән;
– махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре сиктә­рен­дә Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәре, башҡа ғәскәрҙәр, хәрби формированиелар һәм органдар ихтыяжы өсөн бирелгән ерҙәрҙе һәм бүтән тәбиғәт ресурстарын урынлаштырыу ҡаралһа, ил оборонаһы һәм дәүләт именлеге өлкәһендәге федераль башҡарма власть органдары менән.
Бынан тыш, “Башҡортостан Республикаһында махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһында”­ғы Башҡортостан Республикаһы Законында Тәбиғәт паркы тураһындағы положение Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән раҫлана; республика әһәмиәтендәге аныҡ дәүләт тәбиғәт заказнигының махсус һаҡлау тәртибе бурыстары һәм үҙенсәлектәре Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан раҫланған положение менән билдәләнә; Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте республика әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡылары биләмәләренең сиктәрен раҫлай һәм махсус һаҡлау тәртибен билдәләй; тәбиғәт комплекстарын һәм объекттарын тәбиғәт ҡомартҡылары тип, шулай уҡ улар биләгән территорияларҙы төбәк әһәмиәтен­дәге тәбиғәт ҡомартҡылары биләмәләре тип иғлан итеү Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән тормошҡа ашырыла; Республика әһәмиәтен­дәге дендрологик парк һәм ботаника баҡсаһы тура­һындағы положение Башҡортостан Республи­ка­һы Хөкүмәте ҡарары менән раҫлана, тип билдәләнә (18-се статьяның 4-се өлөшө, 24-се статьяның 2-се өлөшө, 26-сы статьяның 3-сө һәм 5-се өлөшө, 28-се статьяның 5-се өлөшө).
Конституцион мөрәжәғәттә күрһәтелгән ошо өлкәләге мөнәсәбәттәрҙе көйләүсе норматив хоҡуҡ акттарына, федераль һәм республика кимәлендәге закон акттарына сағыштырыу һәм хоҡуҡи йәһәттән үткәрелгән анализ бәхәс тыуҙырған акттарҙа Баш­ҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабине­ты­ның, махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен ойоштороу тәртибенән һәм уларҙың махсус һаҡлау режимын үҙгәртеүҙән тыш, бындай биләмәләрҙе ябыу тәртибен дә көйләүен күрһәтте. Шул уҡ ва­ҡытта федераль закондарҙа ла, Башҡортостан Рес­публикаһы закондарында ла Башҡортостан Республикаһы юғары башҡарма органының бындай хоҡуғы ҡаралмаған.
“Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тура­һында”ғы Федераль закон Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдарына төбәк әһәмиәтендәге махсус һаҡланған тәбиғәт билә­мәләрен ойоштороу ғына түгел, шулай уҡ уларҙың махсус һаҡлау тәртибен үҙгәртеү хоҡуғын да йөкмәтә (2-се статьяның 6-сы пункты). Тейешле нигеҙҙәр булған осраҡта махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең һаҡлау режимы көсәйтелә йәки кәметелә ала, шулай уҡ бындай тәртиптән тулы­һынса баш тартыу ҙа мөмкин. Асылда был ошондай биләмәләрҙе махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре статусынан мәхрүм итеүҙе, йәғни уларҙы бөтөрөүҙе аңлата.
Рәсәй Федерацияһы субъекттарының вәкәләтле дәүләт власы органдары тарафынан төбәк әһәмиә­тендәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен бөтөрөүҙең хаҡлы булыуын Рәсәй Федерацияһы Конституция суды ла раҫланы. Ул үҙенең 2016 йыл­дың 25 февралендәге 360-сы Билдәләмәһендә, махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен көйләгән башҡа закондар һәм норматив хоҡуҡ акттары, атап әйткәндә Мәскәү өлкәһе Хөкүмәтенең 2008 йылдың 12 февралендәге 86/4-се ҡарары менән раҫланған Дәүләт тәбиғәт заказниктарын һәм өлкә әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыларын үҙгәртеп ҡороу һәм бөтөрөү үҙенсәлектәре хаҡындағы положение менән берлектә эш иткән 2003 йылдың 23 июлендәге “Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмә­ләре тураһында”ғы 96/2003-сө Мәскәү өлкәһе Законы граждандарҙың конституцион хоҡуҡтарын боҙа тип иҫәпләү өсөн нигеҙ юҡ, тигән һығымтаға килде.
Үрҙә телгә алынған закон положениеларын комплекслы анализлау һөҙөмтәһендә Башҡортостан Республикаһы Конституция суды, Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты үҙенең 1999 йылдың 26 февралендәге 48-се ҡарары менән мөрәжәғәт итеүсе килешмәгән республика әһәмиә­тендәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен ойоштороу, уларҙың сиктәрен һәм махсус һаҡлау тәртибен үҙгәртеү, шулай уҡ бындай биләмәләрҙе бөтөрөү мәсьәләләрен көйләгән акттарҙы раҫлап, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһында ҡаралған вәкәләттәргә ярашлы эш иткән, тигән һығымтаға килде.
5. Үрҙә билдәләнгәнсә, Р. А. Шаһапова килешмә­гән нормаларҙың асылы уларҙың барыһының да теге йәки был махсус һаҡланған тәбиғәт биләмә­ләренең (тәбиғәт парктарының, дәүләт тәбиғәт заказ­никтарының, тәбиғәт ҡомартҡыларының) сиктәрен һәм махсус һаҡлау тәртибен үҙгәртеү, бындай биләмәләрҙе бөтөрөү улар ойошторолған тәртиптә тормошҡа ашырылыуы тураһындағы положениены үҙ эсенә алыуына ҡорола.
Быларҙың барыһы ла ризаһыҙлыҡ тыуҙырған нормаларҙың бланкет (сығанаҡты күрһәтеү) харак­терында булыуы хаҡында һөйләй. Хоҡуҡиәтте булдырыусы орган норманы белдергәндә, ошо уҡ йә­ки башҡа норматив хоҡуҡ актының бүтән нор­ма­ларын сығанаҡ итеп күрһәтеп, көйләнгән процес­тың барлыҡ нескәлектәрен ентекле бәйән итеүҙән тыйылған.
Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен ойоштороу алымы федераль кимәлдә лә (“Махсус һаҡ­ланған тәбиғәт биләмәләре тураһында”ғы Федераль закондың 2, 8, 14, 19, 23-сө һәм 26-сы статья­ла­ры), Башҡортостан Республикаһы кимәлендә лә (“Башҡортостан Республикаһында махсус һаҡлан­ған тәбиғәт биләмәләре тураһында”ғы Башҡортос­тан Республикаһы Законының 2, 19, 23, 26-сы статьялары, Башҡортостан Республикаһы Министр­ҙар Кабинетының 1999 йылдың 26 фев­ралендәге 48-се ҡарары менән раҫланған Респуб­лика әһә­миәтендәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен ойоштороу тәртибе) ентекле көйләнә һәм бер нисә этапты, шул иҫәптән түбәндәгеләрҙе үҙ эсенә ала:
– махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе статусын биреү күҙалланған биләмәгә комплексы экологик тикшереү үткәреү (шул иҫәптән инвентаризация һөҙөмтәләре буйынса);
– махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһен булдырыу өсөн тикшерелгән биләмәнең тәбиғәтте һаҡлау, экологик танып-белеү һәм рекреация ҡиммәтен фән­ни йәһәттән нигеҙләү;
– махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһен ойошто­роуға, шул иҫәптән ерҙәрҙе алыуға һәм (йәки) хужалыҡ эшмәкәрлеген тыйыуға бәйле тыуған сығымды ҡаплауға китәсәк сығымдар тураһында аңлатмалы яҙма әҙерләү;
– проектланыусы махсус һаҡланған тәбиғәт би­лә­мәһенең (кәрәк булғанда) һәм уның функциональ зоналарының картография материалдарын әҙер­ләү;
– махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһын­дағы положение проектын әҙерләү (тәбиғәт паркта­ры һәм дәүләт тәбиғәт заказниктары өсөн) һәм уны Баш­ҡортостан Республикаһының ҡыҙыҡ­һын­ған дәүләт власы органдары, урындағы үҙидара органдары, ерҙән файҙаланыусылар һәм ер хужалары менән яраштырыу;
– комплекслы экологик тикшереү (шул иҫәптән инвентаризация) материалдарын төбәк кимәлендә­ге дәүләт экологик экспертизаһына тәҡдим итеү;
– махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһен ойоштороу тураһындағы ҡарар проектын әҙерләү;
– төбәк кимәлендәге дәүләт экологик экспер­тизаһын үткәреү;
– махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәре, башҡа ғәскәр­ҙәр, ғәскәри формированиелар һәм органдар ихтыяждары өсөн бирелгән ерҙәр һәм бүтән тәбиғәт ресурстарының инеүе күҙалланһа, быны тирә-яҡ мө­хитте һаҡлау өлкәһендәге вәкәләтле федераль башҡарма власть органдары һәм ил оборонаһы, дәү­ләт именлеге өлкәһендәге федераль башҡарма власть органдары менән яраштырыу (Республика әһәмиәтендәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәлә­рен ойоштороу тәртибенең 4, 6-сы һәм 7-се пункт­тары).
Ризаһыҙлыҡ тыуҙырған нормаларҙың үрҙә әй­телгән бланкет (сығанаҡты күрһәтеү) характеры рес­публика әһәмиәтендәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен бөтөрөү процесы ниндәй ҙә булһа ябайлаштырылған алымға түгеллеген, ә улар­ҙы ойоштороу процесы үткән бөтә этаптарҙы һәм ғәмәлдәрҙе үҙ эсенә алырға тейешлеген аңлата.
Элегерәк ойошторолған республика әһәмиә­тен­дәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең әһә­миәтен юғалтыуы, шул иҫәптән стихия ҡазалары һәм башҡа факторҙар һөҙөмтәһендә, бындай билә­мә­ләрҙе бөтөрөү өсөн берҙән-бер нигеҙ булып тора.
Рәсәй Федерацияһы Конституция суды билдә­ләгән тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм экологик имен­лек­те тәьмин итеү өлкәһендәге мөнәсәбәттәрҙе хоҡу­ҡи көйләүҙең төп принциптарының береһе булараҡ халыҡ мәнфәғәттәренең өҫтөнлөгө принцибына (Рәсәй Федерацияһы Конституция судының 2013 йылдың 5 мартындағы 5-се ҡарары) таянып, Башҡортостан Республикаһы Конституция суды, республика әһәмиәтендәге махсус һаҡланған тәби­ғәт биләмәләре, тәбиғи процестарға бәйле объек­тив факторҙарҙан тыш, ниндәй ҙә булһа башҡа сәбәп­тәр, шул иҫәптән хужалыҡ өсөн файҙа алыуға ҡоролған сәбәптәр арҡаһында бөтөрөлә алмай, тигән фекерҙә.
Башҡортостан Республикаһы Конституция суды­ның фекеренсә, үрҙә әйтелгәндәрҙең барыһы ла дәүләт власы органдарының теге йәки был махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен бөтөрөү буйынса Башҡортостан Республикаһы тәбиғәтенә зыян килтерерлек һәм граждандарҙың имен тирә-яҡ мөхиткә конституцион хоҡуҡтарын боҙорлоҡ нигеҙһеҙ һәм уйланылмаған ҡарарҙарынан тейешле хоҡуҡи гарантиялар тыуҙыра.
Билдәләнгәндәрҙән сығып, мөрәжәғәт итеүсе Р.А. Шаһапова дәғүә белдергән нормалар Башҡорт­остан Республикаһы Конституцияһына ҡаршы килә һәм граждандарҙың конституцион хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын боҙоуға килтереүе ихтимал тип ҡарала алмай.
“Башҡортостан Республикаһы Конституция суды тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законы­ның 4-се статьяһындағы 4-се өлөштө, 75, 76, 77, 78, 81, 82-се һәм 83-сө статьяларын эштә ҡулланма итеп алып, Башҡортостан Республикаһы Конституция суды
ҡарар итте:

1. Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының 1999 йылдың 26 февралендәге “Башҡортостан Республикаһында махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһындағы положениеларҙы раҫлау хаҡында”ғы 48-се ҡарары менән раҫланған Башҡортостан Республикаһында тәбиғәт парктары тураһындағы положениеның 1.6-сы пунктын, Баш­ҡортостан Республикаһында дәүләт тәбиғәт заказ­никтары тураһындағы положениеның 3.3-сө пунктын, Башҡортостан Республикаһында тәбиғәт ҡомартҡылары тураһындағы положениеның 3.7-се пунктындағы беренсе абзацты, Республика әһәмиәтендәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмә­ләрен ойоштороу тәртибенең 6-сы пунктындағы беренсе абзацты Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ярашлы тип танырға.
2. Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының 1999 йылдың 26 февралендәге “Башҡортостан Республикаһында махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһындағы положениеларҙы раҫлау хаҡында”ғы 48-се ҡарары менән раҫланған Башҡортостан Республикаһында тәбиғәт парктары тураһындағы положениелағы 1.6-сы пункттың, Башҡортостан Республикаһында дәүләт тәбиғәт заказниктары тураһындағы положениелағы 3.3-сө пункттың, Башҡортостан Республикаһында тәбиғәт ҡомартҡылары тураһындағы положениелағы 3.7-се пунктындағы беренсе абзацтың, Республика әһә­миәтендәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмә­ләрен ойоштороу тәртибендәге 6-сы пунктындағы беренсе абзацтың ошо ҡарар менән асыҡланған конституцион-хоҡуҡи мәғәнәһе дөйөм мәжбүри булып тора. Хоҡуҡ ҡулланыу практикаһында был уларға башҡа төрлө аңлатма биреүгә юл ҡуймай.
3. Ошо ҡарар башҡа суд тарафынан ҡайтанан ҡарала алмай, иғлан ителгәндән һуң көсөнә инә, туранан-тура эш итә һәм бүтән органдар һәм вази­фалы кешеләр тарафынан раҫлауҙы талап итмәй.
4. Ошо ҡарар “Ведомости Государственного Собрания – Курултая, Главы и Правительства Рес­публики Башкортостан”да, “Башҡортостан Респуб­ликаһы хоҡуҡи мәғлүмәттәренең рәсми интернет-порталы”нда (www.npa.bashkortostan.ru), “Республика Башкортостан”, “Башҡортостан”, “Кызыл таң” гәзиттәрендә баҫылып сығырға тейеш.

Башҡортостан Республикаһы
Конституция суды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 292

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 262

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 326

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 348

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 259

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 337

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 248

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 254

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 323

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 238

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 119

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 213