Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарары
2014 ЙЫЛ, 18 июнь № 71/3-5
Өфө

2014 йылдың 14 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Президентын ваҡытынан алда һайлауҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына кандидатты күрһәтеү өсөн ҡултамғалары йыйылырға тейешле кешеләр һәм вәкиллекле органдары депутаттары тарафынан кандидат хупланырға тейешле муниципаль райондар һәм ҡала округтары һаны тураһында


Һайлау тураһындағы Башҡортостан Республикаһы кодексының 20-се статьяһындағы 9-сы өлөшкә, 47-се статьяһындағы 15, 18-се өлөштәргә, 95.3-сө статьяһындағы 7 – 9-сы өлөштәргә ярашлы, Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһының 2013 йылдың 18 апрелендәге “Муниципаль берәмек башлыҡтары һәм вәкиллекле органдар депутаттары тураһындағы мәғлүмәттәрҙе индереү, Рәсәй Федерацияһы субъектының юғары вазифалы кешеһе (Рәсәй Федерацияһы субъектындағы дәүләт власының юғары башҡарма органы етәксеһе) вазифаһына кандидатты күрһәтеү өсөн ҡултамғалары йыйылырға тейешле кешеләр һанын (абсолют сағылышта), шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы субъектының кандидаттың күрһәтелеүе хупланырға тейешле муниципаль райондары һәм ҡала округтары, федераль әһәмиәттәге ҡаланың муниципаль берәмектәре һанын билдәләү менән бәйле бурыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн Рәсәй Федерацияһының “Һайлау” автоматлаштырылған дәүләт системаһын ҡулланыу регламенты тураһында”ғы 171/1235-6-сы ҡарарын эштә ҡулланма итеп алып, Рәсәй Федерацияһы Юстиция министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы, Башҡортостан Республикаһының муниципаль райондары һәм ҡала округтары башлыҡтары тарафынан Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһына тәҡдим ителгән Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль берәмектәрҙең вәкиллекле органдары депутаттары һаны тураһындағы мәғлүмәттәр нигеҙендә Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарар итә:
1. Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына кандидатты күрһәтеүҙе хуплап Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль берәмектәрҙең вәкиллекле органдарынан 457 депутаттың ҡултамғаһы йыйылырға тейеш, тип билдәләргә.
2. Ошо ҡарарҙың 1-се пунктында күрһәтелгән депутаттарҙың ҡултамғалары иҫәбендә Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль райондарҙың һәм ҡала округтарының вәкиллекле органдарындағы 57 депутаттың ҡултамғаһы булырға тейеш.
3. Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһына тәҡдим ителгән ҡултамғалар һаны артыҡ була ала, тип билдәләргә:
— ошо ҡарарҙың 1-се пунктында күрһәтелгән ҡултамғалар һанынан, әммә ул Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль берәмектәрҙең вәкиллекле органдарындағы 22 депутат ҡултамғаһынан артмаҫҡа тейеш;
— ошо ҡарарҙың 2-се пунктында күрһәтелгән ҡултамғалар һанынан, әммә ул Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль райондарҙың һәм ҡала округтарының вәкиллекле органдарындағы ике депутат ҡултамғаһынан артмаҫҡа тейеш.
4. Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына кандидат Башҡортостан Республикаһының кәмендә 48 муниципаль районындағы һәм ҡала округындағы вәкиллекле органдар депутаттары тарафынан хупланырға тейеш, тип билдәләргә.
5. Ошо ҡарарҙы, 2014 йылдың 20 июненән дә һуңға ҡалмайынса, “Республика Башкортостан”, “Башҡортостан”, “Кызыл таң” гәзиттәрендә баҫтырып сығарырға һәм Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының сайтында урынлаштырырға.
6. Ошо ҡарарҙың үтәлешенә контролде Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы секретары М.Б. Долматоваға йөкмәтергә.

Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы
рәйесе Х.А. ВӘЛИЕВ.
Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы
секретары М.Б. ДОЛМАТОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 292

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 262

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 326

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 348

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 259

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 337

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 247

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 254

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 323

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 238

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 119

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 213