Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡортостан Республикаһы ЗАКОНЫ
Башҡортостан Республикаһы ЗАКОНЫ Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тарафынан 2014 йылдың 27 февралендәҡабул ителде.

1 статья
Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына (Башҡортостан Республикаһының 2002 йылдың 3 декабрендәге 369-з һанлы Законы редакцияһында) (Ведомости Верховного Совета и Правительства Республики Башкортостан, 1994, № 4 (22), ст. 146; Ведомости Государственного Собрания, Президента и Кабинета Министров Республики Башкортостан, 2003, № 1 (157), ст. 3; Ведомости Государственного Собрания – Курултая, Президента и Правительства Республики Башкортостан, 2006, № 15 (237), ст. 925; 2009, № 17 (311), ст. 1088; 2011, № 15 (357), ст. 1036; 2012, № 21 (387), ст. 988) түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
1) 6 статьяны түбәндәге редакцияла бирергә:
«6 статья
Башҡортостан Республикаһында дәүләт власын Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы, Башҡортостан Республикаһы Башлығы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Башҡортостан Республикаһы судтары тормошҡа ашыра.»;
2) 28 статьяны түбәндәге йөкмәткеле икенсе өлөш менән тулыландырырға:
«Башҡортостан Республикаһы закондары граждандар тарафынан Башҡортостан Республикаһының матди, финанс һәм башҡа средстволары иҫәбенә тәьмин ителеүсе өҫтәмә льготалар менән файҙаланыуға талаптар рәүешендә кешенең республика территорияһында даими йәшәү критерийын иҫәпкә алырға мөмкин.»;
3) 30 статьяны түбәндәге йөкмәткеле икенсе өлөш менән тулыландырырға:
«Башҡортостан Республикаһы төрлө дингәҡараған диндарҙар араһында толерантлыҡ, сабырлыҡһәм ихтирам итеүҙе яҡлауға булышлыҡ итә.»;
4) 68 статьяның икенсе өлөшөндә «Башҡортостан Республикаһы Президенты» һүҙҙәрен «Башҡортостан Республикаһы Башлығы» һүҙҙәре менән алмаштырырға;
5) 69 статьяны түбәндәге йөкмәткеле бишенсе өлөш менән тулыландырырға:
«Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты үҙенең статусын хоҡуҡ тәртибе, әхлаҡҡиммәттәренә, парламент дисциплинаһы ҡағиҙәләренәһәм традицияларына ярашлы файҙаланырға бурыслы.»;
6) 71 статьяның беренсе өлөшөндә:
а) 15-се пунктта «Башҡортостан Республикаһы Президентын» һүҙҙәрен «Башҡортостан Республикаһы Башлығын» һүҙҙәре менән алмаштырырға;
16-сы пунктты түбәндәге редакцияла бирергә:
«16) Президиумды, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының даими комитеттарын ойоштороу, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Рәйесен һайлау;»;
в) 17-се пунктта «Башҡортостан Республикаһы Президентына» һүҙҙәрен «Башҡортостан Республикаһы Башлығына» һүҙҙәре менән алмаштырырға;
г) 21-се пунктта тейешле килештәге «Башҡортостан Республикаһы Президенты» һүҙҙәрен тейешле килештәге «Башҡортостан Республикаһы Башлығы» һүҙҙәре менән алмаштырырға;
д) 22-се пунктта «Башҡортостан Республикаһы Президенты» һүҙҙәрен «Башҡортостан Республикаһы Башлығы» һүҙҙәре менән алмаштырырға;
е) 25-се пунктта «Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса вәкил» һүҙҙәрен «Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил» һүҙҙәре менән алмаштырырға;
ж) 26-сы пунктты түбәндәге редакцияла бирергә:
«26) Башҡортостан Республикаһының Контроль-иҫәп палатаһы Рәйесен, Рәйесе урынбаҫарын һәм аудиторҙарын вазифаға тәғәйенләүһәм вазифанан бушатыу;»;
з) 32-се пунктты түбәндәге редакцияла бирергә:
«32) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһындағы мәсьәләне хәл итеү;»;
и) 34-се пунктта «Башҡортостан Республикаһы Президентының» һүҙҙәрен «Башҡортостан Республикаһы Башлығының» һүҙҙәре менән алмаштырырға;
7) 72 статьяны түбәндәге редакцияла бирергә:
«72 статья Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы үҙҡарамағындағы мәсьәләләр буйынса демократик йәмәғәтселек фекерен формалаштырыу һәм уны яҡлау өсөн шарттар булдыра һәм закондар сығарыу процесында иҫәпкә ала.»;
8) 73 статьяны түбәндәге редакцияла бирергә:
«73 статья
Граждандар һәм уларҙың берекмәләре Башҡортостан Республикаһының хоҡуҡ системаһын формалаштырғанда вәкиллекле демократияның йәмәғәт институттарында ҡатнашыу юлы менән үҙенең ихтыярын һәм мәнфәғәттәрен сағылдырырға хоҡуҡлы.»;
9) 74 статьяны түбәндәге редакцияла бирергә:
«74 статья
Граждандар һәм уларҙың берекмәләре Башҡортостан Республикаһы законы менән билдәләнгән тәртиптә Башҡортостан Республикаһы законын ҡабул итеү, үҙгәртеү йәки уны ғәмәлдән сыҡҡан тип таныу тураһындағы тәҡдим менән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына шәхси һәм коллектив мөрәжәғәттәр ебәреп, граждандарҙың закондар сығарыу инициативаһын тормошҡа ашырыу хоҡуғына эйә.»;
10) 76 статьяла:
а) беренсе өлөштә:
«Башҡортостан Республикаһы Президенты» һүҙҙәрен «Башҡортостан Республикаһы Башлығы» һүҙҙәре менән алмаштырырға;
«, Башҡортостан Республикаһы законы менән билдәләнгән тәртиптә граждандарҙың закондар сығарыу инициативаһы хоҡуғын тормошҡа ашырыусы граждандар һәм уларҙың берекмәләре» һүҙҙәре менән тулыландырырға;
б) икенсе өлөштә тейешле килештәге «Башҡортостан Республикаһы Президенты» һүҙҙәрен тейешле килештәге «Башҡортостан Республикаһы Башлығы» һүҙҙәре менән алмаштырырға;
11) 78 статьяла тейешле килештәге «Башҡортостан Республикаһы Президенты» һүҙҙәрен тейешле килештәге «Башҡортостан Республикаһы Башлығы» һүҙҙәре менән алмаштырырға;
12) 81 статьяны түбәндәге редакцияла бирергә:
«81 статья
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы социаль конфликттарҙы хәл иткәндә социаль партнерлыҡта һәм йәмәғәт диалогында ҡатнаша.»;
13) 82 статьяны түбәндәге редакцияла бирергә:
«82 статья
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Башҡортостан Республикаһының иң юғары вазифалы кешеһе булып тора, Рәсәй Федерацияһы Президенты, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы һәм Дәүләт Думаһы, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте, башҡа федераль дәүләт власы органдары, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдары, Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдары, урындағы үҙидара органдары, йәмәғәт берекмәләре, башҡа ойошмалар һәм вазифалы кешеләр менән мөнәсәбәттәрҙәһәм халыҡ-ара һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе тормошҡа ашырғанда Башҡортостан Республикаһы исеменән эш итә.
Башҡортостан Республикаһының иң юғары вазифалы кешеһенең вазифа атамаһы Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы һәм Глава Республики Башкортостан тиң мәғәнәле.»;
14) 83 статьяла тейешле килештәге «Башҡортостан Республикаһы Президенты» һүҙҙәрен тейешле килештәге «Башҡортостан Республикаһы Башлығы» һүҙҙәре менән алмаштырырға;
15) 84 статьяла «Башҡортостан Республикаһы Президенты» һүҙҙәрен «Башҡортостан Республикаһы Башлығы» һүҙҙәре менән алмаштырырға;
16) 85 статьяның беренсе өлөшөндә «Башҡортостан Республикаһы Президенты» һүҙҙәрен «Башҡортостан Республикаһы Башлығы» һүҙҙәре менән алмаштырырға;
17) 86 статьяла «Башҡортостан Республикаһы Президенты» һүҙҙәрен «Башҡортостан Республикаһы Башлығы» һүҙҙәре менән алмаштырырға;
18) 87 статьяны түбәндәге редакцияла бирергә:
«87 статья
Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
1) кеше һәм граждан хоҡуҡтарын һәм иректәрен тормошҡа ашырыуҙы гарантиялай, Башҡортостан Республикаһының иҡтисади һәм сәйәси мәнфәғәттәрен яҡлай, үҙенең территорияһында законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итә;
2) Башҡортостан Республикаһы социаль-иҡтисади үҫешенең төп йүнәлештәрен билдәләй;
3) Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтен төҙөй һәм уның эшмәкәрлегенә етәкселек итә; Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең отставкаһы хаҡында ҡарар ҡабул итә;
4) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы ризалығы менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрын тәғәйенләй;
5) Башҡортостан Республикаһы дәүләт власының башҡарма органдары структураһын билдәләй;
6) Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры тәҡдиме буйынса Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙарын, Башҡортостан Республикаһы министрҙарын, дәүләт комитеттары рәйестәрен һәм ведомство етәкселәрен тәғәйенләй һәм вазифанан бушата;
7) Башҡортостан Республикаһы закондарын халыҡҡа еткерә йә иһә уларҙы кире ҡаға;
8) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына закон проекттарын индерә;
9) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫеше программаларын тәҡдим итә;
10) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамә менән сыға; Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте эшмәкәрлегенеңһөҙөмтәләре тураһында, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы тарафынан ҡуйылған мәсьәләләр буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына һәр йылғы отчеттарын тәҡдим итә;
11) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы эшендә кәңәш биреү тауышы хоҡуғы менән ҡатнашырға хаҡлы;
12) Башҡортостан Республикаһының яңы һайланған Дәүләт Йыйылышын уның тәүге ултырышына Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы өсөн ошо Конституция менән билдәләнгән ваҡыттан алда саҡырырға, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының сираттан тыш ултырышын саҡырыуҙы талап итергә хаҡлы;
13) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы ҡарарҙарына үҙгәрештәр һәм (йәки) өҫтәмәләр индереү йә иһә уларҙы ғәмәлдән сығарыу тураһында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына тәҡдимдәр индерә;
14) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу (таратыу) тураһында указ сығара;
15) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды Рәйесе, Рәйесе урынбаҫары, судьялары вазифаларына тәғәйенләүөсөн кандидатуралар тәҡдим итә;
16) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына мировой судьялар һайлау өсөн кандидатуралар тәҡдим итә;
17) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил вазифаһына тәғәйенләүөсөн кандидатура, Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил вазифаһына тәғәйенләүөсөн кандидатура, Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил вазифаһына тәғәйенләүөсөн кандидатура тәҡдим итә; Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы алдына уларҙы вазифаһынан бушатыу тураһында мәсьәләне ҡуя;
18) Башҡортостан Республикаһының Контроль-иҫәп палатаһы Рәйесе, Рәйесе урынбаҫары һәм аудиторҙары вазифаһына тәғәйенләүөсөн кандидатуралар тәҡдим итә;
19) Башҡортостан Республикаһының ведомство-ара Йәмәғәт именлеге советын ойоштора;
20) Башҡортостан Республикаһы башҡарма власть органдарының Башҡортостан Республикаһы дәүләт власының башҡа органдары менән эшмәкәрлеген координациялауҙы тәьмин итәһәм Рәсәй Федерацияһы закондарына ярашлы Башҡортостан Республикаһы башҡарма власть органдарының федераль башҡарма власть органдары һәм уларҙың территориаль органдары, урындағы үҙидара органдары һәм йәмәғәт берекмәләре менән үҙ-ара эш итеүен ойоштора;
21) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына Башҡортостан Республикаһы судьяларының квалификация коллегияһына йәмәғәтселек вәкилдәрен тәғәйенләүөсөн кандидатуралар тәҡдим итә; уларҙың вәкәләттәрен туҡтатыу тураһында тәҡдимдәр индерә;
22) Башҡортостан Республикаһы исеменән договорҙарға һәм килешеүҙәргәҡул ҡуя;
23) Рәсәй Федерацияһыныңһәм Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдары ҡарамағындағы, шулай уҡ сит ил федератив дәүләттәре субъекттарындағы һәм сит ил дәүләттәренең административ-территориаль берәмектәрендәге Башҡортостан Республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкилдәрен тәғәйенләй һәм саҡыртып ала;
24) Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтен ойоштора;
25) үҙ вәкәләттәренә ярашлы Башҡортостан РеспубликаһыныңҮҙәк һайлау комиссияһы ағзаларын тәғәйенләй;
26) Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары менән бүләкләй;
27) Башҡортостан Республикаһының маҡтаулы һәм башҡа исемдәрен бирә;
28) ошо Конституцияға, федераль закондарға һәм Башҡортостан Республикаһының закондарына ярашлы башҡа вәкәләттәрҙе тормошҡа ашыра.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы үҙ бурыстарын ваҡытлыса (ауырыуға йәки ял итеүгә бәйле) үтәй алмаған осраҡтарҙа, федераль закон менән ҡаралған осраҡтарҙан тыш, уларҙы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры башҡара.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы үҙ вәкәләттәрен тормошҡа ашырғанда Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына, федераль закондарға, ошо Конституцияға һәм Башҡортостан Республикаһы закондарына таянырға, Рәсәй Федерацияһы Президенты указдарын һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарарҙарын үтәргә бурыслы.»;
19) 88 статьяны түбәндәге редакцияла бирергә:
«88 статья
Башҡортостан Республикаһы Башлығының вәкәләттәре, ошо Конституция һәм федераль закон менән ҡаралған осраҡтарҙан тыш, Башҡортостан Республикаһыныңһайлап ҡуйылған дәүләт власы органдарын һәм урындағы үҙидара органдарын таратыу йә иһә уларҙың эшмәкәрлеген туҡтатып тороу өсөн файҙаланыла алмай.»;
20) 89 статьяла «Башҡортостан Республикаһы Президентының» һүҙҙәрен «Башҡортостан Республикаһы Башлығының» һүҙҙәре менән алмаштырырға;
21) 90 статьяла тейешле килештәге «Башҡортостан Республикаһы Президенты» һүҙҙәрен тейешле килештәге «Башҡортостан Республикаһы Башлығы» һүҙҙәре менән алмаштырырға;
22) 91 статьяның икенсе өлөшөн түбәндәге редакцияла бирергә:
«Башҡортостан Республикаһы Башлығы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә етәкселек итә.»;
23) 93 статьяла «Башҡортостан Республикаһы Президенты» һүҙҙәрен «Башҡортостан Республикаһы Башлығы» һүҙҙәре менән алмаштырырға;
24) 94 статьяла:
а) беренсе өлөштә «Башҡортостан Республикаһы Президенты» һүҙҙәрен «Башҡортостан Республикаһы Башлығы» һүҙҙәре менән алмаштырырға;
б) икенсе өлөштө түбәндәге редакцияла бирергә:
«Башҡортостан Республикаһы Башлығы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте составына Башҡортостан Республикаһының башҡа дәүләт органдары һәм ойошмалары етәкселәрен индерә ала.»;
25) 95 статьяла «Башҡортостан Республикаһы Президенты» һүҙҙәрен «Башҡортостан Республикаһы Башлығы» һүҙҙәре менән алмаштырырға;
26) 96 статьяла:
а) 2-се пунктты түбәндәге редакцияла бирергә:
«2) үҙ вәкәләттәренә ярашлы милекте һәм йәмәғәт тәртибен һаҡлау, терроризмға һәм экстремизмға ҡаршы эш итеү, енәйәтселеккәҡаршы көрәш буйынса сараларҙы тормошҡа ашыра;»;
б) 3-сө пунктта «Башҡортостан Республикаһы Президенты» һүҙҙәрен «Башҡортостан Республикаһы Башлығы» һүҙҙәре менән алмаштырырға;
в) 4-се пунктта тейешле килештәге «Башҡортостан Республикаһы Президенты» һүҙҙәрен тейешле килештәге «Башҡортостан Республикаһы Башлығы» һүҙҙәре менән алмаштырырға;
27) 97 статьяла тейешле килештәге «Башҡортостан Республикаһы Президенты» һүҙҙәрен тейешле килештәге «Башҡортостан Республикаһы Башлығы» һүҙҙәре менән алмаштырырға;
28) 6 бүлекте түбәндәге редакцияла бирергә:
«6 бүлек
Башҡортостан Республикаһында йәмәғәт власыныңһөҙөмтәле эшләү гарантиялары
100 статья
Башҡортостан Республикаһында йәмәғәт власы органдары граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә булышлыҡ итәһәм Башҡортостан Республикаһы эштәре менән идара итеүҙәһәм урындағы үҙидарала, үҙҙәренең власть вәкәләттәрен тормошҡа ашырыуҙа халыҡтыңһәм граждандарҙың коллектив ҡатнашыуын тәьмин итә.
101 статья
Башҡортостан Республикаһында йәмәғәт власы органдарыныңүҙ-ара мөнәсәбәттәре намыҫлылыҡ, властың асыҡлығы, ҡарарҙарҙы әҙерләүһәм тормошҡа ашырыуҙа контроль процедураларын көйләү, яраштырыу, шулай уҡ дәүләт һәм муниципалитет менән тейешлесә идара итеүҙәүҙ-ара яуаплылыҡ принциптарына нигеҙләнә.
102 статья
Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдары үҙ вәкәләттәрен тормошҡа ашырғанда дөйөм именлеккә, эске берҙәмлеккә, мәҙәниәттәр һәм телдәр төрлөлөгөнә, тиң хоҡуҡлылыҡҡа, хеҙмәттәшлеккәһәм урындағы үҙидараны ғәмәлгә ашырған территорияларҙың интеграцияһына булышлыҡ итә.
Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдары урындағы үҙидараны ғәмәлгә ашырған территорияларҙы финанс йәһәтенән тигеҙләүҙе дәртләндерәһәм, Башҡортостан Республикаһының комплекслы социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеүҙәҡатнашыуы һөҙөмтәлелегенән сығып, уларға тейешлесә финанс яҡтан булышлыҡ итә, административ, хоҡуҡи һәм инвестицион ярҙам күрһәтә.
103 статья
Башҡортостан Республикаһында йәмәғәт власы органдары араһындағы фекер айырымлыҡтары һәм бәхәстәр паритетлы нигеҙҙә ойошторолған комиссиялар тарафынан ҡарала һәм яраштырыу процедуралары, консультациялар, һөйләшеүҙәр нигеҙендә йәки суд тәртибендә хәл ителә.»;
29) 106 статьяның беренсе өлөшөндә:
а) 3-сө пунктта «Башҡортостан Республикаһы Президентының» һүҙҙәрен «Башҡортостан Республикаһы Башлығының» һүҙҙәре менән алмаштырырға;
б) 5-се пунктты түбәндәге редакцияла бирергә:
«5) урындағы үҙидара органдарының норматив хоҡуҡи акттарының;»;
в) 6-сы пунктты түбәндәге редакцияла бирергә:
«6) Башҡортостан Республикаһы ҡарамағындағы мәсьәләләр буйынса Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдары һәм урындағы үҙидара органдары араһындағы асыҡ-хоҡуҡи договорҙарҙың Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ярашлы булыу-булмауы тураһындағы эштәрҙе хәл итә.»;
30) 107 статьяны түбәндәге редакцияла бирергә:
«107 статья Федераль закон һәм уға ярашлы ҡабул ителгән Башҡортостан Республикаһы законы менән судья вазифаһына кандидаттарға ҡуйылған талаптарға яуап биргән Рәсәй Федерацияһы граждандары Башҡортостан Республикаһы судтары судьялары була ала.»;
31) 117 статьяла «Башҡортостан Республикаһы Президенты» һүҙҙәрен «Башҡортостан Республикаһы Башлығы» һүҙҙәре менән алмаштырырға;
32) 123 статьяның 3-сө абзацында «Башҡортостан Республикаһы Президенты» һүҙҙәрен «Башҡортостан Республикаһы Башлығы» һүҙҙәре менән алмаштырырға.

2 статья
1. Ошо Закон, был статья менән ғәмәлгә инеүенең башҡа ваҡыты билдәләнгән положениеларынан тыш, рәсми баҫылып сыҡҡандан һуң ун көн үткәс үҙ көсөнә инә.
2. Ошо Закондың 1 статьяһының 1-се, 4-се пункттары, 6-сы пунктының «а», «в», «г», «д», «и» ярҙамсы пункттары, «а» ярҙамсы пунктының икенсе абзацы, 10-сы пунктының «б» ярҙамсы пункты, 11-се, 13–17-се пункттары, 18-се пункты (егерменсе абзацтан тыш), 19–25-се пункттары, 26-сы пунктының «б», «в» ярҙамсы пункттары, 27-се пункты, 29-сы пунктының «а» ярҙамсы пункты, 31-се һәм 32-се пункттары 2010 йылдың 28 декабрендәге 406-ФЗ һанлы “Рәсәй Федерацияһы субъекттары дәүләт власының закондар сығарыусы (вәкиллекле) һәм башҡарма органдарын ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында” Федераль закондың 18 статьяһына үҙгәреш индереү тураһында» Федераль закондың 2 статьяһы менән билдәләнгән күсеү дәүере үткәндән һуң көсөнә инә.
Ошо өлөш үҙ көсөнә ингәнгә тиклем ҡабул ителгән Башҡортостан Республикаһы закондарындағы һәм башҡа норматив хоҡуҡи акттарындағы «Башҡортостан Республикаһы Президенты» атамаһын «Башҡортостан Республикаһы Башлығы» атамаһына тиң мәғәнәле тип иҫәпләргә.
Башҡортостан Республикаһы
Президенты Р. Хәмитов.

Республика йорто,
2014 йыл, 4 март.
№57-з.
РЕДАКЦИЯНАН. Әлеге Закон Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 2008 йылда
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариатында башҡорт һәм урыҫ телдәрендә донъя күргән тексы нигеҙендә баҫылды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 291

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 260

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 325

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 347

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 256

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 336

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 244

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 253

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 321

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 235

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 116

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 212