Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер30.01.2019
Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп һатыуға сығара Хәйбулла уңғандары.

Подольск ауылының булдыҡлы фермеры Виктор Власенконың башланғысы был. Ул урында ит эшкәртеү цехы асып, Аҡъярҙа сауҙа урыны булдырған. Һатыуҙа тәҡдим ителгән сифатлы продукция халыҡ тарафынан яҡшы баһа алып өлгөргән дә инде.

Хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, бер сменала алтмыш килограмдан ашыу билмән бөрөлә. Цехта биш кеше эшләй. “Халыҡтың ихтыяжын күҙ уңында тотоп, продукцияны төрләндереп торабыҙ”, – ти улар.

Йүнсел Власенко мал һанын тағы ла арттырып, ит етештереү буйынса махсуслашырға уйлай. Сауҙа урындарын Өфөлә лә асыу маҡсаты бар уның.


Вернуться назад