Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Бал” тигәндән генә ирендәр балланмай…
“Бал” тигәндән генә ирендәр балланмай…Сиҡат тауы яғынан томан күтәрелә. Уны йырып бер кеше килә. Барыһы яҡын, таныш, ҡәҙерле уға: ысыҡтан башын ҡалҡытҡан үләндәр ҙә, уйһыулыҡ та, ҡыуаҡлыҡтар ҙа. Ошонда тыуған, буй еткергән, ир ҡорона ингән.
Ҡорттарын тикшереп ҡайтып килә Айҙар. Ун алты ғына йәшенән ошо һөнәрҙе һайлап, ул саҡта республикалағы ҡортсолоҡ буйынса берҙән-бер уҡыу йортон – Михайловкалағы училищены – тамамлағандан бирле ошо юлдан үтә. Хатта кемдер был юлды “Имамов юлы” тип тә нарыҡлаған.
– Утыҙ йылдан ашыу инде ошо һөнәр үҙенә тартып тик тора, – ти тәжрибәле умартасы Айҙар Альберт улы. – Колхоз ваҡытындағы умартасы Рәүеф ағай Яҡупов районда ғына түгел, тирә-яҡта танылған кеше ине. Миңә, әле студент ҡына кешегә, был һөнәрҙең бик күп нескәлектәрен өйрәтте. Ул пенсияға сыҡҡас инде “пасека”ла бер үҙем ҡалдым…
Шуныһы оҡшаны әңгәмәсемдең: унан һүҙҙе “тартып алырға” кәрәкмәй, ләкин һәр береһен бәйнә-бәйнә, мөһимдәрен генә һөйләй. Әйтерһең, күптәнге таныштарбыҙ. Тағы нимәһе тарта Имамовтың – ысын ирҙәргә генә хас тыныслығы, үҙ-үҙенә ышанысы, талапсанлығы. Шулай булмаһа, әллә ни саҡлы арала ятҡан умарталыҡҡа йөрөп, 150 баштан ашыу умартаны ҡарай алыр инеме?
Булдыҡлы ирҙең тырышлығы ҡапҡаһынан да күренә, ошо ҡапҡа артындағы һарайҙай өйҙән, ҡаралты-ҡуранан, батша һарайынан һис кәм булмаған өйө бар ауылға йәм биреп, күкрәген киреп ултыра. Аҙбарында үгеҙҙәр бәйләгән. Шулай булмай ни, 2005 йылда умартасылыҡ буйынса фермер хужалығы ойошторғандан һуң 70 гектарға яҡын ер ҙә юллаған. Хәҙер унда иген культуралары сәселә. Бесәне иһә, фермер әйтмешләй, яландар күп, хет әллә күпме сап.
Умарталыҡҡа ҡайтайыҡ.
– Быйыл йүкә балы аҙ булды, – ти Айҙар Альберт улы. – Беҙҙә йүкә ағасы күп, ләкин сәскә атыу осоронда эҫе булды: 30 ағастың береһе генә тигәндәй сәскә атты. Әле күпме бал буласағын әйтеп булмай. Себеште көҙ һанайҙар, тиме…
– Әйтемдәргә килгәндә, балсы ҡулынан бал тама, тигәне лә бар бит әле уның, – тип шаяртам.
– Уныһы шулай, – тип йылмая Имамов, – тик һығымта яһарға иртәрәк әле. Ҡорттарға аҙыҡ та ҡалдырырға кәрәк бит…
Фермерҙың төп таянысы – улы Айнур. Икенсе улы Әлмир Өфөлә эшләһә лә, ҡайтҡанында ышаныслы ярҙамсы. Бар уңыштың нигеҙе – тырышлыҡ үә ғаилә именлеге. Ә был именлекте, әлбиттә, гүзәл затһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Ни генә тимә, борондан ҡатын-ҡыҙ – ғаилә усағын һаҡлаусы. Был йәһәттән Айһылыу үҙ бурысын намыҫ менән үтәй – усаҡ һәр саҡ дөрләп тора.
Тырыш, дәртле кешеләрҙән күңелең күтә­релеп, йылылыҡ алып ҡайтаһың бит ул. Әйтерһең, үҙҙәрендәге дәрт-дарманды баш­ҡалар күңеленә лә өләшеп ебәрәләр. Һөйлә­гәндәргә ҡушып, йәшәү өсөн аңлата алмаҫлыҡ сәм дә алып китәһең…

Яңауыл районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 317

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 378

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 333

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 283

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 356

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 331

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 320

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 256

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 487