Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хеҙмәтебеҙ табыш килтерһен
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Ҡырмыҫҡалы районында булды

Хеҙмәтебеҙ табыш килтерһен“Артемида” йәмғиәтенең Вязовка ауылы эргәһендәге тәжрибә баҫыуы һабантуй майҙанын хәтерләтә. Бер яҡта ауыл хужалығы культураларын үҫтереү, уңыш йыйыу техникалары теҙелгән, икенсе рәттә ашлама етештергән ойошмалар үҙ тауарын тәҡдим итә. Рәт-рәт үҫтерелгән кукуруз, ҡарабойҙай, рапс һәм башҡа культуралар хаҡында төплө мәғлүмәт алырға, артабан уларҙы үҙеңдең хужалығыңда файҙаланырға мөмкин.


Ауыл хужалығы эшсәндәре әле генә ҡара ер ҡуйынына тәүге орлоҡтарҙы һалһа, бына үҫтерелгән уңышты алыр мәл дә етте. Уны юғалтыуһыҙ йыйыу һәм киләһе йылға тағы ла ниндәй культураларға өҫтөнлөк биреү хәстәре менән йәшәй ер кешеһе. Тап ошондай мәлдә тәжрибә уртаҡлашыу, фекер алышыу, алда торған проблемалар, уларҙы хәл итеү юлдары хаҡында һөйләшеү, белгестәрҙең кәңәшен тыңлау маҡсатында ойошторолдо был сара.
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, кәңәшмәне асып, ҡатнашыусыларға уңыштар теләне, һауа торошо бигүк уңайлы булмауына ҡарамаҫтан, уңыштың яҡшылығын, тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә артабан да дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәген билдәләне.
– Республиканың агросәнәғәт комплексына быйыл 4,5 миллиард һум күләмендә аҡса йүнәлтелде, – тине үҙ сығышында Рөстәм Зәки улы. – Шуның 2,5 миллиард һумы – федераль ҡаҙнанан. Аграр тармаҡ эшсәндәренә төбәк бюджетынан өҫтәмә рәүештә миллиард һум аҡса биреләсәк. Шуның 200 миллион һумы – үҫентеләрҙе химик эшкәртеү саралары алыуға, 460 миллионы – ауыл хужалығы техникаларына, 140 миллионы һөт етештереүселәргә тәғәйенләнә.
Республика Башлығы, киләсәккә план ҡуйып, заман шарттарына яраҡлашып эшләргә кәрәклеген ҡат-ҡат иҫкәртте. Мәҫәлән, бөгөн күпселек хужалыҡтар бойҙай, арпа, борсаҡ, сөгөлдөр кеүек күнегелгән культураларҙы күпләп үҫтереүҙе хуп күрә. Шунлыҡтан, мул уңыш йыйып алынһа ла, улар әллә ни табыш ала алмай. Күп булғас, продукцияның хаҡы төшә. Тап шуға ла Рөстәм Хәмитов шипкән, рапс, етен, гәрсис кеүек юғары табыш бирерҙәй һәм баҙарҙа ихтыяж ҙур булған культуралар майҙандарын арттырыуға етди иғтибар биреү кәрәклеген әйтте. Ошо йәһәттән, мәҫәлән, Шишмә май һығыу заводында рапс майы эшкәртеүгә тотонғандар. Әммә әлегә предприятиеға тулы ҡеүәтенә эшләү өсөн үҙебеҙҙә үҫтерелгән рапс күләме етерлек түгел. Өҫтәмә сеймалды Омск өлкәһенән алыу күҙаллана. Ойошма вәкиле үҙебеҙҙә рапсты 100 – 120 мең гектар майҙанда сәсергә кәрәклеген билдәләне. Республика ғалимдары ла был культураны фәнни яҡтан етди өйрәнеп, уны сәсеү майҙанын арттырыу мөһим тигән ҡарашта. Башҡортостан дәүләт аграр университетынан ауыл хужалығы фәндәре докторы Рәзит Нурлығаянов:
– Көнбағышҡа ҡарағанда өҫтөнлөгө бар. Мәҫәлән, бер үк баҫыуға көнбағышты ун йыл үткәс кенә сәсергә рөхсәт ителһә, рапсҡа биш йыл кәрәк. Бөгөн уның иртә, һуң сәсә торған сорттары бар. Алдынғы технологияларҙы ҡулланып, был үҫемлек менән ныҡлы шөғөлләнгәндә, шаҡтай аҡса эшләргә мөмкин.
“Рәсәй шәкәр етештереүселәре берләшмәһе”нең генераль директоры Алексей Ломановтың сығышы ла фәһемле булды. Әйткәндәй, Рәсәй шәкәре сит илдәргә күпләп һатыла. Бөгөн ул башлыса БДБ, Мысыр, Сербия һәм Монголияға сығарыла. Хәҙер ошо юҫыҡта илдең Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан раҫланған айырым бойороҡ бар. Был документта киләсәктә шәкәрҙең, шулай уҡ уны эшкәрткән ваҡытта барлыҡҡа килгән һығынтының, патоканың ҡайһы илдәргә һатыласағы хаҡында күрһәтмә билдәләнгән. Уға ярашлы, 2020 йылға тиклем Филиппинға, Ҡытайға, Японияға, Вьетнамға, Алжирға, Мароккоға һәм башҡа илдәргә ошо төр продукцияны күпләп оҙатыу маҡсаты ҡуйыла.
Һығынты сөгөлдөрҙө эшкәрткән ваҡытта барлыҡҡа килә. Ул мал өсөн аҙыҡ етештергәндә ҡулланыла. Патока иһә лимон һәм һөт кислотаһы, шулай уҡ сүпрә әҙерләгәндә файҙаланыла. Тәү ҡарауға ҡалдыҡ кеүек күренһә лә, был төр продукцияға аграр баҙарҙа ихтыяж ҙур.
Бөгөн Башҡортостанда өс шәкәр эшкәртеү заводы бар, тәүлегенә 11 мең тонна татлы аҙыҡ етештерелә. Уларҙы 24 район сеймал менән тәьмин итә.
Сөгөлдөр – үҫемлекселектә республикабыҙ иҡтисадына һиҙелерлек өлөш индергән культура төрө. Тап шуға ла уны сәсеү майҙанын арттырыуға етди иғтибар бирелә. Башҡортостан был культураны етештереү буйынса Рәсәй төбәктәре араһында 11-се урынды биләй. Өс ҙур шәкәр заводынан йыл һайын сауҙа кәштәләренә 160 мең тонна самаһы продукция оҙатыла. Былтыр тулайым уңыш 1,6 миллион тонна тәшкил иткән – алдағы йылдан 14,7 процентҡа юғарыраҡ тигән һүҙ. Яҡшы уңыш экспортҡа шәкәр оҙатыу күләмен 10 процентҡа арттырырға мөмкинлек бирҙе. Мәҫәлән, Шишмә заводы Үзбәкстанға, Ҡырғыҙстанға, Монголияға, Ҡаҙағстанға, Тажик­станға, Грузияға, Төркиәгә 7,3 мең тонна продукция ебәрҙе, был – барлыҡ етештерелгән күләмдең 13,5 проценты.
Рөстәм Хәмитов Мәскәү ҡунағына: “Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү кәрәкме?” – тип һорау биргәс, яуап шулай яңғыраны: “Кәрәк, хәҙер экспортҡа йүнәлтеү хәстәре менән йәшәргә кәрәк”.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов тармаҡтағы хәл итәһе мәсьәләләргә туҡталды.
– Бөгөн ауыл хужалығында етәкселек эшендә тейешле белем етмәй, – тине ул. – Был кәмселек беҙгә етеҙ алға барыуға аяҡ сала. Күпселек район, хужалыҡ етәкселәре электән килгән тәжрибәһенә генә таянып идара итә. Был бер яҡтан яҡшы булһа ла, икенсенән, алға китергә ҡамасаулай. Тап шул арҡала ҡайһы бер хужалыҡтар бөлгөнлөккә төшә. Бөгөн беҙгә бер урында тапанырға ярамай, табыш алыу, 10 – 15 йыл алға ҡарап йәшәргә һәм эшләргә өйрәнергә кәрәк.
Һуңынан семинарҙа ҡатнашыусылар ауыл хужалығы техникалары күргәҙмәһе, тәжрибә баҫыуында үҫентеләрҙең төрлө сорттары менән танышты.
Әйткәндәй, Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы сәсеү барышын әүҙем яҡтыртҡан журналистар араһында конкурс иғлан иткәйне. Сарала ошо бәйге еңеүселәренә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Һүрәттәр буйынса гәзитебеҙҙең алыштырғыһыҙ фотохәбәрсеһе Айрат Нурмөхәмәтов тәүге урынға лайыҡ булды.

Ҡырмыҫҡалы районы.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм ХӘМИТОВ:
– Беҙҙең алда ауыл хужалығын һанлы технологияға күсереү бурысы тора. Материалдар, мәғлүмәт ағымы менән башҡасараҡ эшләү формалары, геомәғлүмәт системалары кәрәк. Бында мин ауыл хужалығы буйынса барлыҡ мәғлүмәт – хеҙмәтсәндәр, баҫыуҙар, иген культуралары, фермалар, техника, запас частар, орлоҡсолоҡ, малсылыҡ, ҡошсолоҡ хужалыҡтары һәм башҡалар индерелгән республика картаһын күҙ уңында тотам.
Быйыл беҙ иң яҡшы механизаторҙарҙы, комбайнсыларҙы билдәләүҙе дауам итәсәкбеҙ. Әле мин ун “Шевроле” автомобиле һатып алыуға 8 миллион һум аҡса бүлеү тураһында документҡа ҡул ҡуйҙым. Улар ун иң яҡшы комбайнсыға тапшырыласаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 088

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518