Һөтөн һауып, итен эшкәртеп...27.07.2018
“Восход” ауыл хужалығы кооперативы (етәксеһе — Дамир Әнғәм улы Низаметдинов) эшсәндәренең дә бөгөн тынғыһыҙ мәле, улар иртә таңдан ҡара кискә ҡәҙәр һөтсөлөк фермаларында, ялан-ҡырҙарҙа хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Йәмғиәт ихаталарына баҫыуҙарҙан ҡеүәтле йөк машиналарында ҡышҡылыҡҡа бесән ҡайта, силос соҡорҙары иһә хуш еҫле сенаж менән тула.

Һөтсөлөк фермаларында ла ремонт туҡтамай, малсылар, көтөүҙең йәйләүҙә булыуынан файҙаланып, төрлө дезинфекция эштәре алып бара. Төҙөүселәр йәмғиәт ихатаһында яңы ферма төҙөү менән мәшғүл. Бында көҙҙән башлап йәш таналар, быҙауҙар тотоласаҡ.
Хужалыҡтың өс мең гектар ере бар, игенселәр һоло, арпа, борсаҡ, арыш, иген культураларынан көҙ мул уңыш йыйып алыу бурысы менән йәшәй. Сәғәтенә 20 тонна ашлыҡ эшкәртеү һәләтенә эйә булған заманса иген киптергес төҙөп ултыртҡандар. Тимәк, баҫыуҙарҙан ҡайтасаҡ ашлыҡ сифатлы һаҡланасаҡ. Бынан тыш, үҙҙәренең ярма ярҙырыу цехы ла сафта.
Бөгөн хужалыҡта 40-тан ашыу кеше эшләй, хеҙмәткәрҙәр бушлай ике тапҡыр йылы аш менән тәьмин ителгән. Әйткәндәй, хеҙмәт хаҡы юғары, ҡыҙыу миҙгелдә ураҡ батырҙары, ҙур ихласлыҡ күрһәтеп, ғаилә бюджетын ярайһы ғына тулыландыра. Төрлө социаль яҡлауҙар, премиялар ҙа ҡаралған. Шәхси ихатаһында мал аҫрағандар ҙа иғтибарҙан ситтә түгел, бесән-һаламы, ашлығы бүленә. Етәкселек тарафынан һәр яҡлап иғтибар, ихтирам булғас, белемле кадрҙар был тарафтарға ҙур теләк менән эшкә килә, йәштәр ҙә ауыл тормошон һайлауға үкенес белдермәй.
— Беҙ тырыш, уңғандарҙы ихтирам итәбеҙ, ялҡауҙар, эш һөймәгәндәр хужалыҡта эшләй алмай, — ти йәмғиәттең баш зоотехнигы Гөлнара Иштерәкова. — Шуға ла тик ерҙе яратҡан, ауылды үҙ иткәндәр генә хеҙмәт итә беҙҙә.
Хужалыҡтың ҡара-сыбар тоҡомло 910 баш һыйыр малы бар, 320-һен һауып, көн һайын дүрт тонна аҡты Өфө һөт заводына оҙаталар. Көтөүҙе йыл һайын йәш таналар менән тулыландыралар. Яһалма ҡасырыу ҡулланылғас, таналар йыл әйләнәһенә быҙаулай. Мал ишле булғас, яңы ҡуралар төҙөлә. 116 башҡа иҫәпләнгән һимертеү комплексы ла төҙөп ултыртҡандар.
Йәмғиәт етештерелгән малсылыҡ продукцияһын эшкәртеү һәм һатыу буйынса уңышлы эшмәкәрлек алып бара. Район үҙәгендә генә түгел, тирә-яҡ ауылдарҙа ла “Ышаныс” аҙыҡ-түлек селтәре магазиндары эшләй. Бынан тыш, кондитер, төрлө ит ризыҡтары етештереү цехтары бар. Өс ашхананан халыҡ һис өҙөлмәй, бында килешеү нигеҙендә туй тантаналары, юбилейҙар, төрлө байрам саралары ойошторола. Продукцияның сифатлы һәм арзан булыуы ла һатып алыусыларҙы ылыҡтыра.

Ҡалтасы районы.


Вернуться назад