Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бергәнең эше ырамлы
Бергәнең эше ырамлыҠортлокүл ауылы биләмәһенә килеп инеү менән малдарҙың сым менән уратып алынған иркен көтөүлектә йөрөүе күҙгә ташланды. Булдыра бит заман уңғандары! Күренеп тора: был алым харап уңайлы. Ғәҙәттә, көтөүсе хайуанҡайҙар таралып китмәһен, баҫыуға төшөп ҡуймаһын, тип шөбһәләнеп, уларҙы һәр яҡтан ҡамап йөрөтә. Ә былай, ана, хөрриәт! Нисек ирәүәнләп, таралып китеп йомшаҡ үлән уртлап йөрөйҙәр.

Ошо хаҡта һүҙ сыҡҡас, “Хәйлатипов” шәхси предприятиеһының идарасыһы Фәнғәт Дәүләтшин:
– Харап ҡулайлы ул, – тип һүҙ башланы. – “Электр көтөүсе”гә киткән сығым тәүге йылда уҡ хаҡын ҡайтара. Тәүлек әйләнәһенә малдар иркен тәбиғәттә йөрөй, ауыл трасса буйында урынлашҡас, һәүкәштәр машинаға тапалып ҡуймаһын тип тә хафаланаһы түгел. Сәсеүлектәр ҙә ошо тирәлә бит, мал-тыуарҙың ба­ҫыуҙағы ашлыҡты тәләфләүенә юл ҡуйылмай.
Баҡһаң, заман көтөүсеһе барлыҡ районда таралған икән. Хәҙер бында шаҡтай биләмәләр тимер сым менән уратып алынған. Ауыл халҡы ла “электр көтөүсе”һен ҡулайлы күрә.
Предприятиеның директоры Сәфелварис Хәйлатиповтың үҙен күреп булманы. Өфөгә эш менән киткәйне. Шуға ла Фәнғәт Сәғмән улы менән һөйләштек.
– Предприятие 2009 йылда ойошторолдо, – тине ул. – Йылҡы, һыйыр малдары үрсетәбеҙ, үҫемлекселек менән шөғөлләнәбеҙ. Аллаға шөкөр, эшебеҙ ырамлы бара, район етәкселәренең һәр яҡлап ярҙамын тоябыҙ, техника алыуға булышлыҡ итәләр.
Ә 2015 йылда Фәнғәт Сәғмән улы үҙенең “Дәүләтшин” крәҫтиән (фермер) хужалығын ойошторһа ла, улар бергәләшеп, бер маҡсат менән тир түгәләр. Киләсәктә бер кооперативҡа берләшеп эш итергә хыялдары. Уларҙың уй-ниәте аңлашыла: бергәләшеп эшләгәндә ҡаршылыҡтарҙы йырып сығыуы ла еңелерәк, эштең һөҙөмтәлелеге хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.
Һәр кемгә үҙ шөғөлөн үҙе аңлаған, үҙе белгән йүнәлештә башлау отошлолор, моғайын. Һөнәре буйынса механизатор Фәнғәт ағай ваҡытында хужалыҡта төрлө вазифа башҡара, бөгөн ул – директорҙың уң ҡулы. Хужалыҡта даими һигеҙ-туғыҙ кеше эшләһә, яҙғы сәсеү, уңыш йыйыу мәлендә коллектив ишәйә. Күптән түгел район агрономдары конференцияһының тап ошо “Хәйлатипов” предприятиеһы базаһында үткәрелеүе тиккә түгел. Хеҙмәт емеше, уңыштары менән һәр йәһәттән бүтәндәргә өлгө булып тора хужалыҡ.
Техника етәрлек, грантҡа бирелгән аҡсаға “Беларусь” тракторы, тағылма инвентарҙар алғандар. Барлыҡ ер эшендә заман технологиялары ҡулланыла. Мәҫәлән, тракторҙар ГЛОНАСС системаһына көйләнгән. Быйыл хужалыҡта бөтәһе 400 гектар майҙанда бойҙай, 160 гектар ҡышҡы бойҙай, 140 гектар арыш, 200 гектар ҡарабойҙай, арпа, һоло сәскәндәр. Бөтмөр егеттәр заман талаптарын да онотмай, юғары табыш бирә торған культураларға өҫтөнлөк бирергә тырышалар. Бөтәһе бергә 1680 гектар сәсеүлек майҙаны бар.
– Сәсеүлектәргә ашлама индереүгә етди иғтибар бирәбеҙ, – тип һүҙен дауам итә Фәнғәт Сәғмән улы. – Шуға ла былтыр тос уңыш йыйып алдыҡ. Әммә, әлеге лә баяғы, игенгә хаҡтың төшөүе бәкәлгә һуға. Бына әле келәттә 100 тонна арпа, 240 тонналап бойҙай ята. Шуға ла быйыл районда беренсе булып тәүге тапҡыр 165 гектарҙа рапс сәстек. Был культураға хаҡ та, һорау ҙа бар. Сифатлы ашлыҡтың килограмы 22 һумға етә.
Хужалыҡта тәжрибәле механизаторҙар эшләй. Мәҫәлән, шундай уңғандарҙың береһе Фәнғәт Миңлеғәлиев Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән Ришат Сөләймәнов, Илшат Гәрәев, Нәфис Муллинды маҡтап телгә алды етәксе. Эш хаҡы ваҡытында түләнеп барғас, егеттәрҙең кәйефе шәп. Уларҙы ашнаҡсы Рәзимә Наретдинова тәмле аш-һыу менән һыйлай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 317

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 378

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 333

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 283

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 356

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 331

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 320

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 256

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 487