Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡариҙел итенә етәме!
Ҡариҙел итенә етәме! Караматовтарҙың ит магазинын районда белмәгән кеше юҡтыр. Мин дә был сауҙа нөктәһе хаҡында уның хужаһы менән танышмаҫ элек үк ишеткәйнем. Сығышы менән ошо райондан булған таныштарым тыуған яғына ҡайтҡан һайын тап уларҙың аҙыҡтарын алып килергә тырыша.

– Өфө тулы колбаса, ҡаҙылыҡ. Әллә ҡайҙан тейәп йөрөмәһәң ни була? – тип һораным бер мәл.
– Уныһы шулай, әммә Караматов­тыҡына еткәне юҡтыр. Уларҙың бөтә аҙыҡтары тәмле була, – тине.
Шул мәл ҡариҙелдәрҙән көнләшеп ҡуйғайным, сөнки бөгөн еңел табыш артынан ҡыуған заман эшҡыуарҙары, ҡеүәтле предприятиелар иткә соя йәки башҡа шундай арзан ҡушылмалар, тәмләткестәр өҫтәүе сер түгел. Ҡариҙелгә юл төшкәс, беҙгә уларҙы күрмәй үтмәҫкә кәңәш иттеләр.
– Тап шундай уңған, намыҫлы, йомарт кешеләр хаҡында башҡалар ҙа белергә тейеш. Магазиндың хужаһы Өлфәт Караматов районда үткәрелгән барлыҡ сараларҙа ихлас ҡатнаша, бағыусы булараҡ сығыш яһай, – тинеләр район хакимиәтендә.
Беҙ килгәндә, әллә ни ҙур булмаған магазинда халыҡ шаҡтай күп ине. Берәүҙәр ауылдан яңы ғына һуйылған тана ите алып килгән, икенселәре һарыҡ итен күпменән ҡабул итеүҙәре менән ҡыҙыҡһына, өсөнсөләре шашлыҡ үлсәтә. Уңарсы булмай еңдәрен һыҙғанып алған етәксе үҙе лә күренде. Күрше ауылдан килтергән итте тикшереп, үлсәп ҡабул итеп йөрөй ине.
Өлфәт ошо райондың Яңы Аҡбүләк ауылында буй еткерә. Мәктәптән һуң Дыуан ауыл хужалығында агроном һөнәренә эйә була. Һалдат бурысын үтәгәс, юғары белем ала. Колхозда агроном, ауыл Советы рәйесе вазифаһын да башҡара. Ә бынан дүрт йыл элек ит аҙыҡтары һатыу эшенә тотона. Район үҙәгендә 50 квадрат метр ҙурлығындағы бина төҙөй, подвалын, ҡыйығын да хәстәрләй.
Ҡариҙел итенә етәме! – Тәүҙә Резеда Минһажева, Флүзә Шәймөхәмәтова ҡулдан билмән эшләне. Уларҙың аҙыҡтарын халыҡ яратып алғас, дәртләнеп киттем, күңел күтәрелде. Тимәк, эшебеҙ халыҡҡа кәрәк. Артабан хеҙмәтте киңәйттек, – тип хәтирәләргә бирелде эшҡыуар.
Сауҙа нөктәһе мал аҫраған халыҡ, һатып алыусылар өсөн дә ҡулайлы. Экологик йәһәттән таҙа төбәктә һутлы үлән уртлап үҫкән мал-тыуарҙың итенең сифаты, әлбиттә, яҡшы була. Шулай ҙа эшҡыуар уларҙы тикшереп ала. Ә инде ҡулланыусылар өсөн һәр саҡ бында яңы ғына һуйылған һыйыр, сусҡа, һарыҡ һәм башҡа төрлө ит әҙер. Уларҙы һыуытҡыста туңдырмайҙар. Ошонда уҡ айырым бүлмәлә кескәй генә ит эшкәртеү цехы йыһазландырылған. Ит тураусы Урал Ғайсин үҙ эшен шундай таһыллыҡ менән башҡара. Ә Рәйхан Фәүзетдинов – тәжрибәле, ышаныслы водитель.
Бөгөн бында иттән ҡырҡ төрлө аҙыҡ әҙерләнә: манты, билмән, сейбөйөрөк, төрлө кәтлиттәр, тушенкалар, тоҙланған һәм ыҫланған сало... Халҡыбыҙҙың милли ашамлығы ҡаҙылыҡты дөрөҫ итеп әҙерләүгә етди ҡарайҙар. Бының өсөн махсус рәүештә ҡыйыҡ эшләнгән.
– Ҡаҙылыҡты етештереү өсөн тәбиғи шарттар кәрәк. Уның үҙ ваҡыты бар, – тип һөйләй был хаҡта эшҡыуар.
Баҙар шарттарында йәшәйбеҙ, конкурентлыҡ ҙур. Етештергән аҙығыңда саҡ ҡына хилафлыҡ табылһа ла, һатып алыусыларҙың ҡарашы ҡырҡа үҙгәрәсәген көт тә тор. Бигерәк тә ауыл ерендә. Был хәҡиҡәтте намыҫлы егет яҡшы аңлай. Етештергән аҙыҡтарына, ярым фабрикаттарға тоҙ, боростан башҡа бүтән әйберҙәр ҡушмай. Шашлыҡты үҙе белгән рецепт буйынса ғына әҙерләй. Тап шуға ла магазиндан көнө буйы кеше өҙөлмәй. Бындағы аҙыҡтың сифаты хаҡында ишеткән бүтәндәр ҙә юл төшкәндә кәрәк-ярағын алырға тырыша.
Ҡатыны Зилиә – һатыусы, кәрәк булһа, Өлфәт үҙе лә уны йыш ҡына алмаштырып тора. Киләсәктә аҙыҡ төрлөлөгөн тағы ла арттырыу хәстәре менән йәшәй улар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 325

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 383

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 267

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 339

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 288

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 359

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 362

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 333

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 323

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 262

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 498