Ике яҡ өсөн дә отошло20.06.2018
Ике яҡ өсөн дә отошлоАуыл халҡы элек-электән шәхси ихатаһында күпләп мал-тыуар аҫрап, ҡош-ҡорт тәрбиәләп, төрлө йәшелсә, емеш-еләк үҫтереп, умарта тотоп, ғаиләһен аҙыҡ-түлек менән туйындырып, үҙенән артып ҡалған продукцияһын баҙарға йә булмаһа оло юл буйына сығарып һатып, уны аҡсаға әйләндерә.

Шөкөр, бөгөн дә хәстәрлекле, уңған ауыл кешеһе был кәсепте ташламай, ҡала, район үҙәге халҡын сифатлы, арзан ауыл хужалығы продукцияһы менән тәьмин итә. Бынан тыш, бесәнен дә, утынын да, миндеген дә тап уларҙың ҡулынан һатып алырға мөмкин. Сәскә үҫтереүселәргә лә йәнең теләгән гөлдө фәҡәт баҙарҙа табырға була. Әлбиттә, бындай сауҙагәрлек ике яҡ өсөн дә бик уңайлы һәм отошло. Яратҡан шөғөлөн табыш индереү ысулына әйләндергән ябай ауыл халҡы ла билдәле шәхси эшҡыуарҙар менән бер рәттән ҙур ихласлыҡ менән төрлө йәрминкәләрҙә әүҙем ҡатнаша.
Күгәрсен район үҙәге Мораҡта йәшәүселәргә иһә был йәһәттән айырыуса уңайлы, сөнки ауылда күптән түгел түбәһе ябылған һатыу урындары барлыҡҡа килде, әлегә улар өсәү. Әммә киләсәктә уларҙың һаны тағы ла артасаҡ. Был һатыу урындары “Реаль эштәр” программаһы сиктәрендә һәм район халҡы һорауы буйынса тормошҡа ашырылған.
— Район үҙәгендә махсус һатыу урындары булдырылғас, ауыл халҡы ла, һатып алыусылар ҙа ҙур ҡыуаныс кисерҙе, көн һайын төрлө ауылдарҙан бында килеп, һатыу итәләр, — ти Мораҡ ауылы биләмәһе башлығы Азат Ишбулдин. — Бөгөн был майҙансыҡтан халыҡ өҙөлмәй, һәр кем үҙенә теләгән әйберен, аҙығын һатып алып ҡыуана, ә ауыл кешеһе иһә ғаилә бюджетына ярайһы ғына өлөш индерә.
Киләсәктә был майҙансыҡ тирәһенә асфальт йәйәсәктәр, тирә-яғын кәртәләп аласаҡтар.


Вернуться назад