Ҡышын — йәйҙе, йәйен ҡышты хәстәрләп19.06.2018
Ҡышын — йәйҙе, йәйен ҡышты хәстәрләпТәбиғәт ауыл эшсәндәрен төрлөсә һынап та, иркәләп тә ала, әммә улар ҡойоп яуған ямғырҙарға ла, ҡарлы бурандарға ла, эҫе көндәргә лә иғтибар итмәй, намыҫ менән хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Әле генә сәсеү эштәрен тамамлап, хәл алып өлгөрҙөләрме-юҡмы, йәшелләнеп килгән баҫыуҙарҙы химик утау ваҡыты ла еткән. Бөгөн республиканың һәр хужалығы баҫыуҙарында ошо тәңгәлдә эш алып барыла.

Төбәктә генә түгел, Баш­ҡортостан кимәлендә лә абруйлы “Искра” ауыл хужа­лығы эшсәндәренең кәйефе күтәренке, яҙғы баҫыу эш­тәрен ваҡытында башҡа­рып, ишле малды йәй­ләүҙәргә күсергән дә инде.
— Шөкөр, ҡышҡы осор­ҙан һуң малдар рәхәтләнеп иркен ялан-ҡырҙарҙа шифалы үлән менән туҡлана, һөт алыу күләме лә күпкә арт­ты, — тип ҡаршыланы беҙҙе хужа­лыҡ етәксеһе, Башҡортостандың атҡа­ҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рәмил Ғиниәт улы Мостафин. — Ауыл халҡының уңғанлығына таң ҡалырһың, шәхси ихатаһында ла, йәмғиәттә лә тырыша, иң мөһиме, эш һөҙөмтәләре юғары.
Малсылыҡ, игенселек тармаҡтары икеһе лә бында берҙәй уңышлы алып барыла, хужалыҡтың 27 мең гектар ере бар, шуның 17 мең гектары — һөрөнтө майҙан. Нисә йыл инде ҡоролоҡҡа дусар булған төбәк игенселәре, заманса технологияларға таянып, көнбағыш, гәрсис, нут, етен, сорго үҫтереп, иген культуралары сәсеп, мул уңыш алыуға өлгәшә.
Ҡышын — йәйҙе, йәйен ҡышты хәстәрләпМалсылыҡтағы ҡаҙаныштары менән дә “Искра” күптәргә өлгө булырлыҡ. “500 ферма” маҡсатлы программаһына ярашлы, хужалыҡтың барлыҡ һөтсөлөк фермалары ла заманса төҫ алған. Белгестәргә лә айырым махсус эш бүлмәләре ҡаралған. Әле йәмғиәттең биш меңдән ашыу һыйыр малы бар, 730-ын һауып, көн һайын Бәләбәй һөт заводына 16 тоннанан ашыу аҡ оҙаталар.
Хужалыҡ етәкселеге бер көн менән генә йәшәмәй, киләсәген ҡайғыртып, төрлө төҙөлөш тә алып бара. Көн­бағыш һаҡлағыс, иген киптергес төҙөп ултыртҡандар. Техника паркын да йыл һайын ҡеүәтле ауыл хужалығы машиналары, заманса ҡоролмалар менән тулыландыралар.
Бөгөн хужалыҡтың барлыҡ һөт­сөлөк фермаларын ҡышҡы осорға әҙерләйҙәр, һәр урында ваҡ ремонт эштәре бара, биналарҙы ағарталар, дезинфекциялайҙар.
12 ауыл халҡы йәмғиәттә эш менән мәшғүл, хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, төрлө социаль яҡлауҙар, һөҙөмтәләргә ҡарап, премиялар ҙа бирелә.
— Уңғандарҙы ихтирам итәбеҙ, уларҙың һәр мөрәжәғәтен күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ, ниндәй киҫкен мәсьәлә тыуһа ла, улар беҙгә таяна, — ти хужалыҡ рәйесе Рәмил Ғиниәт улы.
Ҡышын — йәйҙе, йәйен ҡышты хәстәрләп“Искра”ның уңған, тырыш хеҙмәт­сәндәре Иҙрис Байғусҡаров, Миңле­бикә Аҡсарова, Риф Әхмәтов, Евгений Лапин, Люциә Хәлитова, Мөнир Ғәлимов, Зөлфиә Боҫҡонова, Мираҫ Искәндәров, Салауат Сөләймәнов һәм башҡаларҙың эшенән хужалыҡ етәкселеге ҡәнәғәт булыуын белдереп, “тик ошондай тырыштар менән генә яңынан-яңы ҡаҙаныштарға ирешергә була” тип билдәләне.

Көйөргәҙе районы.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика