Яландан – сауҙа кәштәһенә08.06.2018
Яландан – сауҙа кәштәһенәБөгөн ауыл хужалыҡтары килемле эшләһен өсөн тулы цикллы етештереүҙе ойоштороу мөһим. Ундай предприятиелар республикала бар, әммә күп түгел. “Яландан – магазин кәштәһенә” тигән фекер менән эшләгәндәр һөт һәм иттең хаҡы төшөүгә әллә ни зарланмай, сөнки әҙер аҙыҡ-түлектең хаҡына ул тәьҫир итмәй. Күгәрсен районындағы “Тәүәкән” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте лә ошо ҡағиҙәнән сығып эш итә.

Хужалыҡтың етештереү базаһы ныҡ. Уның заман талаптарына яраҡлаштырып төҙөлгән мал аҙбарҙары, һөт һәм унан төрлө ризыҡтар, көнбағыш майы етеш­тереү, ҡатнаш аҙыҡ цехтары уңышлы эшләй. Инкубаторы иһә республиканың көньяҡ райондары өсөн тоҡомло малсылыҡты үҫтереү йүнәлешендәге үҙәккә әйләнгән.
Ҡара-сыбар “голштин” һыйыр малы булған хужалыҡ һөт етештереү буйынса яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә. 450-600 баш йәш малға иҫәпләнгән һимертеү майҙанында көнөнә бер малдан уртаса 900 грамм артым алыу район күрһәт­кестәрен яҡшыртыуға ла йоғонто яһай.
Яландан – сауҙа кәштәһенәХужалыҡ ҡошсолоҡҡа айырыуса иғтибар бирә. Әле унда 7,5 мең баш ҡаҙ тоталар. Ә инде инкубаторы бер миҙгелдә 120 мең бәпкә сығарыу ҡеүәтенә эйә.
“Тәүәкән”дәрҙең йылҡысылыҡты үҫте­реүҙә лә уңыштары бар. Ҡыҫҡа ваҡытта был тармаҡтан килем алып, төбәктәге башҡа хужалыҡтарға көнәркәшлек тыу­ҙырғандар. Әлеге ваҡытта хужалыҡтың 298 баш йылҡыһы, шул иҫәптән 81 бейәһе бар. Дауыт-Ҡайып ауы­лында бейә һауыу залы булған ат фермаһы тө­ҙө­гәндәр. Италиянан килте­релгән “Интер Пульс” меха­ни­зацияланған һауыу системаһы операторҙарҙың эшен күпкә еңеләйткән. Киләсәктә һауын бейәләрен 100 башҡа еткереп, 50 тонна ҡымыҙ етештерергә ниәтләйҙәр.
Яландан – сауҙа кәштәһенәСауҙа кәштәләрендә, Өфөнөң Үҙәк баҙарында “Тәүәкән”дәр етештергән һөт, ҡаймаҡ, ҡатыҡ, кефир ке­үек һөт ризыҡтары менән бер рәттән, төрлөсә итеп ҡыр­ҡып әҙерләнгән башҡорт һалмаһын, ярым фабри­каттарҙы һәм башҡа төр ризыҡты осратырға мөмкин.
Беҙ етештергән аҙыҡ-түлекте урындағы халыҡ яратып ала, улар магазин кәштәләрендә лә оҙаҡ ятмай, – ти предприятие етәксеһе Юнир Вәхит улы Айытҡолов.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика