Килде яҙҙар, ҡаңғылдашыр ҡаҙҙар15.05.2018
Килде яҙҙар, ҡаңғылдашыр ҡаҙҙарБөгөнгө көрсөк ваҡытында күптәрҙе “Нимәгә тотонорға?” тигән һорау йыш борсойҙор. Булмаһа, әйҙә, ҡаҙҙан башлайыҡ. Киләһе сығарылыштарҙа тулыраҡ һөйләрбеҙ, әлегә тоҡомдар менән ҡыҫҡаса танышайыҡ.

Беҙҙең илдә егерменән ашыу төр ҡаҙ үҫтерәләр. Улар араһында бигерәк тә холмогор, кубань, горький, ҡытай, рейн, итальян тоҡомлолары киң таралған. Халыҡ селекцияһы алымы менән сығарылған был ҡаҙ итенең тәме, йоморт­ҡаларының сифаты, уларҙы күп һалыуы менән айырылып тора.
Горький тоҡомло ҡаҙ ярайһы уҡ яңы. Үткән быуаттың 60-сы йылдарында ғына сығарылған.
Был төр ҡош-ҡорт йомортҡаны күп һала, ләкин бик аҙҙары ғына оя баҫа. Бәпкәләре тиҙ үҫеп өлгөрә.

Ҡытай тоҡомло ҡаҙҙар йомортҡаны күп һала, инкубацион сифаты ла яҡшы, тәбиғәт шарттарына, мөхиткә тиҙ яраҡлаша. Тән төҙөлөшө ныҡлы, уртаса оҙонлоҡта, еңелсә ҡалҡыу. Был ҡоштар оя баҫыуға һәләтле, хәрәкәтте ярата.

Килде яҙҙар, ҡаңғылдашыр ҡаҙҙарУрал тоҡомло ҡаҙҙар һәйбәт оя баҫа, 5 ай­лыҡта 5-әр килограмм тарта. Ҡырыҫ климатҡа яраҡлашҡан.
Рейн, йәки герман ҡаҙҙарын бауыры өсөн аҫрайҙар, итальян тоҡомо менән ҡатнаштырғанда ите тәмлерәк була.

Итальян тоҡомло ҡаҙ бәпкәләре тиҙ үҫә, инә ҡаҙ һәйбәт оя баҫа, яҡшы ашатҡанда тереләй ауырлығы 8 килограмға етә.
* * *
Килде яҙҙар, ҡаңғылдашыр ҡаҙҙарҠаҙҙың бауыры Францияла затлы һанала һәм унан ресторандарҙа “Фуа-гра” исемле аш әҙерләйҙәр. Францияла ҡаҙ бауырынан паштет етештереү ҙә алға киткән.
Бауыры өсөн аҫралған ҡаҙҙарға һуйыр алдынан бер нисә аҙна бешкән кукуруз ашаталар.


Вернуться назад