“Һәр кем үҙе табырға тейеш”15.05.2018
“Һәр кем үҙе табырға тейеш”Йәнтеш ауылынан Илшат Сынбулатов – һарыҡсылыҡ тармағында үҙ юлын тапҡан эшҡыуарҙарҙың береһе. Тыуған ауылында төпләнеп, ғаилә ҡороп, колхозда тир түккән уҙаман тора-бара үҙенең крәҫтиән (фермер) хужалығын булдырырға ҡарар итә.

Ошоға тиклем ул шәхси ихатаһында күпләп һыйыр малы аҫрап, продук­цияһын итләтә һата. Әммә, белеүе­беҙсә, күп осраҡта баҙарҙа һуйғаныңды бер көндә тулыһынса һатып булмай, уның күпмелер өлөшө һәр саҡ ҡала. Һөҙөмтәлә эш әллә ни алға бармай. Шуға ла һуңғы йылдарҙа Илшат Әмир улы ауыл янындағы “Йәнтеш” балалар шифаханаһында ҡарауылсы бурысын атҡара.
Бер кис эш мәлендә уға “Юлдаш” радиоһынан Ейәнсура районындағы һарыҡсылыҡ хужалығы хаҡында һөйләгәндәрен тыңларға насип була. Тапшырыуҙан һуң уйға ҡала. “Ниңә миңә лә һарыҡ үрсетеп ҡарамаҫҡа? Итен дә һатып булыр, ҡорбанлыҡҡа алыусылар ҙа табылыр...” Фекерен ҡатыны Зилә Сәғәҙәткирәй ҡыҙы ла хуплағас, башҡалар менән дә кәңәшләшеп, бизнес-план төҙөп, районда яңы эш башлағандар өсөн тәғәйенләнгән программала ҡатнашып, 300 мең һум күләмендә дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшә. Ошо аҡсаға Ейәнсуранан ҡырҡ баш ҡуй бәрәне һатып алып ҡайта, ҙур һарай төҙөй. Малын ауылдыҡына ҡуш­май, үҙе көтә, улдары ла ярҙамлаша. Әле эшҡыуарҙың ҡураһында йөҙ баштан ашыу һарыҡ утлай, күбеһе бәрәсләгән.
– Был тармаҡты һайлап яңылыш­маным, – ти Илшат Әмир улы. –Ҡуй беҙҙең ябай һарыҡтан ҙурлығы, итенең татлылығы менән айырыла. Мин аҫраған әлеге төрҙән яҡынса 20 – 25 килограмм ит сығарып, алты-ете мең һум табыш алырға мөмкин. Ә ябай һарыҡтың иң ҙуры 15-17 кило тарта. Ҡорбан байрамына айырыуса күп һорайҙар: алдан заказ биреп тә, көнөндә лә килеп алып китәләр. Тереләй дүрт-биш мең һумға һатып ебәрәбеҙ. Йәй шашлыҡҡа тип һораусылар арта. Ихтыяж бар икән, ниңә көтмәҫкә?!
Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа һарыҡ итенә ихтыяж ҙур. Тик бына йөнө генә бер кемгә лә кәрәкмәй. Ярай әле ҡайһы берҙәр үҙҙәре килеп, килограмын 20 һум менән булһа ла алып китә. Яҙын-көҙөн ике-өс көнгә кеше ҡушып, һарыҡ­тарҙың йөнөн ҡырҡтырыуға киткән сығым да үҙен аҡламай. “Ни эшләйһең, барына шөкөр итергә тура килә, – ти Сынбулатовтар. – Районда, бик тә булмаһа яҡын-тирәлә һарыҡ йөнөн эшкәртеү урыны булһын ине лә бит...”
Осрашыу насип иткән төрлө йүнселдәрҙең, фермерҙарҙың күбеһе шәхси эшен асыу өсөн субсидия алһа ла, грант бүленмәүенә, башҡа аҡсалата ярҙам булмауына зарлана. Ә бына Илшат Сынбулатовтың дәүләткә рәхмәттән башҡа һүҙе юҡ. “Бер тапҡыр ярҙам алдым, ҡалғанын үҙем эшләп табырға тейешмен, – ти. – Ниңә беҙҙең өсөн кемдер түләргә йәки буйы менән булышлыҡ ҡылырға тейеш?”
Эйе, элек-электән уңғандарҙың ҡураһы тулы мал булған, ә ялҡауҙар байға ялланып, тамаҡҡа алданып йәшәгән. Бөгөн дә шуны күҙәтергә мөмкин түгелме һуң? Кемдер, юҡты ла бар итеп, үҙ эшен аса, икенселәр иһә ҡайҙандыр ярҙам көтөп ултыра. Бөгөнгө ауылдарҙа хатта мал көтмәгән, ҡош-ҡорт аҫрамағандар арта бара. Ундайҙарға Сынбулатовтар һымаҡ ғаиләләрҙе өлгө итеп күрһәтергә кәрәк. Ысынлап та, бөтөн яҡлап үрнәк булырлыҡ улар. Үҙҙәренең дүрт балаһы үҙаллы тормош ҡороп, ата-әсәһен ете ейән-ейәнсәр менән һөйөндөргәс, Зилә һәм Илшат Сынбулатовтар йәнә ике малайға ғаилә йылыһын татыу бәхетен бүләк иткән: бер туған Фаил менән Иҙелде тәрбиәгә алғандар. Татыу ғаиләлә өлкән йәштәге әсәләре Хәбирә инәй ҙә оло хәстәрлек тойоп йәшәй.
Илшат Сынбулатовтың пландары күп. Мәҫәлән, һарыҡтарға бесән әҙерләү менән бер рәттән, фураж биреү ҙә кәрәклеген күҙ уңында тотоп, байтаҡ йыл инде иген сәсеү өсөн ер алырға ниәтләй, ләкин был һорау һаман да асыҡ ҡала килә. Ун бер гектар майҙанлыҡ бесәнлеге өҫтөнә баҫыу ҙа булһа, йүнселдең эше тағы ла йәнләнеп китер ине лә... Теләк бар ҙа, ер юҡ.
Бына шундай бар яҡлап өлгөлө ғаилә башлығы, уңған фермер, ышаныслы ул, һөйөклө ир, хәстәрлекле атай һәм олатай йәшәй Йәнтештә. Заман менән йәнәш атлаған ир-уҙамандың артабан да бирешмәй алға барырына иманыбыҙ камил.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика