Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Вәт, исмаһам, бөйөрөк!
Вәт, исмаһам, бөйөрөк!Лена Зарипова бешергән тәмле бәрәместәрҙе, бөйөрөктәрҙе тәмләп ҡарағас, һәр кем ошондай баһа бирә. Һатып алыусыларҙы нисек йәлеп итә ул? Бер тапҡыр тәмләп ҡараған кеше ни өсөн мотлаҡ икенсегә уның ҡамыр ризыҡтарын алырға тырыша? Тап ошо һорауҙарға яуап табырға тырыштыҡ та инде.

Үҙен Гөлнара тип таныштырған ҡатын көн дә тиерлек Асҡарҙың уртаһында урынлашҡан кафенан төшкө сәйгә эшҡыуарҙың итле бөйөрөктәрен һатып алырға күнеккән. “Тәмле лә, сифатлы ла. Бер бәлешен ашаһаң, тамағың да туҡ, кәйефең дә шәп!” — тип йылмайҙы ул. “Күрше ауылдан йөрөп эшләйем, төшкө­лөккә өйгә ҡайтырға мөмкинлек юҡ. Һәр саҡ нимәлер әҙерләп килтереп тә булмай, шуға беҙгә Лена Зарипованың тәмле ризыҡтары ярҙамға килә лә инде. Тиҙ генә һатып алабыҙ ҙа рәхәтләнеп сәй эсәбеҙ. Ҡайһы саҡта кискелеккә өйгә алабыҙ, көнкүрештә төрлө саҡ була бит”, — тине әңгәмәсем. Уның һүҙҙәренә Тәслимә ханым да ҡушылды: “Ленаның әсәһе Хафиза апай Өмөтҡужина берен­селәрҙән булып районда иң тәмле сей­бөйөрөк (чебурек) бешергән кешеләрҙең береһе булды. Бөгөн уның эшен ҡыҙы лайыҡлы дауам итә. Шуныһы ҡыуаныслы: әсәһенең “марка”һын тоторға тырыша ул, шуға күрә улар әҙерләгән ризыҡтар тәмле лә, сифатлы ла.
Йәш эшҡыуар Лена Зарипованы районда яҡшы беләләр. Үҙенең төп эшенән тыш, ул төрлө йүнәлештә бағыусылыҡ менән дә шөғөлләнә. Тормош ҡосағында ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләргә матди ярҙам күрһәтһенме йәки аҙнаһына бер тапҡыр төрлө аҙыҡ-түлек тултырылған “десант” ебәрһенме, балаларын ялға алып ҡайтып, күрше Магнитогорск ҡалаһына кинотеатр­ға, аквапаркка алып барһынмы, йә бул­маһа, төрлө аттракциондарға йөрөтһөн­мө?! Шулай уҡ геройым күптән түгел социаль йүнәлештә 100 мең һумлыҡ бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. Район дауаханаһында балалар өсөн уйын бүлмәһен тулыһынса йыһазландырыуҙы үҙ өҫтөнә ала.
— Дауаханаларға барғанда, ата-әсәләрҙең, бигерәк тә йәш балалы ҡатын­дарҙың табипҡа сират көткәндә кескәйҙәре менән бергә булыуын, кабинетҡа кереп сыҡҡансы кемгә ҡалдырырға, табипҡа нисек күренергә икән, тип йонсоп ултырыу­ҙарын йыш күрергә тура килә. Шул саҡта ниңә дауаханала балаларҙы ҡалдырып тороу өсөн бер бүлмә юҡ, тигән уй килде. Кескәйҙәр шунда ултырып, һүрәт төшөрөп, йә булмаһа, төрлө уйындарға әүрәп, уйынсыҡтар уйнап бер аҙ ултыра ала бит. Күңелдә тыуған һорауға яуап эҙләп, дауахана етәкселегенә барҙым, “Беҙҙә ундай мөмкинлектәр тыуҙырырға аҡса юҡ”, — тигән яуап ишеттем. Үҙем эшләйем, бүлмә бирәһегеҙме, тигәс, улар аптырап ҡалды. Аҙаҡ ризалыҡ алып, төрлө инстанциялар менән килешеп, хыялымды тормошҡа ашырҙым. Әйткәндәй, минең етәкселектә эшләгән хеҙмәткәрҙәр медицина комиссияһын даими үтә, уларҙың да теләге иҫәпкә алынды. Бөгөн ата-әсәләр ҙур ихласлыҡ менән бар уңайлыҡтар тыуҙырылған балалар бүлмәһенә үҙҙәре­нең бәләкәстәрен ҡалдырып, кәрәкле табиптарға күренә, төрлө процедуралар үтә, — тине Лена Камил ҡыҙы.
Әле уның ҡарамағында 30 хеҙмәткәр эшләй. Эшҡыуар бөгөн 25-тән ашыу ризыҡ төрө етештерә: билмән, манты, фрикаделька, тефтель, кәтлиттәр янында итле бәлеш, самса, сейбөйөрөк, өсбосмаҡ кеүек тәмлекәстәр ҙә урын алған.
— Ит мәсьәләһе менән шәхсән үҙем шөғөлләнәм, беҙҙәге барлыҡ ризыҡ хәләл һәм сифатлы. Иткә бер ниндәй ҙә ҡатнашма ҡушылмай. Уны урындағы халыҡтан һатып алабыҙ, ситтән осһоҙ хаҡҡа алғаныбыҙ юҡ. Һатып алыусының ышанысын юғалтһаң, ҡайтанан яулап алыу еңелдән түгел, сөнки бөгөн һәр кем өсөн һайлау мөмкинлеге шаҡтай юғары заманда йәшәйбеҙ, — тип серҙәре менән уртаҡлашты эшҡыуар ҡатын.
Һуңғы ваҡытта өйҙә ҡамыр ризыҡтары етештереп, уны үҙҙәре ойошмалар буйлап һатыусыларҙы ла осратырға мөмкин. Был хаҡта әңгәмәсемдең үҙ фекере: “Әлбиттә, һәр кем үҙенсә көн күрергә тырыша. Тырышлығы бар икән, ниңә тәүәккәл­ләмәҫкә? Әммә һәр ризыҡ тейешле санитария талаптарына яуап бирерлек шарттарҙа етештерелергә тейеш, шуға күрә мин йөрөп һатҡан кешеләрҙең ризығын алырға ашыҡмаҫ инем. Һәр кем был осраҡта үҙе һайлау мөмкинлегенә эйә һәм үҙ һаулығы өсөн яуап бирә”.
Уңған кеше бар яҡлап та өлгөрә, ти халыҡ. Тырыш ханым — “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең иң әүҙем ағзаһы. Белемен камиллаштырырға ла ваҡыт таба. Өҫтәүенә ул – Асҡар ауыл биләмәһе депутаты. Ире Илнур Нурғаян улы — ҡатынының уң ҡулы, өлкән ярҙамсыһы. Улар бергәләшеп ғаилә бизнесын алып бара, киләсәккә яҡты өмөттәр бағлай, яңы хыялдар менән яна.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 317

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 378

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 333

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 283

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 356

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 355

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 331

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 319

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 256

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 487