“Мин бит ауыл малайы”13.10.2017
“Мин бит ауыл малайы”Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү, уларҙың һанын арттырыу маҡсатында байтаҡ эштәр башҡарыла. Әленән-әле был өлкәгә яңы фермерҙарҙы ылыҡтырыу өсөн Хөкүмәт тарафынан маҡсатлы программалар булдырыла һәм, иң мөһиме, һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә. Бөгөн Архангел районында ла үҙ эшен булдырып, яҙмышын нәҡ ауыл менән бәйләргә уйлап, уңышлы ғына эшләп киткән фермерҙар байтаҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: улар төбәктең ауыл хужалығын үҫтереүгә тос өлөш индерә.
Артур Сабитов та техникум тамамлағандан һуң ҡулына техник-технолог дипломы алып, “Башнефть” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә ҡоролмалар ремонтлау мастеры булып эшкә урынлаша. Предприятиела оҙаҡ йылдар эшләгәндән һуң, 2010 йылда үҙ теләге буйынса эштән китә һәм фатир-йорт­тарҙы ремонтлау менән шөғөл­ләнә башлай. Бынан тыш заказ буйынса йорттар ҙа һала.
– Әлбиттә, төҙөлөштә уңған­дар, тырыштар ғына эшләй ала, сөнки был тармаҡ ялҡауҙарҙы яратмай, күңел биреп хеҙмәт иткән осраҡта ғына ниндәйҙер һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин, – ти Артур Хәниф улы. – 2016 йылдарҙа был өлкәлә кризис һөҙөмтәһендә заказдар кәмегәс, бергә эшләгән дуҫ-иптәштәр менән кәңәшләшеп, башҡа өлкәне һайларға булдыҡ һәм мин ауыл хужалығын үҙ иттем.
Шулай итеп, Артур Хәниф улы үҙен ауыл хужалығы өлкәһендә һынап ҡарарға йөрьәт итә һәм яңы өлкәне үҙләштереүгә ең һыҙғанып тотона.
– Мин бит ауыл малайы, шуға ла малсылыҡ һис ҡасан сит булманы, ә, киреһенсә, үҙенә тартып торғандай булды, – ти фермер Артур Хәниф улы. – Күптәр әле булһа аҡсалы урынды ҡалдырып, мал аҫрауға тотоноуыма ғәжәп­ләнә. Әммә һис кенә лә үкен­мәйем был шөғөлдө үҙ итеүемә.
Интернет сығанаҡтар аша тоҡомло мал үрсетеүҙең серҙә­рен ныҡлап өйрәнә, ошо өлкәлә оҙаҡ йылдар эшмәкәрлек алып барған хужалыҡтарға барып тәжрибә туплай. “Әлбиттә, эш башлап китеүе ауыр булды, әммә тырышлыҡ, түҙемлелек үҙенең һөҙөмтәһен бирмәй ҡалманы. Туғандарым, дуҫтарым терәк булды, барыһына рәхмәтлемен”, – тип хәтерләй ул көндәрҙе фермер.
Бөгөн уның ихатаһында йылҡылары менән бергә 320 баш мал аҫрала. Малсылар әле 50-гә яҡын һыйыр һауып, көн һайын Прибельск заводына һөт тапшыралар.
Фермер 450 гектар ерҙе ҡуртымға алып, унда күп йыллыҡ үләндәр үҫтереп, мал аҙығы етештерә. Ер эшкәртеү өсөн техника күп, трактор, йөк машинаһы, прицептар, комбайн хәстәрләгән. Паркты әленән-әле яңыртып та тора икән. Бөгөн кәртә-ҡуралар заманса йыһазландырылған, һыу, яҡтылыҡ, йылылыҡ үткән. Әле 100 башҡа иҫәпләнгән иҫке бинаға ремонт үткәргәндәр. Березовкаға йән һәм йәм биреп ултырған һөтсөлөк фермалары ауыл осонда урынлашҡан. Һүнеп барған ауылға Артур Хәниф улы яңынан йән өргән тиһәң хата булмаҫ, моғайын. “Киләсәктә был урындарҙы гөл итәсәкмен, ауылға ингән ер матур һәм төҙөк булырға тейеш”, тип хыяллана ул.
Малсыларға уңайлы шарттар булдырылған, эш хаҡы ваҡы­тында түләнә.
Оло йөрәкле фермер ауыл Советы биләмәһе менән дә тығыҙ бәйләнештә, төрлө сара-байрамдар үткәреүҙә бағыусылыҡ итә. Уның киләсәккә уй-хыялдары ла ҙур, артабан мал һанын, ер майҙанын арттырыуҙы маҡсат итеп алған.
– Тырышҡан кешегә Хөкүмәт тарафынан һәр яҡлап ярҙам һәм яҡлау булһа, матур итеп эшләргә була, тик ялҡауланмаҫҡа ғына кәрәк, – ти фермер.


Вернуться назад