Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәшлеккә юлдар асыҡ!
Йәшлеккә юлдар асыҡ!Өфөлә үткән ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең
III бәләкәй эшҡыуарлығы форумының икенсе көнөндә Конгресс-холда “Йәштәр эшҡыуарлығы – ШОС һәм БРИКС киңлегендә бизнес-хеҙмәттәшлектең төп векторы” тигән секция эшләне. Унда “Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙә перспективалы тармаҡтар: йәш эшҡыуарҙар өсөн төп ориентирҙар”, “Нисек инвесторҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырға һәм партнер табырға: ШОС – БРИКС киңлегендә йәштәр эшҡыуарлығын үҫтерергә”, “Йәштәр эшҡыуарлығына ярҙам итеү механизмы: ШОС һәм БРИКС илдәренең эшҡыуарлыҡты үҫтереү инс­титуттары нимә тәҡдим итә?” тигән һорауҙар тикшереүгә сығарылды.



Сарала Федерация Советы рә­йесенең Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, “Госконсалт”, Йәш эшҡы­уарҙарҙың Рәсәй-Ҡытай клубы координаторы һәм Башҡортостан Рес­публикаһындағы Рәсәй-Ҡытай сту­денттарының бизнес-инкубаторы компаниялары төркөмө президенты Иван Абрамов модераторҙар булды. Секция эшендә 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.
Йәшлеккә юлдар асыҡ!Лилиә Ғүмәрова:
– Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдиме буйынса һәм Баш­ҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ярҙамында Өфөлә өсөнсө тапҡыр абруйлы форум үтә, – тип был хеҙмәттәшлектең ыңғай һөҙөмтәләр биреүен билдәләне.
Ике көн барған сарала Рәсәйҙең 47 төбәгенән 1000-дән ашыу делегат һәм Беларусь, Бразилия, Германия, Һиндостан, Иран, Ҡаҙағстан, Ҡыр­ғыҙстан, Ҡытай, Латвия, Тажикстан, Төркиә һәм КАР илдәренән вәкилдәр ҡатнашты. Форумдың икенсе көнө­нөң йәштәр эшҡыуарлығына арналыуы төп өмөттәрҙең йәш быуынға йүнәлтелеүе хаҡында һөйләй. Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты һәм конкурентлыҡты үҫтереү департаменты директоры урынбаҫары Олеся Тетерина, эшҡыуарлыҡ үҫен­теһен таҙа яландан, нулдән башлар­ға тура килә, тип иҫәпләй.
Йәштәрҙе йүнселлеккә ылыҡты­рыуға арналған сарала ШОС һәм БРИКС альянсына ингән илдәр араһында йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереү тураһында сығыштар тың­ланды. Үҙ-ара хеҙмәттәшлекте үҫ­тереү маҡсатында йәштәр өсөн инкубаторҙар булдырыла. Унда буласаҡ йәш эшҡыуарҙар уҡый, аралаша, продукттар етештерә, проекттар өҫтөндә эшләй. Ошондай инкубатор Өфөлә Башҡорт дәүләт университеты нигеҙендә асылған, теләгән һәр кем уның резиденты була ала.
– Һәр һөнәр буйынса курс ойошторола. 15-20 лекция йәш кешене аныҡ белем менән ҡоралланды­рырға ярҙам итә. Был ҡыҙыҡлы бизнес-инкубатор һәм улар грант бүлеү өсөн генә эшләмәй, ә ысын мәғә­нәһендә ярҙам итә һәм белем бирә, – ти Лилиә Ғүмәрова.
“Рәсәй эшҡыуары” федераль дәү­ләт бюджет учреждениеһы директоры Михаил Колтунов илдең 59 тө­бәгендә “Һин – эшҡыуар” програм­маһының тормошҡа ашырылыуы тураһында һөйләне. “Беҙ түбәндәге тенденцияларҙы күҙәтәбеҙ: йәштәр эшҡыуарлыҡты һөнәри тармаҡ итеп әүҙем һайламай. Шул уҡ ваҡытта стартаптар һанының артыуын күҙә­тәбеҙ. Бөгөнгө йәштәр үҙҙәрен килә­сәктә нимә көткәнен яҡшы белә һәм хәүефте лә алдан күҙаллай, элекке тиҫтерҙәренә ҡарағанда әҙерлек кимәлдәре лә күпкә юғары. Хәҙер йәштәргә тәҡдим итә торған әйбер­ҙәр күп: уй-ниәттән алып һатыу баҙа­рына һәм бизнесты ҙур күләмдә үҫтереүгә тиклем. Эшҡыуарлыҡ мә­ҙәниәтен формалаштырыу позиция­һын яҡлайбыҙ. Вуздарҙағы бизнес-инкубаторҙарҙың программала ҡул­ланылыуы ла мөмкин. Был – эшҡы­уарға коллегалары менән бәйләнеш булдырыуҙа ярҙам итеү өсөн яҡшы механизм”, – тине Михаил Колтунов.
ШОС һәм БРИКС илдәре араһын­дағы хеҙмәттәшлек арҡаһында һуңғы ике-өс йылда Башҡорт дәүләт университеты нигеҙендә Рәсәй һәм Ҡытай берлегендәге бизнес-инкубатор ойошторолған. Уларҙың һаны Рәсәй менән Ҡытайҙа 20-гә еткән. Эшенә эксперттар, патент органы хеҙмәткәрҙәре лә йәлеп ителгән. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән 350-нән ашыу йәш кеше предприятие асҡан. Сит ил партнерҙары менән ныҡлы бәй­ләнеш, Рәсәй Иҡтисади үҫеш ми­нистр­лығы, Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ, республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министр­лығы ярҙамында илдә йәштәр яҡшы финанс ярҙамы алыуға ирешкән.
Лилиә Ғүмәрова аныҡ үҫеш нөктәләрен билдәләүҙе, уларҙа күпме йәш кеше эш табасағы, асыҡ тәҡдимдәр индереүҙәрен һораны. “Бөгөн йәштәр ҡайҙа барырға, кемдең ишеген шаҡырға, ҡайҙа уларҙы ҡабул итәсәктәре тураһында белергә тейеш”, – тине ул.
Секция эшендә сығыш яһаған­дарҙы тыңлағандан һуң, әлеге ва­ҡытта сәйәси ваҡиғаларҙың иҡтисад­тан күпкә алдараҡ барыуы аңла­шыла ине. Бөтәһе өсөн отошло пландар, килешеүҙәр төҙөлә, ә уны матди яҡтан тормошҡа ашырыу, ҡулланыу күпкә артта бара. Үҙ-ара ябай аралашыу ҡоралы булған тел мәсьә­ләһенә генә килгәндә лә, ул сағылыш таба. Йәғни ошо альянсҡа ингән илдәрҙең телдәрен өйрәнеү беҙҙең вуздарҙа, мәктәптәрҙә киң таралыу алмай. Бәлки, әле мәктәптәрҙә икенсе сит тел итеп мотлаҡ немец йәки француз телен өйрәнеүҙе индергән­се, ШОС һәм БРИКС альянсына ҡараған дәүләттәрҙең телдәрен өйрә­нә башлау отошлолор. Был сәйәси һәм иҡтисади яҡтан да үҙен аҡлар ине.
Ҡытай һәм КАР илдәре вәкилдәре үҙ-ара хеҙмәттәшлектә, эшҡыуар­лыҡты үҫтереүҙә ниндәй өлкәләр отошло булыуы тураһында һөйләне. “Элек һорау тәҡдимде үҫтерһә, хәҙер, киреһенсә, тәҡдим һорауҙы үҫтерә”, “Кеше проблеманы ғәмәлдә күргән саҡта ғына ысын эшҡыуарлыҡ башлана”, “Йәштәрҙе сәйәсәткә һәм иҡтисадҡа йәлеп итеү мөһим” тигән фекерҙәр ҙә әйтелде.
“Инвест Консалтинг Реалитти” йәмғиәтенең генераль директоры Иван Кульшицкий йәштәргә күсемһеҙ милек өлкәһендә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү отошло булыуы тура­һында һөйләне. Был тармаҡтың ба­ҙарҙа төп урынды тотоуы, перс­пек­ти­валы булыуы, яҡшы килем алып эшләү мөмкинлеген тыуҙыры­уы хаҡын­да мәғлүмәттәр менән ур­таҡлашты. Коммерцияға нигеҙләнгән ҡыҙыҡһыныу башҡа тармаҡтарҙы өйрәнеүгә булышлыҡ итәсәк, тигән фекерҙә ул.
“Опора России” йәмәғәт ойошма­һының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе Мәғлүмәт-консультация үҙәгенең башҡарыусы директоры Тимур Лоҡманов иһә Ҡытай иленә сәйәхәтендә алған тәьҫораттары, күр­гән-кисергәндәре менән уртаҡ­лашты.
– Ҡытай – үҙе бер донъя, уны өйрәнергә лә өйрәнергә кәрәк. Төрлө муниципалитеттарҙа булдыҡ. Улар­ҙың иҡтисади яҡтан ирекле һәм инвестициялар йәлеп итеүҙә азат булыуҙары оҡшаны. Ҡытайҙа 60-тан ашыу милләт вәкиле йәшәй. Аҙ һан­лы халыҡтар иҫәбенә ингән халыҡ вәкиле булған эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтелә, – тине Тимур Урал улы.
Лилиә Салауат ҡыҙы, уның сығы­шын хуплап: “Һәр йәш кеше ШОС һәм БРИКС илдәрендә булһын өсөн программа кәрәк”, – тине.
– Рәсәй менән Ҡытай мөнә­сәбәт­тәре беҙҙә үҫешкән, айырым проекттар бар. Был йүнәлештә даими эш дауам итәсәк. Бөтә факультет­тарҙа ла финанс белемен арттырыу курсы индерелә. Рәсәй-Ҡытай үҙәге булдырабыҙ. “Ике диплом” програм­маһын үҫтерәбеҙ. Донъя иҡтисады буйынса уҡытабыҙ. Беҙҙә ҡытай телен Ҡытайға барып, ә ҡытайҙарҙың университетҡа килеп рус телен өйрәнеүе буйынса программа ҡабул ителгән. Былтырҙан студенттар менән алмашыу программаһы буйынса эшләйбеҙ. Йәшәү һәм уҡыу бушлай. Киләсәктә лә ошо йүнәлеш­те үҫтерәсәкбеҙ. Беҙҙең үҙәккә рәхим итегеҙ, – тине БДУ ректоры Николай Морозкин.
Донъя сәйәсәте күҙлегенән сығып ҡарағанда ла, киләсәктә ШОС һәм БРИКС альянсына ҡараған илдәр менән хеҙмәттәшлек Рәсәйҙең иҡти­садын үҫтереүҙә төп йүнәлеш була­сағы аңлашыла. Шуға ла ошо йүнә­лештә эшҡыуарлыҡ менән шөғөллә­нергә, хеҙмәттәшлек итергә теләгән йәштәргә бөгөндән эш башларға кәрәктер. Илдең был альянсҡа ҡараған дәүләттәр менән сәйәси һәм иҡтисади мөнәсәбәттәренең киләсә­ген бөгөндән үк төҙөй башлау маҡса­тында, йәштәр секцияһы эшендә ҡатнашыусылар ШОС һәм БРИКС сараһында йәштәр эшҡыуарлығы инициативаларын үҫтереүҙә ярҙам итерлек аныҡ тәҡдимдәрҙе форум резолюцияһына индерергә тигән ҡарар менән таралышты.


Альбина ҒАРИПОВА, БДУ-ның иҡтисад факультеты студенты:

– Иң мөһиме – йәштәр эшҡыуарлығына һәм идеяларына ярҙам барлығын тойҙоҡ. Үҙеңдең тәҡдимеңде белдереү өсөн майҙан булдырылған. Ниндәй мөмкинлектәребеҙ, перспективаларыбыҙ булыуы хаҡында һөйләнеләр. Хәҙер йәштәргә ярҙам барлығы тураһында беләбеҙ.

Анна БАШИРИНА, БДУ-ның иҡтисад факультеты студенты:

– Фәһемле яңылыҡтар менән таныштыҡ. Күп кенә курсташтарҙа ҡытай телен өйрәнеү теләге тыуҙы. Саранан һуң акселерацион программа директоры менән аралаштыҡ. Ул беҙҙе буласаҡ конференцияға саҡырҙы. Әгәр ҙә студенттар ошондай сараларҙа ҡатнашһа, әлбиттә, уларҙа ҡыҙыҡһыныу тыуасаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 319

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 380

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 335

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 285

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 358

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 321

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 259

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 492