Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Матур ҙа, килемле лә
Матур ҙа, килемле ләБайрам тантаналарын һөйөү, хөрмәт һәм иғтибар билдәһе булған сәскәләрһеҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Ғөмүмән, улар – тормошобоҙҙоң сағыу биҙәге. Юҡҡамы ни балаларҙы, гүзәл затты нәҡ гөлләмә менән сағыштыралар, тормоштоң ҡәҙерле мәле лә “ғүмерҙең сәскәләй сағы” бит.
Әхмәр ауылына Стәрлетамаҡ ҡала­һынан ҡайтып төпләнеп, сәскә үҫтереп һатырға йөрьәт иткән эшҡыуар Венер Төхвәтуллин ошо хаҡта уйланмай ҡал­мағандыр. Һәр хәлдә, матурлыҡ билдәһе булған сәскәләрҙән табыш алыу мөм­кинлеген күҙаллаған. Юҡһа, ҡалалағы сауҙа өлкәһендә аҙмы-күпме килем кил­тергән эшен ҡалдырып, ер кешеһенә әйләнеп китер инеме ни? Ҡайттың, үҫтерҙең, һаттың... Әйтеүе генә анһат, Интернетта ғына ул бер нисә аҙнала гөрләтеп “таҙа” табыш алыу хаҡында яҙалар. Ғәмәлдә иһә хәл башҡасараҡ: уңышҡа тиклем ныҡышмал хеҙмәт, байтаҡ сығым талап ителә.
– Яҙ етеү менән кешеләр баҡса алдын гөл-сәскәгә күмергә ярата. Тик, елкәң нисек кенә ҡалын булмаһын, беҙҙәге һауа шарттары йәй уртаһына тиклем йүнләп сәскә өлгөртөргә ирек бирмәй. Быйылғы йыл бигерәк тә аптырата, – ти Венер. –Бер көн “Ә ниңә шул сәскәләрҙе теплицала үҫтереп һатмаҫҡа?” тигән уйға килдем. Тоттом да сауҙанан йыйылған барлыҡ аҡсаны ҡырып-һепереп ошо өлкәгә һалдым.
Әңгәмәсем шул тиклем дәртләнеп һөйләй. Был эшкә тотонғанына бер ҙә үкенмәүе йөҙөнә сыҡҡан.
Ауылда өй һатып алған мәлдә, 2010 йылда, Венерҙың ҡулында сауҙанан йыйылған бер миллион һум самаһы аҡса була. Был суммаға полиэтилендан 600 квадрат метрлыҡ йылытма көпләтә, ҡыяр орлоғо һәм махсус рәүештә уңдырышлы ер алдыра. Туплаған аҡсаһы ошоноң менән бөтә. Ярай әле, теплица утын менән йылытыла. Уның ҡарауы, эше гөрләп китә, ҡыяр мул уңыш бирә. Тик сәскә үҫтереү хаҡында уйланыуҙан туҡтамай йүнсел. Бер нисә йылдан барыбер петуния, портулак, сальвия, виола орлоҡтарына заказ бирә.
Венер орлоҡто сит илдән алдырта икән.
– Эш сифатта түгел – беҙҙә сәскә орлоғо етештереүселәр бөтөнләй юҡ, – тип көрһөнә ул. – Булғандары (дәүләтте­келәр) үткән быуаттың 90-сы йылдарында юҡҡа сыҡты һәм тергеҙелмәне.
Ҙур теплицаны сафта тоторға, әлбиттә, хужаның үҙ көсө генә етмәй. 2012 йылда башланғыс эшҡыуар булараҡ юллап алған 360 мең һумлыҡ субсидия ла тотонола. Дәүләт ярҙамы, иш янына ҡуш булып, йүнселгә тағы ла нығынырға этәргес бирә.
– Генератор, культиватор алырға аҡса юҡ ине, электр ҡорамалдары буйынса ла проблемалар булды. Субсидия ошо мәсьәләләрҙе йырып сығырға ярҙам итте, – тип ҡыуана сәскә үҫтереүсе.
Ишәй ауылы биләмәһе башлығы Гөл­нара Кәримова әйтеүенсә, районда теләге булғандарға үҙ шөғөлөн йәйелдерергә мөмкинлектәр етерлек. Етәксенең һүҙҙә­ренә ҡарағанда ла, йүнсел үҙе билдә­ләүенсә лә, эшсе ҡулдар артынан ситкә йөрөлмәй, тимәк, бер нисә кешегә булһа ла хеҙмәт урыны эҙләп алыҫ китәһе түгел. Мәҫәлән, Венер Төхвәтуллинда Фәнисә Таһирова һәм Альбина Кәримова эшләй. Ҡыҙҙар сәскә лә үҫтерә, яҡын-тирәләге ҡалаларға тауар һатырға ла сыға.
Сәскә үҫтереү эшенә, башта әйткәнсә, ни тиклем еңел табыш тип ҡарамаһындар, уға һирәктәр генә тотонорға баҙнат итә. Орлоҡтан уңыуың йәки туңыуыңдан тыш, баланы баҡҡан һымаҡ ҡарарға кәрәк бит. Сабырлыҡ та, оҫталыҡ та талап ителә. Был тәңгәлдә, сер түгел, йүнсел Төхвәтул­линға башта ер эше еңел бирелмәй – агроном түгел бит. Әммә төрлө белгестәрҙән кәңәш алып, Интернеттан мәғлүмәт йыйып һәм шәхси тәжрибәһендә юғалтыу-табыштар аша өйрәнеп килә ул.
– Сәскә үҫтереү – бер, ваҡытында һатып өлгөрөргә кәрәк, башҡа мәшәҡәттәр ҙә етерлек, – ти йүнсел. – Мәҫәлән, күпләп сәскә артынан килгәндәр юлдар торошоноң яҡшыраҡ булыуын теләй. Эшҡыуарлыҡтың үҫешендә шарттарҙың комплекслы булыуы шарт шул.
Сит илдә, мәҫәлән, теплица эшенә 15, хатта 20 йылдан ғына ныҡлы табыш ала башлау ниәте менән тотона сәскә, емеш-еләк үҫтереүселәр. 2010 йылдан башлап эшләгән Венер Төхвәтуллин юлдың ярты­һында ғына. Тырыш, ныҡышмал егеттең, һис шикһеҙ, өмөттәре аҡланыр, уй-маҡсаттары тормошҡа ашыр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 318

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 379

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 334

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 284

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 357

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 321

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 257

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 490