Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ләйсән ямғыр шифаһына өмөтләнеп
Ләйсән ямғыр шифаһына өмөтләнепРеспублика хужалыҡтарында баҫыу эштәре дәррәү һәм ойошҡан рәүештә бара, көндәрҙең ҡайһы саҡ ямғырлы булыуы ла ауыл эшсәндәренең кәйефен һис төшөрмәй. Улар, киреһенсә, ләйсән ямғырының шифаһы буласағына өмөтләнеп, дәртләнеп хеҙмәт өлгөһө күрһәтеп, сәсеүҙе үҙ ваҡытында тамамларға тырыша. Шөкөр, тәбиғәт йәм-йәшел келәмдәй йәйрәп ятҡан баҫыуҙарҙы йылы ҡояш нурҙары менән дә иркәләй.
Дүртөйлө районы игенселәре быйыл 39 мең гектарҙа сәсеү эштәрен алып барҙы, шул майҙандың 30 мең гектарында – иген, туғыҙ меңендә мал аҙығы культуралары үҫтереләсәк. Хужалыҡтар сифатлы орлоҡ, яғыулыҡ, ашлама менән етерлек күләмдә тәьмин ителгән, ялан эштәрендә ҡатнашҡан барлыҡ техника сафта. Райондың бөтә хужалыҡтары дым ҡаплатыу, күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландырыу кеүек эштәрҙе уңышлы теүәлләгән.
“Горшков” яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәте төбәктә тәүгеләрҙән булып һабан эштәрен башлап, бөгөн яҙғы бойҙай, борсаҡ, арпа сәсеүҙе тамамлаған. Бынан тыш, ялан батырҙары мал аҙығы культуралары, бер йыллыҡ үләндәр, ҡарабойҙай, силосҡа һәм орлоҡҡа тип кукуруз сәсәсәк. Хужалыҡтың ике меңдән ашыу гектар ере бар, һәр береһе тәрбиәле һәм ҡараулы, буш ятҡандарын осратмаҫһың. Бында пай ерҙәре лә уңышлы файҙаланыла. Белгестәр 300 гектарҙы биләгән арыш баҫыуҙарының яҡшы ҡышлауын билдәләп, көҙ мул уңыш алыуға өмөт итә.
Ләйсән ямғыр шифаһына өмөтләнеп– Яҙғы аяҙ көндөң һәр минутын мөмкин тиклем файҙалыраҡ итеп үткәрергә тырышабыҙ, иртә таңдан ҡара кискә ҡәҙәр баҫыуҙан ҡайтып ингән юҡ, – ти 13 йылдан ашыу хужалыҡ дилбегәһен тотҡан етәксе Тәнзилә Рил ҡыҙы Иҙрисова. – Хеҙмәткәрҙәрҙең эш шарттары яҡшы, йылы аш баҫыуға килтерелә. Һәр кем махсус эш кейеме менән тәьмин ителгән.
Хужалыҡ объекттарының һәр ҡайһыһында тәртип булыуы әллә ҡайҙан күҙгә ташлана. Улар йыл һайын яңы ауыл хужалығы техникаһы менән байытыла. Нигеҙҙә, үҙебеҙҙә етештерелгән ҡеүәтле һәм заманса машина-агрегаттар баҫыуҙарҙы иңләй. Былтыр, мәҫәлән, етәкселек 14 миллион һумлыҡ техника һатып алыуға өлгәшһә, быйылғы дүрт айҙа ғына алты миллион һумлыҡ техникаға эйә булғандар. “Яңы техникала юғары һөҙөмтәләргә өлгәшмәй эшләү мөмкин түгел хәҙер”, – тип ҡыуана ялан батырҙары. Механизаторҙар Радик Гәрәев, Виталий Сәликәев, водителдәр Рәүеф Сәлимйәнов, Рәзил Сәйфуллин – хужалыҡтың алдынғы эшсәндәре.
Ләйсән ямғыр шифаһына өмөтләнепБында өс ауылдан 80 кеше эшләй, хеҙмәт хаҡының тотҡар­лыҡһыҙ түләнеүе лә күрше тирә-яҡ халҡын был хужалыҡҡа йәлеп итә икән. Юғары һәм махсус урта белемле белгестәр етерлек. Йәштәр ҙә күренгеләй, әммә ололарға алмашҡа бер нисә йылдан һуң йәш быуын талап ителәсәк.
Тоҡомсолоҡ заводы булараҡ танылыу яулаған хужалыҡтың ҡара-сыбар тоҡомло 1140 баш һыйыр малы әле тәбиғәт ҡоса­ғында, йәйләүҙә йөрөй. Бөгөн 340 һауын һыйырынан көнөнә биш тонна һөт һауып алып, продукцияны Дүртөйлө һөт заводына тапшыралар. Көтөү йыл һайын 70 баш йәш тана менән тулылана, шуға ла һөт етештереүҙә йәмғиәт төбәктә алдынғылар рәтендә. Бында яһалма ҡасырыу эше лә яҡшы ҡуйылған, махсус белемле белгес яңы тыуған быҙауҙарҙың һаулығы менән ҡыҙыҡһынып тора, шуға ла малдарҙың үле­менә юл ҡуйылмай. Һауын­сылар Ульяна Исҡаҡова, Наталья Губаева, Анжелика Иляева, Эльвира Семенова, көтөү­селәр Виталий Губаев менән Дим Вә­лишин уңғандар исемлеген тулыландыра.
Тоҡомсолоҡ заводы булараҡ, йәмғиәткә республиканан ғына түгел, күрше өлкәләрҙән дә мал алырға килеүселәр күп икән.
Йыл һайын 50 – 80 баш һыйыр малы һатылып, хужалыҡ ҡаҙна­һына байтаҡ ҡына аҡса инеп ята. Мәҫәлән, былтыр ете миллион һумлыҡ табыш алғандар. Ә инде һатыуҙан килгән аҡса, нигеҙҙә, техника, төрлө ауыл хужалығы ҡорамалы алыуға, ремонтҡа, эш хаҡы түләүгә тотонола. Бынан тыш, дәүләттән дә ярҙам күрәләр. Әйткәндәй, йәмғиәттең мал­сылыҡ фермалары заманса йыһазлан­дырылған, үҙҙәренең ҡеүәтле иген киптергестәре бар. “Шөкөр, эшмәкәр­легебеҙҙе һәр яҡлап баһалайҙар, күптәргә өлгө итеп ҡуялар. Әлбиттә, юғары күрһәткестәргә тик тырыш хеҙ­мәткәрҙәрҙең көсө менән өлгә­шәбеҙ инде”, – ти Тәнзилә Рил ҡыҙы.
“Горшков” йәмғиәте ауыл хакимиәте менән дә йылы мө­нәсәбәт булдырған, бер-бере­һенә һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торалар. Ауыл халҡының да йәшәү рәүеше ҡыуанырлыҡ, һәр ихатала еңел автомобиль, тракторҙар күренә. Шәхси ихатаһында мал тотҡан­дарға ла иғтибар бар, бесән-һалам, иген бирелә. Хужалыҡ етәкселеге тарафынан ауылда йорт һалғандарға аҡсалата ярҙам күрһәтелә, бушлай техника бүленә. Ошонан файҙаланып, һуңғы бер нисә йылда һигеҙ ғаилә көнкүреш шарттарын яҡшыртҡан. Килә­сәктә лә ошондай ярҙам һәм яҡлау күрһә­теләсәк.
Ләйсән ямғыр шифаһына өмөтләнепБашҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рифҡәт Фәнил улы Ғилфанов етәкселегендәге “Победа” яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәте баҫыуҙарында ла ҡыҙыу осор. Биш меңгә яҡын гектар һөрөнтө ерҙә игенселәр яҙғы бойҙай, арпа, һоло, борсаҡ сәсеүҙе та­мамлаған. Әле силосҡа, орлоҡҡа тип 400 гектарҙа кукуруз ултыртыу дауам итә. 700 гектарҙағы арыш баҫыуҙары яҡшы ҡыш­лаған. Механиза­торҙар Ринат Рәхимов, Флүр Шәңгәрәев, Винил Ғәлләмов, Венер Исхаҡов, водителдәр Рафаэль Ғәй­нетдинов, Иван Микишкин, Юрий Курдюмовты етәк­селек маҡтап телгә алды.
Бөгөн хужалыҡ баҫыуҙарында 11 сәсеү агрегаты эшләй, төҙөк һәм яңы булғас, ватылып ултырмайҙар. Техника паркы йыл һайын тиерлек яңыртыла, былтыр, мәҫәлән, 13 миллион һум­лыҡ һатып алғандар. Ор­лоҡҡа, минераль ашламаға, яғыу­лыҡҡа ҡытлыҡ юҡ. Иген­селәр ике тап­ҡыр йылы аш менән тәьмин ител­гән, эш хаҡы ваҡытында түләнә. Шулай уҡ дәртләндереү саралары ла ҡаралған, эш һөҙөм­тәлә­ренә ҡарап премиялар бүленә.
Йәмғиәттә дүрт ауылдан 100-гә яҡын кеше эш менән мәшғүл. Кадрҙар, йәштәр мәсьәләһе бында киҫкен тормай. Уҡыу йорттарын тамамлап, белгестәр тыуған яҡҡа ҡайта. Йәштәрҙе ауылда ҡалдырыу өсөн дә эш алып барыла. Шулай ҙа күптәр, оҙон аҡса юллап, Себер тарафтарына китә икән.
– Бөгөн ауылда ла аҡса эш­ләргә була, тик тырышырға кәрәк, ситкә китеп тә бер тинһеҙ ҡайт­ҡандар бар, – ти баш агроном Бу­лат Әхмәҙиев. – Етәкселек эш­се ҡулдарға етди иғтибар бирә, һәр яҡлап ярҙам күрһәтә. Тимәк, тыуған яғыңда йәшәп хеҙмәт итеү отошлораҡ.
Тоҡомло һыйыр малы үрсетеү буйынса хужалыҡ тирә-яҡта дан алған. Бөгөн заманса йыһаз­ландырылған һөтсөлөк фермаларында 2400 баш ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы аҫралып, 700-өн һауалар. Саҡмағош һөт комбинатына көн һайын һигеҙ тонна аҡ оҙаталар.
Йәмғиәт ҡаҙнаһына тоҡомло мал һатыуҙан да байтаҡ аҡса инә. Сифатлы мал алыу өсөн республиканың төрлө райондарынан, күрше өлкәләрҙән дә киләләр икән. Былтыр “Победа” кооперативы 18 миллион һумлыҡ 175 баш һыйыр малы һатҡан. Был эш йыл буйы дауам итә.
Шулай уҡ яһалма ҡасырыу эше лә яҡшы ҡуйылған, ҡыш миҙгелендә таналар күпләп быҙаулаған. “Мал ҡышлатыу юғары кимәлдә үтте, бер ниндәй ҡыйынлыҡтар осраманы. Әле мал йәйге лагерҙа тотола”, – ти Булат Фәүзәр улы.
Һауынсылар Светлана Ғәлиәк­бәрова, Зинфира Муллағәлиева, Ульяна Байрамова, көтөүселәр Данис Әхмәҙиев, Владимир Әҙелшин, быҙау ҡараусы Фәниә Баҡыева малсылыҡ тармағында алдынғылар иҫәбендә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 322

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 381

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 265

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 337

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 287

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 358

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 360

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 322

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 260

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 494