Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡул көсө кәмей бара
Ҡул көсө кәмей бара“Нурис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төбәктә алдынғыларҙан һанала, бында, нигеҙҙә, малсылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнәләр, тоҡомсолоҡ эше яҡшы ҡуйылған. Әлбиттә, үҫемлекселек тармағына ла иғтибар көслө.
Бөгөн ҡурала 1150 баш ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы тотола, шуның 500-өн һауын һы­йыры тәшкил итә. Көтөүҙе йыл да йәш таналар менән тулылан­дырғас, төбәктә һөт етештереүҙә уларға тиңләшкәндәр юҡ. Миәкә районының һөт комбинатына ауыл эшсәндәре көн һайын 10 мең тоннаға яҡын аҡ оҙата. Комбинат үҙе килеп алғас, юлға сығым китмәй, түләүҙәр ҙә ваҡы­тында һәм тотҡарлыҡһыҙ баш­ҡарыла. Аҡтың сифаты юғары, шуға әҙер продукцияға баҙарҙа ихтыяж ҙур, башҡа тарафтарҙан да килешеүҙәр төҙөргә тип киләләр. Хужалыҡ ҡаҙнаһына килгән табыш хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләүгә, ремонт эштәренә, башҡа кәрәк-яраҡҡа тотонола.
“Нурис”та яһалма ҡасырыу эше һәйбәт ойошторолған, махсус белемле белгес таналарҙы ваҡытында тикшереп, кәрәкле дарыуҙар менән тәьмин итә.
Сәфәр, Шишмә ауылдарынан 33 кеше эш менән мәшғүл. Хеҙ­мәт хаҡы ваҡытында түләнә, ауыл ере өсөн 15-20 мең һум, әл­биттә, насар түгел. Әммә етәк­селек йәштәрҙең, махсус белемле белгестәрҙең етешмәүен билдәләп, “ауыл ерен үҙ иткән егет-ҡыҙҙарҙы эшкә саҡырып ҡалабыҙ” тигән теләктәрен дә еткерҙе.
2011 йылда уҡ “500 ферма” республика маҡсатлы програм­маһына ингән хужалыҡтың һөт­сө­лөк фермалары заманса йы­һаз­ландырылған, һәр береһендә һөт, һыу үткәргестәр, һыуыт­ҡыстар урынлаштырылған. Малсылар ҙа буш ваҡыттарын йылы, уңайлы бүлмәлә үткәрә. Бынан тыш һәр белгескә махсус эш урыны ла ҡаралған, шулай уҡ дөйөм ятаҡ та бар. Шуныһы һөйөнөслө: хужалыҡ киләсәктә мал һанын тағы ла арттырып, уларҙы 600 башҡа тиклем еткерергә күҙал­лай. Ә ишле малды аҫрау өсөн тейешле шарттар кәрәк. Шуға ла етәкселек ике яңы һөтсөлөк фер­маһы төҙөп ултыртҡан да инде. Яңы биналар заманса йыһаз­ландырыласаҡ, тимәк, йәмғиәт һөт етештереүҙе артабан да дауам итеп, район халҡын ғына түгел, ә республиканы ла сифатлы һөт менән тәьмин итәсәк.
— Хаҡлы ялдағы малсылар бөгөнгө эш шарттарын күреп, аптырап ҡалыр ине, моғайын. Һәр ерҙә заманса ҡорамалдар, ауыл хужалығы техникаһы ҡул көсөн алмаштырған бит. Рәхәтләнеп эшләргә генә ҡала, — ти баш зоотехник Гөлнара Рәйес ҡыҙы Ғатауллина.
Әйткәндәй, йәмғиәттең техника паркы ла бай, йыл һайын тиерлек яңыртып торалар, уның өсөн етәкселек аҡса йәлләмәй. Мәҫә­лән, һуңғы өс йылда ғына парк 10 миллион һумлыҡ заманса техникаға байыған.
“Нурис”тың ике мең гектарҙан ашыу һөрөнтө ере лә бар. Ба­ҫыуҙар буш ятмай, һәр береһе тәрбиәле. Хужалыҡтың баш агрономы Ринат Ғүмәров белде­реүенсә, көҙҙән сәселгән ужым культуралары яҡшы ҡышлаған, ҡабаттан сәсеү талап ителмәй. Апрель аҙағында уҡ ауыл эш­сән­дәре яҙғы баҫыу эштәренә төшкән. Әле улар 772 гектарҙа арпа, 55 гектарында борсаҡ, 50 гектарҙа иһә элиталы бойҙай, тағы ла люпин сәсәләр.
— Шөкөр, сәсеүгә яҡшы әҙер­лек менән килдек, орлоҡ, яғыу­лыҡ, минераль ашламаны йыл­дағыса алдан хәстәрләгәс, тот­ҡарлыҡтар булмаясаҡ, — ти баш агроном. — Халыҡтың да кәйефе күтәренке, эшкә дәрте ташып тора. Көндәр матур торһа, ҡыҫҡа ваҡытта сәсеү эшен теүәлләргә иҫәп тотабыҙ.
Игенселәр көнөнә ике тапҡыр йылы аш менән тәьмин ителгән, эшкә алып барыу-алып ҡайтыу ойошторолған. Ишле малға тейешле тәрбиә, мал аҙығы кәрәк­леген бында яҡшы аңлайҙар. Шуға ла ауыл эшсәндәре ҡышҡы осорҙа малдарҙың аҙыҡ өҫтәле мул булһын өсөн күп йыллыҡ үләндәргә өҫтөнлөк бирә. Пай ерҙәрен дә һөҙөмтәле ҡулла­налар, етәкселек хужалары менән тотҡарлыҡһыҙ иҫәпләшә, һәр береһенә бишәр центнер мал аҙығы бирелә икән. Бесән-һала­мына ла ҡытлыҡ кисермәйҙәр пайсылар.
45 йылға яҡын ғүмерен ауыл хужалығына арнаған Риф Байбурин ауыл эшсәндәренең хеҙмә­тенән ҡәнәғәт, уларҙың һәр бере­һен маҡтап телгә ала. Йәмғиәт етәкселеге алдынғы һауынсылар Зинаида Бикбулатова, Рафиҡа Юнысова, Филзирә Хәлилова, механизаторҙар Әлфәт Ниғмәтуллин, Финат Бикбулатов, Рәзит Насиров менән Венер Халиҡовтың эшен билдәләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 326

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 384

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 267

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 339

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 288

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 359

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 362

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 334

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 324

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 263

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 500