Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уңғанлыҡ менән алдыралар
Уңғанлыҡ менән алдыраларСаҡмағош районының сәсеүҙе тәүгеләрҙән башлауына, урып йыйыуҙы беренселәрҙән булып тамамлауына күнегеп тә бөтөлгән инде. Быға һис тә ғәжәпләнәһе түгел – төбәктең агросәнәғәт комплексы республикала иң ҡеүәтлеләрҙән һанала, уның ауыл хужалығы предприятиелары финанс-иҡтисади мөмкинлектәре буйынса етештереүҙе рентабелле итеү, социаль-көнкүреш мәсьәләләрен уңышлы хәл итеү һәләтенә эйә.
Быйыл да яҙғы сәсеү ҙур ойошҡанлыҡ менән бара. Ауыл эшсәндәренә 87 мең гектарҙан ашыу майҙанда һабан эштәрен башҡарыу бурысы ҡуйылған. Техника һәр ерҙә көйлө эшләй, сәсеү орлоҡтарының байтаҡ өлөшөн элиталы, I һәм II репродукциялылары тәшкил итә. Яғыулыҡ-майлау материалдары хатта урып йыйыу эштәрен тамамларлыҡ күләмдә тупланған. Ауыл хужалығы пред­приятиеларының залог базаһы ныҡ булыуы уларға банк кредиттарынан иркен файҙа­ланырға мөмкинлек бирә, шуға ла техника яңыртыуға ла күпләп аҡса тотоналар.
Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы эшсәндәре лә яҙғы сәсеүгә һәйбәт әҙерләнгән. Быға йәмғиәт баҫыуҙарында үҙебеҙ ҙә инандыҡ.
Уңғанлыҡ менән алдыралар– Йыл һайын башҡара торған эшебеҙ инде, күнегелгән бит. Әммә һуңғы йылдарҙа ер эш­кәр­теү, сәсеү эштәрен сифатлы итеп үткәреүгә талап көсәйҙе. Шуға күрә беҙ ҙә бурысыбыҙға яуаплы ҡарайбыҙ, – ти механизатор Камил Фәйрүзов.
Хужалыҡтың биш мең гектар һөрөнтө ере бар, пай ерҙәрен дә уңышлы ҡулланалар. Бында йыл һайын мул итеп игенен дә йыйып алалар, күпләп мал аҫрап, уның юғары продуктлылығына ла өлгәшәләр. Көҙ ужым культуралары бер меңдән ашыу гектар майҙанда сәселгән. Йәмғиәт рәйесе, Башҡорт­остандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәт­кәре Илфир Зарипов белдереүенсә, ужым культуралары яҡшы ҡышлаған, шулай ҙа 300-гә яҡын гектарҙа ҡабаттан сәсеү талап ителә икән. Сәсеүгә төшкәнсе баҫыуҙарҙа дым ҡаплатылып, туҡландырылған. Шөкөр, йәмғиәттә минераль ашламаларға ҡытлыҡ һис булғаны юҡ. Ауыл эшсәндәре 590 гектарҙа бойҙай, 600 гектарҙа арпа, бынан тыш һоло, борсаҡ, кукуруз, рапс, бер һәм күп йыллыҡ үләндәр сәсеү ниәте менән йәшәй. Яҙғы баҫыу эштәренә заманса һәм ҡеүәтле ауыл хужалығы техникаһы йәлеп ителгән, сәсеү комплекстары, агрегаттар һынатмаясаҡ, ти белгестәр. Әйткәндәй, паркты яңы машиналар менән тулыландырыу бында һис ҡасан туҡтағаны юҡ. Мәҫәлән, һуңғы өс йылда 15 миллион һумлыҡ техника һатып алғандар.
Уңғанлыҡ менән алдыралар– Ауыл хужалығы етештереүендә эшләү­селәрҙең генә түгел, бюджет хеҙмәткәрҙәре һәм пенсионерҙарҙың да иген, мал аҙығына булған ихтыяжын ҡәнәғәтләндерәбеҙ. Ғөмүмән, был мәсьәләлә сикләү юҡ. Сәсеүҙә ҡатна­шыусыларҙы ике тапҡыр туҡландырабыҙ. Норманы арттырып үтәүселәргә өҫтәмә түләүҙәр ҙә ҡаралған, – ти хужалыҡ рәйесе Илфир Әнғәм улы Зарипов. – Тырыш, уңған кешеләрҙе хөрмәт итмәү мөмкин түгел.
Предприятиела дүрт ауылдан йәмғеһе 115 кеше эш менән мәшғүл, ҡыҙыу миҙгелдә уларҙың һаны бермә-бер арта. Бынан тыш, 85-се һөнәрселек училищеһынан баҫыу эштәренә егеттәр ҙә йәлеп ителә икән. Йәштәр көҙгө уңышты йыйып алғансы баҫыуҙарҙа тир түгә, бер ыңғайҙан эш тәжрибәһе туплап, финанс хәлен дә яҡшырта. Шуныһы мөһим: көҙ армия сафына алынған егеттәрҙең күбеһе аҙаҡ был хужалыҡҡа уңайлы килешеү нигеҙендә эшкә ҡайта, финанс ярҙамы ала. Бында юғары һәм махсус урта белемле белгестәргә ҡытлыҡ юҡ, ололарға алмашҡа йәштәр бар, улар ҙур ихласлыҡ менән эшкә килә. Етәкселек тарафынан йәштәргә, яңы эшкә килгән белгестәргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә. Мәҫәлән, йәштәрҙе ауылда ҡалдырыу маҡсатында, хужалыҡ бер нисә йорт та һалып биргән, бындай яҡлау әле лә дауам итә. Ауылдарҙа хатта тотош яңы урамдар барлыҡҡа килгән.
Ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы үрсетеү буйынса йүнәлеш алып барған хужалыҡта әле 1400 баш һыйыр малы аҫрала, шуның 550-һен һауын һыйырҙары тәшкил итә. Көн һайын Бәләбәй һөт комбинатына 10 тоннаға яҡын аҡ тапшыралар. Һыйыр малынан тыш, йылҡы, һарыҡ үрсетәләр. Йәмғиәт йыл һайын тоҡомло 55 йәш тана һатып, ҡаҙнаны тулыландыра.
Уңғанлыҡ менән алдыралар– Крәҫтиәнгә мөмкинлек кенә бир, шул саҡта ул игенен дә мул итеп үҫтерә, итен-һөтөн дә күпләп етештерә ала. Шөкөр, беҙҙә эш яйға һалынған. Ринат Хамматов, Илһам Мансуров, Руслан Солтанов, Фәйрүзә Ҡоҙашева, Флүзә Латипова кеүек оҫталар булғанда колхоз тарҡалмаҫ, тип уйлайым, – ти йәмғиәт рәйесе Илфир Зарипов.
Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Зәбир Фәнил улы Ғилемханов етәкселегендәге “Заря” ауыл хужалығы кооперативы төбәктә алдынғылар иҫәбендә, улар тәүгеләрҙән булып һабанға төшкән. Ауыл эшсәндәренә быйыл дүрт меңдән ашыу гектар майҙанда баҫыу эштәрен атҡарыу бурысы йөкмә­телгән. Сәсеүлектәрҙең 2100-ҙән ашыу гектарын иген һәм техник культуралар биләйәсәк. Мал аҙығы культуралары 2170 гектар майҙанда үҫтерелә. Әлеге көнгә 560 гектарҙа бойҙай сәселгән, шәкәр сөгөлдөрө 60 гектарҙа ултыр­тыласаҡ.
– Яҙғы сәсеүгә ҙур әҙерлек менән килдек. Шөкөр, ер дымлы, шуға ла ошо ваҡытты маҡсатлы файҙаланып ҡалырға тырышабыҙ. Тәбиғәт шарттары тотҡар­ламаһа, эште тиҙ арала тамамларға иҫәп тотабыҙ, – ти хужалыҡ рәйесе Зәбир Фәнил улы. – Орлоҡ етерлек, яғыулыҡ-майлау материалдары тейешле күләмдә ҡайтарылған.
Бында минераль ашламаны ла сағыштырмаса мул индерәләр – һәр гектар ергә тәьҫирле матдәләр уртаса 50 килограмм тура килә.
Йәмғиәт баҫыуҙарында бик күп яңы һәм заманса техника эшләй. Һуңғы өс йылда ғына, мәҫәлән, парк 25 миллион һумлыҡ техника менән байыған. Улар араһында иген һәм мал аҙығы әҙерләү комбайндары, төрлө маркалы тракторҙар, сәсеү һәм ер эшкәртеүсе машиналар бар.
Хужалыҡта йәмғеһе 115 кеше мәшғүл, етәкселек билдәләүенсә, уларҙың барыһы ла һыналған кадрҙар: малсылыҡта ла, үҫемлекселектә лә. Бында хеҙмәткәрҙәрҙе дәртләндереү эше яҡшы ҡуйылған, эш һөҙөмтәһенә ҡарап төрлө премиялар, социаль яҡлауҙар булдырылған. Шәхси ихатаһында мал аҫраусыларға бушлай бесән-һаламы бирелә, быҙау алыусылар ҙа бар. Йорт һалыусыларға ла яҡлау ҡаралған, техника менән дә ярҙам итәләр. Әле игенселәргә киләһе уңышҡа нигеҙ һалыуҙа 85-се һөнәрселек училищеһы студенттары ярҙам итә, бөгөн 15 егет ололар менән бер рәттән баҫыуҙарҙа хеҙмәт сынығыуы үтә.
Уңғанлыҡ менән алдыралар– Алдынғы механизаторҙар, Башҡорт­остандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рафаэль Шаймөхәмәтов менән Ирек Латипов бөгөн күптәргә өлгө, шуға ла нәҡ уларҙың бригадаһына училищела белем алыусы егеттәрҙе беркеттек, – ти йәмғиәттең баш агрономы Азат Ғайсин. – Улар былай тырышлыҡ күрһәтә, ололарҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалып, киләсәктә үҙҙәрен игенсе итеп күрергә теләй.
Малсылыҡты үҫтереүгә лә предприятие күп көс һала, үҙ аҡсаһын да файҙалана, банк кредиттарын да йәлеп итә. Әйткәндәй, бөтә һөтсөлөк фермаларына реконструкция үткәреп, биналар заманса йыһаз­ландырылған, һөт, һыу үткәргестәр урынлаштырылған. Йәйге лагерҙар бөгөндән үк малды ҡаршыларға әҙер. Йәмғиәттең 1500 баш ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы бар, әле 400-гә яҡынын һауалар. Әҙер продукцияны Саҡмағош һөт заводына тапшыралар. Һатыуҙан килгән табыш, нигеҙҙә, эш хаҡы түләүгә, ваҡ ремонт эштәренә, техника һатып алыуға китә.
Етәкселек яҙғы сәсеүҙә уңғанлыҡ күрһәт­кән игенселәр Фазыл Хәйрет­диновты, Флүз Шакировты, Флорид Әмирхановты, Мират Ҡазыхановты, Мәсҡүт Зыяҡаевты, Хәйҙәр Дәүләтовты, Салауат Ғилвановты һәм башҡаларҙы маҡтап телгә алып, “нәҡ ошондай тырыштар менән генә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшергә була”, ти.
Ысынлап та, бөгөн ауыл производствоһы ана шундай кешеләрҙең уңғанлығы арҡаһында һүнмәй ҙә инде.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 320

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 380

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 335

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 286

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 358

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 322

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 259

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 494