Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өршәк буйҡайҙары гөрләр мәл етә
Өршәк буйҡайҙары гөрләр мәл етәЯҙғы сәсеүгә әҙерлек Ауырғазы районында тулы ҡеүәтендә бара. Ауыл эшсәндәренә быйыл 64 мең гектарға яҡын майҙанда баҫыу эштәрен атҡарыу бурысы ҡуйылған. Игенселәрҙең күңеле тыныс, сөнки минераль ашламалар, үҫемлектәрҙе һаҡлау өсөн препараттар, яғыулыҡ алдан әҙерләнгән.
Район хакимиәтенең ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Тәлғәт Сафин белдереүенсә, техниканы сәсеүгә әҙерләү буйынса бөтә хужалыҡтарҙа ла ҙур эш башҡарылған. Ҡыҙыу кампания осоронда төбәктә барлығы 349 берәмек ауыл хужалығы техникаһы ҡатнашасаҡ, һәр береһе дәүләт техник тикшереүен үткән.
– Әлеге ваҡытта төп иғтибар орлоҡто сәсеүгә әҙерләп, уны тейешле кондицияға еткереүгә йүнәлтелгән, – ти Тәлғәт Миҙәхәт улы. – Сифатлы орлоҡҡа ҡытлыҡ булмаясаҡ. Шөкөр, арыш та яҡшы ҡышлаған, күп сығымдар түгеп, ҡабаттан сәсеү кәрәкмәй. Ҡыҫҡаһы, район игенселәре баҫыу эштәрен башлап ебәреүгә бөгөндән әҙер.
Төбәктең эре хужалыҡтарынан һа­налған “Наумкин” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте оҫтаханаларында механиза­торҙар техниканы әҙерлек һыҙығына ҡуйып, көндәрҙең матурайғанын көтә. Хужалыҡтың 10 мең гектар ере бар. Игенселәргә биш мең гектар майҙанда яҙғы культураларҙы сәсеү бурысы йөкмәтелгән. Баҫыуҙарға һигеҙ сәсеү комплексы сығасаҡ. Техника паркының бай булыуы ла кампанияны ваҡытында һәм бер ниндәй тотҡарлыҡ­һыҙ үткәреп сығырға ярҙам итәсәк.
Хужалыҡ элиталы орлоҡ етештереүсе булараҡ танылыу алған. Әле 250 тонна сифатлы орлоҡ һатыуға әҙер. “Беҙҙең продукцияға ихтыяж һәр саҡ ҙур булды. Шуға ла уны һатыу буйынса ҡыйынлыҡ­тар юҡ, күп кенә ауыл хужалығы предприятиелары менән уңайлы килешеүҙәр төҙөлгән”, – ти агрофирма директоры Виталий Воронин.
Өршәк буйҡайҙары гөрләр мәл етәХужалыҡта ҡайҙа ла тәртип, иҫәп-хисап ваҡытында атҡарыла. Игенселек ме­нән бер рәттән төп йүнәлеш итеп мал­сылыҡ тармағын да алғандар. Наум­кин, Мәҫәле, Төрөмбәт ауылдарындағы өс һөт­сөлөк фермаһында ике мең башҡа яҡын һыйыр малы аҫрала. Шуның 500-ө – һауын һыйыры. Белгестәр белдереүенсә, һауын һыйырҙарын ишәйтеү үҙҙәре үҫтергән таналар иҫәбенә бара. Уҙған йыл ғына ла 60 баш өҫтәлгән. Бынан тыш малҡайҙарҙы Киров өлкәһенән дә һатып алғандар.
Етәкселек киләсәктә агрофирманы тоҡомсолоҡ заводы итеп күрергә хыяллана, ә бының өсөн бөтә уңайлы шарттар бар. Йәмғиәт үҙ көсө менән уҙған йыл заманса алты һөт үткәргес, һыуыт­ҡыс урынлаштырған. Бөгөн һауынсылар элекке кеүек биҙрә, феләк күтәреп этләнмәй.
Төҙөлөш, төҙөкләндереү эше әле булһа дауам итә икән. Фермалар тирә­һендә ялан кәртәләр яңынан эшләнгән, эсереү-ашатыу урындары ла булдырыл­ған. Мәҫәле ауылында 160 баш малға ҡура төҙөлгән, элекке быҙау­ҙар тотолған бинаны һауын һыйырҙары торор урын итеп үҙгәрткәндәр.
Бөгөн, хужалыҡ көнөнә 10 тоннаға яҡын, “аҡ” һауып ала. Әҙер продукция үҙҙәренең “Ауырғазымолпродукт” заводына оҙатыла. Әйткәндәй, заводта етештерелгән һөт ризыҡтары әле “Магнит”, “Полушка”, “Ярмарка”, “Монетка” сауҙа селтәрҙәрендә һатыла. Бынан тыш Ишембай, Өфө ҡалаларының балалар баҡсаларына ла оҙатыла.
Тоҡомсолоҡ эше яҡшы ойошторолған. Һыйыр, таналар тик яһалма аталандырыла. Шуныһы мөһим: был йәһәттән районда нәҫелде яҡшыртыу эшенә етди ҡарайҙар.
Өршәк буйҡайҙары гөрләр мәл етәХужалыҡта 260 кеше эш менән мәш­ғүл. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнгәс, дәртләндереү саралары ла күрелгәс, эштән китеүселәр юҡ, киреһенсә, сит ауылдарҙан да эш һорап киләләр икән. Кадрҙарға ҡытлыҡ тойолмай, юғары һәм махсус урта белемле белгестәр ауылды һайлай.
– Беҙҙең йәмғиәт башҡаларҙан бер нимәһе менән дә айырылмай. Тырышып эшләгән кешегә йөҙ менән боролоп, шарттар тыуҙырырға ғына кәрәк, – ти йәмғиәт идарасыһы Максим Дятлов. Етәкселек алдынғы механизаторҙар Юрий Ефимовты, Владик Семеновты, Николай Макаровты, Төрөмбәт һөтсөлөк фермаһы мөдире Рафиҡ Ҡотләхмәтовты, машина менән һауыу операторы Илгиз Хәсәновты, һауынсы Татьяна Тихонованы һәр яҡлап маҡтап телгә алды.
Төбәктең “Урал” ауыл хужалығы кооперативы эшсәндәре лә яҙғы мәшәҡәттәр менән йәшәй. Оҫтаханаларҙа механиза­торҙар булған техниканың торошон тикшереп, баҫыуға сығырға әҙерләнә. Дүрт мең гектар майҙанда яҙғы сәсеү эштәрен атҡарыу бурысы менән йәшәй улар.
– Ашлама етерлек күләмдә әҙерләнде, орлоҡ та, шөкөр, сифатлы, – ти хужалыҡ етәксеһе Рәмил Иштуғанов. – Егеттәрҙең эшкә дәрте ташып тора, тырыштар. Техниканы алдан хәстәрләгәс, баҫыуҙа һынатмаҫтар, моғайын.
Хужалыҡта техник культураларға ла иғтибарҙы һис кәметмәйҙәр, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш баҫыуҙарынан йыл да тиерлек мул ғына уңыш алыуға өлгәшәләр. Крәҫтиән эшләп өйрәнгән. Шуныһы ла бар: ниндәй генә яңы алым ҡулланма, ер эше һауа торошона ныҡ бәйләнгән. Шуға “Урал”да ҡоролоҡҡа сыҙамлы культураларҙы ла, ямғырлы йылға ҡулайлаштырылғандарын да берҙәй сәсәләр. Шөкөр, йәмғиәттең техника паркы бай, нигеҙҙә, Рәсәйҙә етештерелгән машиналарға өҫтөнлөк бирәләр икән. Мәҫәлән, һуңғы ике йылда ғына хужалыҡ етәкселеге 35 миллион һумлыҡ яңы техника һатып алыуға ирешкән.
Ауыл хужалығында игенселек менән малсылыҡ айырылғыһыҙ. Кемдәр малын һаҡлаған, шулар бөгөн отолмай. Ә районда иң күп малды Өршәк буйы ауылдарында тоталар. Хатта шәхси ярҙамсы хужалыҡтары менән генә йәшәгәндәр бар. Дөйөм хужалыҡтыҡы булһа, халыҡ малының да туҡ сығасағы, кешеләрҙең техника яғынан ярҙам алыуы бәхәсһеҙ. Етәкселек был юҫыҡта үҙенең хеҙмәт­кәренә генә түгел, ә ярҙам һорап килгән һәр ауылдашына ла ярҙам ҡулы һуҙа.
Өршәк буйҡайҙары гөрләр мәл етәКооперативта бер мең баш һыйыр малы аҫрала, 250-һе һауыла. Көнөнә өс тонна аҡты Өфө, Бөрө һөт заводтарына литрын 23 һум менән оҙаталар. Һатыуҙан килгән табыш хеҙмәт хаҡы түләүгә, ваҡ ремонт эштәренә китә.
Ҡышлатыу миҙгелен уңышлы тамамлап киләләр, һыйырҙар күпләп быҙаулаған. Аҙыҡҡа ҡытлыҡ юҡ, хатта киләһе ҡышҡа ла артып ҡаласаҡ, ти белгестәр.
Хужалыҡтың һөтсөлөк фермалары заманса йыһазландырылған, һәр ерҙә һыуытҡыстар, һөт, һыу үткәргестәр урынлаштырылған. Ике йәйге йәйләү ҙә яңыса үҙгәртелгән. Әле бында өс ауылдан 100-гә яҡын кеше эшләй. Йәштәр бөгөн йәмғиәткә эшкә ҙур ихласлыҡ менән килә, белемле кадрҙарға ла ҡытлыҡ юҡ. Баш агроном Илдар Ғәлиев, баш инженер Илнар Лоҡманов, мәҫәлән, Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлап, тыуған яҡтарына ҡайтҡан.
Етәкселек һауынсылар Вера Киясованы, Альбина Кирәеваны, Лилиә Сма­ҡованы, малсылар Вилдан Хәйбуллинды, Рәмил Сәйфетдиновты, механизаторҙар Венер Большаковты, Мәғәфүр Ильясовты һәм башҡаларҙы йәмғиәттең ныҡлы тотҡаһы тип билдәләй.
Шуныһы ҡыуаныслы: малсылыҡ һы­маҡ ауыр тармаҡта булһынмы, игенсе­лектәме, Ауырғазы йәштәре тырышып эшләй, күптәре ауылда ҡала. Был, әлбиттә, хеҙмәт хаҡына ла, шәхси хужалығы булғандарға ярҙам итеүҙәренә лә бәйле.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 317

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 378

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 333

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 283

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 356

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 331

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 320

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 256

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 487