Егәрле һыуыҡтан ҡурҡмай21.04.2017
Егәрле һыуыҡтан ҡурҡмай Линар Әбүбәкеровтың иркен ихатаһында ҡар ятыуына ҡарамаҫтан, эштең ҡыҙған мәле: улы Ғәлинур менән мал аҙбарын яңынан төҙөү өсөн ағас үткәрә. “Һыйырҙарығыҙ ҡайҙа һуң, урамда күренмәй?” – тигән һорауыбыҙға хужа: “Ана, ауыл ситендәге фермала тора”, – тип яуапланы.
Ферма тигәндәй, ҡасандыр колхоз ҡураларын һатып алып, әлеге көндә Сибайҙа йәшәгән фермер ауыл эшҡыуарына бинаны ҡур­тымға биргән. Линар Вәлитдин улы ер урынын үҙ милкенә һатып алған, шуға күрә киләсәктә ферма эшләү теләге менән яна. Шун­лыҡтан ҡышын бер аҙ буш ва­ҡытта улы менән ағас үткәреп, эште еңелләштерергә икән теләге.
Былтыр йыл буйы район юлын тапап та, малсылыҡты үҫтереү буйынса бер ниндәй дәүләт ярҙамы ала алмаған фермер, күңеле ҡайтып, быйыл бер программала ла ҡатнашмайым тип ҡулын һелтәгән. Һуңғы ваҡыт крәҫтиән ғаиләһенең төп килем сығанағы булып үҙ ихатаһында етештерелгән һөт, ит про­дукцияһы тора. Шуға уны һәр кем күберәк, сифатлыраҡ итеп, сығымын аҙайтырға теләй. Әңгәмәсем ит йүнәлешенә өҫтөнлөк бирә.
– Банк аша кредит юллап, симменталь тоҡомло таналар һатып алдым. Үҙемдең ҡуралағы һыйырҙарҙы бергә ҡушып, йәй малды ишәйттек, артабан уларҙы арттырыуға иҫәп, – ти ғаилә башлығы.
Үҙ эшен башлаусыға ихаталағы алты берәмек техника ярап ҡалған, ҡайҙандыр трактор һорап йөрөйһө түгел. Ҡасандыр 30 гектар сәсеү майҙанынан башлаған фермерҙың әле 400 гектарҙан ашыу баҫыуы бар. Арпа, бойҙай сәсеп, быйыл мул уңыш йыйып алынған. Пай ерҙәре өсөн тулыһынса иҫәпләштек, ауыл халҡына арзан хаҡҡа игенен дә һаттыҡ, ти Әбүбәкеровтар. Ололар көнөнә һәр пенсионерға бүләккә тип икешәр центнер иген таратҡандар, ай һайын “Ололарға – акция” тигән сара үткәреп, ярты хаҡҡа иген һатыла. Шулай уҡ ауылда үткән барлыҡ мәҙәни сараларҙа бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеүҙән баш тартмай Линар Вәлитдин улы.
Йәмәғәте Лилиә Әхмәт ҡыҙы менән өс малай үҫтергән. Киләсәктә улдарым өсөн тырышам, улар минең башланғысты дауам итер, тип үҙ эшен булдырған Линар Әбүбәкеровтың һүҙҙәренең хаҡлылығына инанмау мөмкин түгел. Ана бит һыуыҡ тип тормаған, улы менән эш тә башлаған...


Вернуться назад