Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яңы бренд — Әбйәлил балығы
Яңы бренд — Әбйәлил балығы Әбйәлил районы республикала Учалы районынан ҡала күлдәр һаны буйынса икенсе урында тора. Бында барлығы 33 эре күл иҫәпләнә, шуға күрә районда балыҡсылыҡ тармағының үҫешеүе мотлаҡ кеүек, әммә район кибеттәрендә тәбиғи һыу ятҡылыҡтарында тотолған балыҡты көндөҙ шәм яндырып эҙләһәң дә табырмын, тимә. Бынан бер нисә йыл элек районда һөмбаш балығы үрсетеү буйынса завод төҙөләсәге тураһында һүҙ сыҡҡайны, әлегә тиклем был башланғыстың осо-ҡырыйы күренмәй.
Хәйер, быныһы икенсе мәсьәлә. Шуныһы ҡыҙ­ғаныс — тап ошо завод Урал аръяғы балыҡ­сыларын селбәрә менән тәьмин итергә тейеш ине, һәм күптәр, быға ышанып, тәбиғи һыу ятҡылыҡтарын ҡуртымға алып, балыҡсылыҡ тармағында үҙ эшен асырға ниәтләнгәйне. Әлегә тик үҙ-үҙенә ышанғандар ғына балыҡсылыҡ тармағы менән шөғөлләнергә йөрьәт иткән. Шундайҙарҙың береһе — Асҡар ауылынан Марат Хәлисов.
Бала саҡтан Ҡыҙыл йылғаһында балыҡ ҡармаҡлап үҫкән Марат Хаммат улына был шөғөл ят түгел. Атаһы тирә-яҡта билдәле балыҡ­сыларҙың береһе була, улдарын да балыҡ тотоу серҙәренә бәләкәйҙән өйрәтә. Артабан Марат Хәлисов йылға буйҙарына балыҡ тоторға буш ваҡыттарында йәки күңеле тартҡан саҡтарында ғына барһа, хаҡлы ялға сыҡҡас тап ошо йүнәлештә үҙ эшен асырға ҡарар итә. 2010 йылда Байым ауыл биләмәһенә ҡараған Үләнде күлен ҡуртымға ала, уны таҙартып, үҙ аҡсаһына бер тонна сөгә һәм ярты тонна карп балыҡтары селбәрәһе һатып алып ебәрә. Әҙер күлгә балыҡ йәки селбәрә ебәреп, унан умырып аҡса эшләп була, тигәндәр төптө яңылыша. Марат Хаммат улына ла был тәңгәлдә байтаҡ тир түгергә тура килә.
— Балыҡсылыҡ еңел тармаҡ түгел, тәүлек әйләнәһенә эшләргә тура килә. Күл янынан аҙналар буйы ҡайтмай йөрөгән саҡтар ҙа булды, ярай әле ҡатыным һәм балаларым мине аңлап, ярҙам ҡулы һуҙырға һәр саҡ әҙер тора. Тотҡан балыҡтарҙы тормош иптәшем Флүрә Ишмөхәмәт ҡыҙы баҙарға алып сыға, теләгәндәргә өйҙән дә һатып ебәрәбеҙ. Районда күлдәр күп, әммә уларҙың барыһы ла ҡараулы тип әйтеп булмай. Әгәр тәүге осорҙа күлдәрҙе ҡуртымға алып, балыҡ үрсетеүҙе яйға һалырға мөмкин булһа, 2012 йылда ҡабул ителгән ҡанундарға ярашлы, тәбиғи һыу ятҡылыҡтарында балыҡ тотоу түләүһеҙ тигән ҡарарға ярашлы, һәр кем йылға-күл буйҙарында балыҡ тота ала. Мәҫәлән, мин үҙ кеҫәмдән әллә күпме меңдәремде сығарып, селбәрә һатып алып, уны күлгә ебәреп, балыҡтарҙы кемдер килеп, рәхәтләнеп бушлай тота икән, мин аҡсамды һыуға ташлаған кеүек килеп сыға түгелме һуң? Шунлыҡтан балыҡсылыҡ тармағында яңы ҡанундар ҡабул ителмәй тороп, тармаҡ алға китмәйәсәге көн кеүек асыҡ, — ти эшҡыуар.
Браконьерҙар йылға-күлдәрҙә ау һалып, әллә күпме балыҡты һәләк итә, ә эшсән балыҡсылар хәләл көсө, үҙ аҡсаһы менән күлдәрҙе таҙартып, экологик яҡтан таҙа һәм сифатлы балыҡ үрсетергә тырыша-тырышыуын, әммә депутаттар уларға ҡаршы ҡанундар сығара икән, ни сәбәпле магазин кәштәләрендә күл балыҡтарының булмауына аптырайһы түгел. Ә инде балыҡтарҙың ыҫланған, киптерелгән, тоҙланғандары хаҡында һүҙ йөрөтөүе лә урынһыҙ. Бының өсөн махсус цехтар кәрәк, һәм иң беренсе нәүбәттә балыҡтың мул булыуы мотлаҡ. Әлегә көндәлек тотолған балыҡ менән хушһынырға тура килә эшҡыуар Марат Хәлисовҡа.
Балыҡсы һәм эшҡыуар һүҙҙәренә ҡарағанда, район халҡын үҙебеҙҙә етештерелгән балыҡ менән тәьмин итеү өсөн көнөнә кәм тигәндә 3 тонна балыҡ тотоу талап ителә. 33 күле булған Әбйәлил районы өсөн был күп тә түгел, әммә тармаҡты үҙ итеүселәр юҡ кимәлдә, булғандарына ла тейешле ярҙам күрһәтелмәй. Бөгөн эшҡыуар халыҡҡа карптың килограмын 150 һумға, аҡ балыҡты — 250, табан балығын — 80, алабуғаны 50 һумға тәҡдим итә.
Киләсәккә пландары ҙур геройымдың: Баймаҡ районы сигендә урынлашҡан Ялтыркүлдә балыҡ үрсетеү, уны ял һәм балыҡ ҡаптырыу урынына әйләндереү, ҡиммәтле балыҡтар үрсетеүҙе яйға һалыу, яңы тотолған балыҡтарҙы һатыу өсөн урын төҙөү һәм башҡа бик урынлы тәҡдимдәре бар. Әлегә балыҡсылыҡ тармағын яйға һалыу буйынса ҡабул ителәсәк яңы ҡарарҙарҙың эшҡыуарҙар өсөн отошло булыуын теләйһе генә ҡала. Ҙур сығымдар түгелгән эштең табышлы булыуы ла мөһим. “Әбйәлил балығы” тигән бренд менән һатылған продукцияны киләсәктә Өфө магазиндары кәштәләрендә лә осратырбыҙ әле.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 311

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 377

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 330

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 282

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 356

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 355

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 330

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 317

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 255

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 484