Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Урман шаулап үҫә…
Урман шаулап үҫә… Йәшәгән мөхитенә ҡарап әҙәм балаһы ла яраҡлаша. Борондан шулай булған. Әйтәйек, урман кешеһенең йәшәйеше даланыҡынан ныҡ айырыла. Бөгөн дә һәр төбәктең үҙ көнитмеше, үҙенә генә хас иҡтисады үҫешкән. Мәҫәлән, ҡариҙелдәр ағасҡа өҫтөнлөк бирә. Шуға ла бында урман сәнәғәте үҫешкән һәм артабан да үҫешәсәгенә шик юҡ.
Бөгөн был өлкәлә байтаҡ ҡына эре, бәләкәйерәк предприятиелар эшләй. Шуныһы ҡыуаныслы: улар ныҡлы баҫып баҙар иҡтисадына атлай, яңынан-яңы заманса технологиялар индерә. Был райондан сеймал ғына түгел, күпселектә әҙер тауар баҙарға сыға тигән һүҙ. Етештерелгәндең күләме лә арта, төрләнә лә.
Иң эре предприятиеларҙан “Ҡариҙел урман етештереүселәр союзы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте иҫәпләнә. Уға барлығы утыҙ ике бәләкәйе инә. Союз менән күп йылдар Р. Закиров етәкселек итһә, бөгөн дилбегәне В. Шәмсетдинов ныҡлы тотҡан. Предприятиеларҙы берләштереү байтаҡ өҫтөнлөккә эйә. Берҙән, маҡсаттар уртаҡ, етештерелгән тауарҙы баҙарға сығарыу ҡулай. Икенсенән, иң мөһиме – социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүе, һөйләшеп уртаҡ фекергә килеүе еңелерәк. Ауылдарҙы төҙөкләндереү һымаҡ эштәрҙе атҡарып сығыуы ла күпкә еңелерәккә төшә. Халыҡты эш менән тәьмин итеү ҙә бөгөн көнүҙәк мәсьәлә. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаһына ярашлы, район хакимиәте ярҙамы, предприятиеларҙың һөҙөмтәле эшләүе арҡаһында матди базалары нығый, яңы ҡорамалдар ғына түгел, кәрәкле техника ла алына.
Районда тармаҡтың үҫешенә миҫал итеп 2015 йылда бында ағас ҡырҡыусыларҙың республика чемпионаты үтеүен әйтеү ҙә етер ине. Һандарға туҡталмайынса ла, сараның юҡҡа ғына бында уҙғарылмауы үҙе үк алға китеште күрһәтә.
Һуңғы йылдарҙа яңы предприятиеларҙың барлыҡҡа килеүе, был тармаҡта үҙ урынын табыуы ҡыуаныслы. Әйтәйек, 2012 йылдан башлап эшләгән шәхси эшҡыуар Н. Полярин Абыҙ ауылында пилорама ҡуйғайны. Бөгөн иһә бар төр урман хужалығы тауары, төҙөлөш материалдары етештерә. Мәҫәлән, 2015 йылда ул арболит блоктар етештереү цехы ла асты. 2014 йылда Муллағол ауылында тәҙрә рамдары яһау буйынса яңы предприятие асылыуын да билдәләргә кәрәк.
Быларҙан тыш, “Ҡариҙел урман етештереү союзы” йәмғиәте ҡуртымға алынған урмандарҙа йәш ағастар ултыртыу эшен дә онотмай. Ошо маҡсатта үҫентеләр өсөн махсус питомник булдырылған.
Икенсе ҙур ҡуртымсы предприятие булып “Уфалеспром” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт иҫәпләнә. Улар юғары сифатлы төҙөлөш материалдары етештерә. Бөгөн продукция илдең төрлө төбәгенә оҙатыла. Шулай уҡ мебель цехы ла эшләй. Йорт йыһаздары менән йәмғиәт Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында, шул иҫәптән Мәскәүҙә үткән күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. 2016 йылда иһә Германияла үҙ эштәрен күрһәтәләр.
Киң ҡолас ташлап эшләгән тағы береһе – “Альпийск” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Эш майҙансыҡтары Өфөлә һәм Магинск ауылында урынлашҡан. В. Фәйезов етәкләгән предприятиеның төп йүнәлеше – утын әҙерләү, төҙөлөш материалдары етештереү.
Һуңғы биш йылда өлкәлә һиҙелерлек ыңғай үҙгәрештәр байтаҡ. Урман хужалығы тауарҙарын етештереүселәр хәҙер шуны яҡшы аңлай: ҡалдыҡһыҙ эшләүгә күскәндә генә уңыштарға өлгәшеп була. Шуға ла бында “Кроношпан” заводына көнөнә 300 кубометр төрлө ҡалдыҡ, эшкәртеүгә яраҡһыҙ ағас оҙатыла.
Эшҡыуарҙар иһә, алда телгә алғанса, эшкәртеү ҡеүәтен арттырыу, тауарҙы төрләндереү буйынса яңынан-яңы алымдар ҡуллана.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 318

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 379

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 334

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 284

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 357

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 321

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 257

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 489