Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эше лә яйлы, тормошо ла көйлө
Ғәжәп, оло юлға сығыр булһам, ғәҙәттә, “тимер атым» буштан юҡҡа «сығынлай» башлай. Был юлы ла ауыл осона барып та етмәнем, салонда әсе төтөн еҫе таралды. Күрәһең, электр системаһы эштән сыҡҡандыр, тип уйланым да Йәшел урамдағы автосервисҡа юлландым. Үҙ эшен яҡшы белгән оҫта ни, бер ҡарауҙан “диагнозын» ҡуйҙы ла: «Апай, сиратығыҙ килеп еткәнен әҙерәк көтәһегеҙ инде. Бынау ике машинаны ебәрәйем дә һеҙҙекенә тотонормон», — тине. Бер-ике сәғәттән автомобилемде көйгә һалып ебәргән мөләйем йөҙлө хужа, имен юл теләп, оҙатып ҡалды.

— Вадим Иҫәнғолдоң барлыҡ автосервис хужаларының да танауына сиртте — эше сифатлы, шуға һәммәһе уға килә. Кеше хәҙер һайлана: кем яҡшы хеҙмәтләндерә, шуға эләгергә тырыша. Слесарҙарына ғына тапшырып ҡуймай ремонт эштәрен, һәр нәмәне үҙе күҙәтеп, байҡап, ҡуша эшләшә. Үҙебеҙҙең илдә сығарылған техниканы ла яҡшы белә, сит илдекен дә, — тип маҡтап һөйләгәндәрен быға тиклем дә йыш ишетергә тура килгәйне. Ысынлап та шулай икән.
Автомобиль оҫтаһының исем-шәрифенә ҡарап, уны башҡорт тимәҫһең: Назаров Вадим Феликсович! Әммә ул саф ҡанлы Үҫәргән башҡорто! Йәғни уның Назаров фамилияһы нисәнселер быуын ата-бабаһының исеменән килә икән. Ейәнсура районының Байыш ауылында бынан бер нисә быуат элек бер аҫаба башҡорт йәшәгән, ти. Уның өс улының береһенең исеме Наҙар булған. Нәҫеле артабан Назаровҡа әйләнгән дә инде.
Атанан күргән — уҡ юнған, тигәндәй, атаһы Феликстың водителлек һөнәрен бәләкәйҙән ҡанына, аңына һеңдереп үҫкән бала армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң руль артына ултырған. Район дауаханаһында тәүҙә “Ашығыс ярҙам” машинаһында эшләгән, ә 2000 йылдан алып баш табипты йөрөткән.
— «Ашығыс ярҙам»да эшләүе еңел түгел, шулай ҙа водитель эшенең иң аламаһы — түрәләрҙе йөрөтөүҙер ул. Ал да, ял да юҡ. Байрам, йоҡо, ғаилә тураһында бөтөнләй оноторға кәрәк. Көнө-төнө эшләһәң дә, хеҙмәт хаҡың да артмай. Арыу-йонсоуың, башҡа проблемаларың түрәне борсомай, — тип үткәндәргә бер аҙ байҡау яһаны йүнсел. — Түҙемлегем шартлап, бер мәл түрәм алдына ғаризамды һалып сыҡтым да киттем. Ҡал тип тә өгөтләнеләр, ике аҙна эшләйәсәкһең, тип янап та ҡаранылар. Тик күңелдәге “шешем” шул тиклем тулышҡайны... Эшемде ташламаған булһам, бәлки, эшҡыуарлыҡҡа һаман тотонмаған булыр инем.
— Кейәүенең эшен ташлауына беҙҙән бигерәк атайым нығыраҡ борсолдо. “Кеше бюджет эшен ташлай тиме ни!?” — тип тә ҡарағайны, тик уның холҡон яҡшы белгәнлектән: “Ярар, кейәү юғалып ҡала торғандарҙан түгел, хәйерлегә булһын”, — тип ыңғайға юраны. Юрағаны юш килде. Шөкөр, ирем үҙенең ысын булмышын асты, — ти ҡатыны Гөлназ.
Ул хаҡлы, әлбиттә. Ана бит, донъялары — сынъяһау. Стена, иҙән-түбәләрен көпләү генә түгел, хужа хатта заманса йылытыу системаһын да үҙе ҡорған. Бөтә электр-көнкүреш эштәрен дә мөмкин тиклем үҙе башҡарған. Яңы мебель тиһеңме, санузел тиһеңме — барыһын да йыйып-ҡоршап ҡуя икән алтын ҡуллы хужа. Көнө-төнө эш менән булған иренә тәмле аш-һыу әҙерләү үҙе бер бәхет ҡатын кешегә. Ул матур уй-ниәттәр менән йәшәгән тормош юлдашына үҙе лә хөрмәт күрһәтә, улдарын да атайҙарына ҡарата ихтирамлы итеп тәрбиәләй.
Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү өсөн теләк кенә етмәй. Беренсенән, ҡулынан килгән һөнәре булырға тейеш, икенсенән, күпмелер ҡулаҡса ла кәрәк. Һөнәр тигәнең бар ҙа ул — Вадим бит беренсе класлы шофер. Дауаханала эшләгәндә бөтә табиптар ҙа, машиналарын йүнәтеүҙе һорап, уға мөрәжәғәт итер булған.
Эш башлар өсөн тәүҙә Вадим, еңел автомашинаһын һатып, гараж төҙөргә блоктар һатып ала. Әлбиттә, ата-әсәһе лә ярҙамһыҙ ҡалдырмай. Автосервис асыу өсөн хәҙер тейешле ҡорамалдар, инструменттар ҙа һатып алырға кәрәк бит әле. Шул саҡ райондың мәшғүллек үҙәгендә эшҡыуарлыҡҡа тотонорға теләүселәргә бер эш урыны өсөн 59 мең һум күләмендә субсидия биреүҙәре тураһында ишетә ул. Биржаға иҫәпкә тороп, кәрәкле документтарын юллап, ике эш урыны өсөн 120 мең һум ала. Иш янына ҡуш булып, отпуск аҡсаһы ла ҡулына килеп инә. Күмәртә аҡсаға йәш эшҡыуар иң кәрәкле ҡорамалдар һатып алып урынлаштыра ла сирҡаныс өсөн тәүге ғәмәлен атаһының “Ока”һынан башлап ебәрә.
Автосервис хеҙмәттәре даирәһен хужа һаман киңәйтә бара. Компьютерҙа диагностикалауҙы үҙаллы үҙләштергән. Һәр маркалағы автомобиль двигателдәрен, КПП ҡумталарын ремонтлау һәр кемдең дә ҡулынан килә торған эш түгел. Был юҫыҡта уға мөрәжәғәт итеүселәр һаны көндән-көн арта. Ә бына сатнаған, ярылған автотәҙрәләрҙе тергеҙеү хеҙмәтен Иҫәнғолда бер ул ғына күрһәтә.
Тик барыһы ла еңел бирелмәй оҫтаға. Кистәрен Интернет селтәрен асып, махсус әҙәбиәт уҡырға, өйрәнергә тура килә. Гаражына эшләгән төкәтмәһендә генераторҙар йүнәтәсәк ул, тик бының өсөн күтәрткес һатып алырға, тағы ла штатты арттырырға тура киләсәк. Эш хаҡы яҡшы булғас, хеҙмәткәрҙәре менән мөнәсәбәт ғәҙел, үҙе хәстәрле булғас, уға эшкә килергә теләүселәр күп. Тик хужа уларҙы, халыҡ әйтмешләй, энә күҙәүенән үткәреп алырға тырыша. Ул үҙе лә барыһы менән бер ҡатарҙан егелеп эшләй, мәсьәләләрҙе бергәләп, кәңәшләшеп башҡара.
Ҡатыны Гөлназ да тормоштарынан ҡыҙыҡ мәлдәрҙе һөйләп, көлөп алды. «Өйөбөҙҙөң ишек ҡыңғырауы бер ҙә туҡтамай. Вадим ашап ултырһа йәки ял итеп ятһа, ишекте үҙем барып асам. Күптәр, атайың өйҙәме, тип аптырашҡа ҡалдыра. Мин уның ҡыҙы түгел, ә ҡатыны, тип һәр береһенә аңлатып тормайһың бит инде. Өйҙә, хәҙер саҡырам, тим дә инеп китәм, — тип йылмая иренең эшмәкәрлегенән, тормош-көнкүрешенән ҡәнәғәт ҡатын. — Вадимдың үҙ эшен асып ебәреүе улдарыбыҙ өсөн дә бик яҡшы булды — хеҙмәт һөйөп үҫәләр».
Ире хәстәрленең ҡатыны таҫтарлы, тигән әйтем бар халҡыбыҙҙа. Ғаилә тормошон көйлө лә, яйлы ла итеп ҡорған Вадим Назаров — ата-әсәһе өсөн дә, туғандары өсөн дә төп терәк-таяныс. Ошондай күркәм кешеләре менән йәмле лә инде йәмғиәт.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 331

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 385

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 268

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 340

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 290

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 360

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 364

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 335

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 324

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 264

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 500