Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йүнселдәр иғтибарына
Ярҙам кәрәк икән, юллағыҙ

Үҙ эшеңде алып барғанда, бер ниндәй ярҙам да ҡамасау түгел. Беҙҙә лә йүнселдәргә ҡарата хәстәрлек саралары күрелә. Әммә улар тураһында белеп етмәгәндәр ҙә юҡ түгел.
Иҡтисади үҫеш министрлығы “2013 – 2018 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау" маҡсатлы программаһын тормошҡа ашыра. 15 майҙан финанс ярҙамы күрһәтеүгә эшҡыуарҙарҙан документтар ҡабул ителә башланы ла инде. Хәҙер йүнселдәр ошо ярҙам төрҙәренә өмөт итә ала:
– лизинг түләүенең бер өлөшөн субсидиялауға;
– cит илдәрҙә күргәҙмә һәм йәрминкәләрҙә ҡатнашыу сығымдарының бер өлөшөн субсидиялауға;
– энергияны һаҡлау программаларын тормошҡа ашырыу һәм электр селтәрҙәренә тоташтырыу (500 кВт-ҡа ҡәҙәр) буйынса сығымдарҙың бер өлөшөн субсидиялауға;
– Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенең мотлаҡ талаптарын, тауарҙарҙы (хеҙмәттәрҙе) экспортлау өсөн импортер илдең ҡануниәтендәге шарттарҙы үтәү буйынса хеҙмәттәрҙең сығымдарының бер өлөшөн субсидиялауға;
– белем биреү хеҙмәттәренә ҡағылышлы түләүҙәр буйынса (кадрҙарҙы әҙерләү, уларҙың квалификацияһын камиллаштырыу) сығымдарҙың бер өлөшөн субсидиялауға.
Документтарҙы ҡабул итеү урындары – Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы республика үҙәге, адресы: Өфө ҡалаһы, Яңы күпер урамы, 8-се йорт. Телефон: 8(347) 246-55-33. Күмертау ҡалаһы, Ғафури урамы, 35-се йорт. Документтар көн һайын (йәкшәмбе һәм байрам көндәренән тыш) иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә ҡәҙәр ҡабул ителә.
Шулай уҡ республиканың Гарантия фонды ла бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәренә үҙ иҫәбенә поручителлек тәҡдим итә. Был турала мәғлүмәтте "Башҡортостандың бәләкәй бизнесы" сайтында (www.mbbash.ru) һәм 8(347)251-67-52, 257-67-59, 251-67-63 телефоны буйынса белешергә була.

500 миллион һум һеҙҙе көтә

“2013 – 2018 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау" маҡсатлы программаһына ярашлы, быйыл йүнселдәргә 500 миллион һум күләмендә ярҙам ҡаралған. Улар тураһында мәғлүмәт Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығының сайтында биреләсәк. Шулай уҡ тулыраҡ хәбәрҙе эшҡыуарҙар түбәндәге телефон аша ла шылтыратып белешә ала:
– Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығындағы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең тармаҡ һәм муниципаль программалар бүлеге: 8(347)280-87-39;
– Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығындағы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа инфраструктура ярҙамы бүлеге: 8(347)280-87-33;
– Башҡортостандың бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау фонды: 8(347)251-67-59.

Бушлай белем бирәләр


Башҡортостанда үҙ эшен яңы башлаған эшҡыуарҙарҙың бушлай белем алыу мөмкинлеге бар. Был курстарҙа түбәндәге кешеләр уҡыу хоҡуғына эйә:
– үҙ эшен теркәгән мәлдән бер йыл үтмәгән эшҡыуарҙар;
– үҙ эшен башлау өсөн 2012 йылда дәүләттән финанс ярҙамы алған эшҡыуарҙар;
– эшһеҙ ҡалыу хәүефе аҫтында торғандар;
– эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләгән эшһеҙҙәр.
Йүнселлек дәрестәре Өфө ҡалаһы, Менделеев урамы, 215/4 адресы буйынса үткәрелә. Курстар 3 июндән 15-енә ҡәҙәр дауам итә. Уның аҙағында һәр кем үҙенең шәхси бизнес-планы буйынса һынау тотоп, белем тураһында танытма аласаҡ. Өҫтәмә мәғлүмәтте 8-927-314-86-90 телефоны буйынса белешергә була, e-mail: [email protected].




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 278

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 1 509

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 1 415

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 1 176

Төньяҡ-көнсығыш  нисек йәшәй?

Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй? 26.02.2019 // Эшҡыуар

Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең...

Тотош уҡырға 1 022

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 1 404

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 1 740

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 1 759

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 2 393

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 1 586