Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бөлгөнлөккә төшөрмәкселәр
Үткән быуаттың 90-сы йылдары. Быға тиклем бөтөнләй ят һаналған кәсеп менән тамаҡ туйҙыра башланы ҡайһы бер «башы шәп эшләгән»дәр. Кемдер сепрәк ташып һатты, берәүҙәр шәхси кафе булдырҙы, бәғзеләр хатта завод-фабрикаларҙы «йотоп» ебәрҙе.

…Шулай килеп ингәйне Рәсәйгә эшҡыуарлыҡ. Ә хәҙерге көндә хәлдәре нисек һуң уларҙың? Алдан әйтеп ҡуяйым, һорауға яуап эҙләгәндә, ҡәләм осонан ҡитғалар кимәлендә эш иткән монополистар төшөп ҡалды. Ришүәт һәм «ҡыйыҡ»тар менән бүлешеү хаҡында ла һүҙ ҡуйыртып тормайым. Маҡсатым — башҡа.
Әле эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә мөмкинлектәр артты, тип дәртләндерә киң мәғлүмәт саралары. Әммә, «сереп байырға» теләүселәр күп, ә үҙ эшен башларға баҙнат итеүселәр аҙ Рәсәйҙә (бигерәк тә йәштәр араһында). Инде күптән “Кем эшләмәй, шул ашамай” тигән мәҡәлдең асылына төшөндөк. Тик эшҡыуар һаман да бюрократик һәм башҡа кәртәләрҙе емерә алмай. Шуға башлай ҙа ташлай. Икенселәре башлап та тормай.
Дөрөҫөн генә әйткәндә, көлкө, әлбиттә, эшҡыуарҙар биографияһында соҡонһаҡ, беҙҙең илдә кешенең был шөғөлгә тотоноуы ла сараһыҙҙан килеп сыҡҡан аҙым булыуы асыҡлана. Хәйер, һүҙем был хаҡта түгел.
Бөгөн үҙ эшен асыусыларға уңышлы эшләп китер өсөн хоҡуҡи аң-белем етешмәй, тип фаразлай ошо өлкәне өйрәнеүсе белгестәр, сөнки бәләкәй эшҡыуар үҙе үк — иҫәпсе, юрист, ижадсы. Ә хоҡуҡ Рәсәйҙә, көн дә булмаһа, көн аша үҙгәреп тора.
Бынан тыш, башҡарылған эш мәсьәләләренә бәйле ҡайһы бер сетерекле хәлдәр, ХХ быуаттың 90-сы йылдарынан айырмалы рәүештә, юридик алымдар менән хәл ителә хәҙер. Эшҡыуарға тағы үҙен яҡларға кәрәк. Ә юрист ярҙамы буш тормай. Ошо йәһәттән дә отола бизнес вәкиле.
Икенсе ҡаршылыҡ — аҡса мәсьәләһе. Быны, әлбиттә, белгестәр һүҙенә ҡолаҡ һалмаһаҡ та, белеп торабыҙ. Үҙ елкәбеҙҙә татып ҡараған да бар. Мәҫәлән, фатир йә машина һатып алырға булһаң, ана, банк ишектәре асыҡ. Рәхим ит! Тик бер нисә … тоҡсай документтар ғына килтер. Оҙаҡламай, өләсәйеңдең ҡыҙ фамилияһын раҫлаусы ҡағыҙ таптыра башларҙар әле, асыуым да килмәгәйе.
Ярай, быныһы ярты бәлә. Кредитты нисек ҡаплатаһың? Банк өсөн тәү сиратта ошо һорау көнүҙәк. Ә эшен саҡ башлап торған, «бизнес джунглийына» саҡ ингән кеше быға нисек яуап бирһен инде. Бына ҡайҙа банктарҙың йышыраҡ ҙур һәм тәжрибәле компаниялар менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер булыуының сере. Бына ҡайҙа килеп терәлә кәмә.
…Шулай ҙа бюрократик кәртәләр аша атлай-атлай, әкренләп булһа ла, алға ҡуҙғала башланы Рәсәйҙә үҙ эшен булдырыусылар. Мәҫәлән, илдә эшҡыуарҙарға документтар менән эш итеү ябайлашты. Быйылдан патент системаһы эшләй башланы. Әммә… шул уҡ ваҡытта бәләкәй эшҡыуарлыҡ өсөн түләүҙәр ике тапҡырға артты. 1 ғинуарҙан ғәмәлгә ингән «Пенсия фондына страховка түләүҙәре тураһында»ғы Законға ярашлы, йүнселдәр йылына 17 мең урынына 35 мең һум түләргә тейеш. Бер аҙым алға, ике аҙым артҡа, тигәндәй, үҙгәрештәр булдыҡлыларға ярҙам итерме, ярҙан этерме — ваҡыт күрһәтер.

26 февралдә Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Инвестициялау мөхитен яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ултырышы үтте. Унда Рөстәм Хәмитов, республика конкурентлылыҡ һәләте, бизнес менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, асыҡ иҡтисади сәйәсәт алып барыу йәһәтенән беренсе баҫҡыстарҙа тора, тип белдерҙе.
Шулай ҙа проблемалар бар әле. Бигерәк тә бәләкәй бизнес менән шөғөлләнеүселәргә. Мәҫәлән, ултырышта сығыш яһаған Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаровтың һүҙҙәренә ҡарағанда, һалымдар йәһәтенән көсөргәнешлектең артыуы, ҡыҫҡа ваҡытҡа финанс ресурстары йәлеп итеү мөмкинлегенең сикләнеүе һиҙелә, квалификациялы кадрҙар ҡытлығы һәм коррупция кимәленең юғары булыуы эшҡыуарҙар өсөн проблема булып тора.
Ултырышта билдәләнеүенсә, Йәмәғәт советы йөҙөндә республика властарының тырышлығы көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтелергә тейеш.

ШӘХСИ ФЕКЕР

Ришат ҺАТЫБАЛОВ:
— Өс йыл элек башлаған бизнестан баш тартырға тура килде. Башлап китеүе ауыр, тиһәләр ҙә, тотороҡло эш алып барыуы тағы ла ҡыйыныраҡ. Бер проблеманан ҡотолдом тиһәң, икенсеһенә юлығаһың. Мәҫәлән, отчет тапшырыуы еңеләйһә, уның ҡарауы, страховка артты, һалымдың да күбәйеүе көтөлә… Шуға, производствола эшләп, монополистарға бил бөгөү отошлораҡ тигән һығымтаға килдем. «Бер тингә» хеҙмәт итәһең, әммә башың ауыртмай. Тик үҙ эшемде булдырыу ҡыҙыҡ һәм мауыҡтырғыс ине шул.

Айҙар СӘЛИМОВ:
— Ошо көндәрҙә эште ябам. Башҡаса сара юҡ. Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа юлдар киңәйә, тиһәләр ҙә, киреһенсә, беҙҙе бөлгөнлөккә төшөрөп, монополистарҙың ҡалын кеҫәһен тағы ла байытырға самалай дәүләт. Ни ҡылаһың, власть та, аҡса ла — улар ҡулында. Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү саралары күрелеүгә ҡарамаҫтан, үҙгәреш һиҙелмәй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 331

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 269

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 291

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 362

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503