Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Алтынсәс”ле Аҡъяр гүзәле
“Алтынсәс”ле Аҡъяр гүзәлеНаҙлап, инә ҡоштай ҡурсалап, өс бала тәрбиәләүсе хәстәрлекле әсә ул. Өлкән улы Арыҫланға – ун, уртансыһы Дәүләтшаға биш йәш, ә берҙән-бер ҡыҙғынаһы Сулпан яңы бер йәшен тултырҙы. Ара йыраҡ тип тормайынса, алыҫ Уренгойҙа көн иткән апаһы Айгөлгә, ҡустыһы Айнурға ҡарата иғтибарлы һәм улар менән бәйләнешен өҙмәй. Тормош иптәше Зөфәргә, яратҡан, ҡәҙерле кешеһенә, тоғро юлдаш, фекерҙәш. Фани донъянан иртәрәк китеп барған атаһы Зиннур Сабирйән улы хаҡындағы яҡты хәтирәләре — йөрәге түрендә. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Сибайҙа төпләнгән әсәһе Сания Илһам ҡыҙын һаҡлап, уны ҡайғыртып йәшәй. Өҫтәүенә ул — тәүәккәлләп, Көньяҡ Уралда төп тәғәйенләнеше халыҡҡа хеҙмәт итеү булған бер нисә уңышлы йәмғиәтте төҙөгән эшҡыуар ҙа...

Үҫеш баҫҡыстары


Һүҙ — Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа йәшәгән Алһыу Байғусҡарова (Аҡҡужина) хаҡында. Лайыҡлыларҙан-лайыҡлы, ғәжәйеп гүзәл был зат шәхес булараҡ Совет дәүеренең һуңғы осоронда формалашҡан. Яңы иҡтисади шарттарға яраҡлашып ҡына ҡалмаған, ҡыйыу рәүештә эшҡыуарлыҡҡа тотонған һәм үҙе асҡан йәмғиәттәр эшен заман талаптарына ярашлы итеп ойоштороп ебәргән.
Тормошто һөйөү, ауырлыҡтарға бирешмәү Алһыу Зиннур ҡыҙына бәләкәйҙән хас. Өс йәшлек кенә сағында ата-әсәһе уны Алыҫ Көнсығышҡа, Тында ҡалаһына (ул ваҡытта ҡасаба ғына), Байкал – Амур төҙөлөшөнә алып китә. Тығыҙ вагондарҙа йәшәһәләр ҙә, Аҡҡужиндарҙың татыу ғаиләһендә балалар наҙға сорналып үҫә. Ғаилә башлығы водитель булараҡ быуат төҙөлөшөндә (ул осорҙа БАМ-ды шулай атанылар) ҡатнаша, ҡатыны район халыҡ мәғариф бүлегендә секретарь-машинистка булып эшләй. Героинябыҙ тормошонда октябрят һәм пионер бала сағы юйылмаҫ тәьҫорат ҡалдыра: һөйкөмлө, ихлас, әүҙем ҡыҙсыҡ гелән иғтибар үҙәгендә була, йәштәштәре фәҡәт уның менән аралашырға ынтыла. Иң яратҡан уйыны — “магазин”, үҙе – һатыусы, әхирәттәре – һатып алыусылар.
Һуңыраҡ “торғонлоҡ йылдары” тип баһаланған осорҙа БАМ төҙөлөшө туҡтабыраҡ ҡала. Аҡҡужиндар Уренгой ҡалаһына йәнә бер ҙур төҙөлөшкә юллана. Был юлы магистраль газ үткәргес һалыу эшендә ҡатнашалар.
Мәктәпте тамамлағас, Алһыу Өфөләге кооператив техникумында уҡып диплом ала, бер нисә йыл Уренгойҙа һатыусы булып эшләй. Артабан уға ҡалалағы эшселәрҙе тәьмин итеү бүлегендә (ОРС) сауҙаны ойоштороу инженеры вазифаһын йөкмәтергә булалар. Алһыу баш тартмай, ошо яуаплы һәм ярайһы уҡ мөһим урында белемен, тырышлығын һалып эшләй, өлкән хеҙмәттәштәренең тәжрибәһен үҙләштерә. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, тиҙ арала коллективта ихтирам яулай, үҙ һөнәренең оҫтаһы булып таныла. Бер үк ваҡытта Мәскәү дәүләт сауҙа институтының филиалында ситтән тороп белем ала.
...Иртәме-һуңмы, көнитмеше нисек кенә шәп булмаһын, сит тарафтарҙа йәшәгән һәр кем тыуған яғын юҡһына башлай. Был тойғоно Алһыу ҙа тәрән кисерә. Шуға ла Аҡъярға ҡайта. Тыуған ерендә сикһеҙ шатланып, дәртләнеп йәшәй башлай. Яҡташтары ла уның ҡайтыуына ҡыуана. Оло йәштәгеләр, иҫ китмәле яҡшы кеше ине тип, атаһын иҫкә ала. Бындай йылы осрашыуҙар гүйә уға ҡанат ҡуя. Документтарының күсермәһен эшләтергә тип кенә район хакимиәтенә кергәндә, үҙ тормошонда тағы бер мөһим тәҡдим ишетеү ҡыҙҙы ғәжәпләндереп кенә ҡалмай, күңелендә ҙур өмөт тә уята. Ул Стәрлетамаҡ спирт-араҡы заводының Аҡъярҙа асылған күмәртәләп һатыу бүлегенә етәкселек итә башлай.
Һатыусы, ОРС инженеры, күмәртәләп һатыу базаһы директоры – Алһыу Байғусҡарованың үҫеш баҫҡыстары. Дөрөҫ, ул саҡта беҙҙең героинябыҙға ни бары 27 йәш була...

Эҙләгән – тапҡан

Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Алһыу Зиннур ҡыҙы етәкселегендәге база Хәйбулла районында иң алдынғы ойошмалар рәтенә баҫа, әммә илдәге үҙгәртеп ҡороуҙар һөҙөмтәһендә бер нисә йылдан ябыла. Замандашыбыҙ артабанғы яҙмышы, яңы шөғөл табыу тураһында уйлана. Уны бер нисә ойошмаға етәксе вазифаларға саҡыралар, тик Алһыуҙың күптәргә юл башы булған яңы шарттарҙа үҙен дә һынағыһы килә. Эҙләгән – тапҡан. Район үҙәгендәге халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү комбинатында берҙән-бер сәсалыҡ барлығын асыҡлап, ул үҙе бөҙрәхана асып ебәрә, “Камелия” тип атай. “Таналыҡ” ҡунаҡханаһындағы бер бүлмәлә эш башлай. “Кәрәкле ҡорамалдар, инвентарь һатып алыу өсөн аҡсаны әсәйем бирҙе. Ул миңә һәр саҡ ярҙамлаша, балаларымды ҡараша. Әсәйемә һәм Айгөл апайыма бик рәхмәтлемен”, — ти Алһыу Зиннур ҡыҙы.
Яңы бөҙрәхана тиҙ арала Аҡъяр халҡының, айырыуса ҡатын-ҡыҙҙың яратҡан урынына әүерелә, сират барлыҡҡа килә. Хужабикә тағы бер салон асырға ҡарар итә. Салауат Юлаев исемендәге урамда асылған “Алтынсәс”кә олоһо-кесеһе күпләп йөрөй башлай. Һәр йыһаз күркәм, күңелгә ятышлы бында. Үҙ һөнәрен яҡшы белгән тәжрибәле оҫталар халыҡты ихлас хеҙмәтләндерә. Күптәр әлеге сәсалыҡтан өҫ-башын тәртипкә килтереп кенә түгел, йөрәктәренә ял алып та китә...

Яңы йүнәлеш

“Алтынсәс”ле Аҡъяр гүзәлеКеҫәне бик йоҡартмаған урында тәмле, туҡлыҡлы итеп ашап сығыу, туй, тыуған көн, аят һәм башҡа саралар уҙғарыу мөмкинлеге хаҡында Аҡъяр халҡы күптән хыяллана ине. 2011 йылдың мартында, “Алтынсәс” асылыуға ун йыл айҡанлы уҙғарылған кисәлә, ул ваҡытта район хакимиәте башлығы булып эшләгән Рөстәм Хәйруллин Алһыу Зиннур ҡыҙы менән тап шул хаҡта әңгәмә ҡора. Теүәл биш айҙан һуң, августа, райондың юбилейы билдәләнгән көндәрҙә, Батанов урамындағы бер матур бинала ашхана үҙенең тәүге ҡунаҡтарын ҡабул итә.
Дөйөм туҡланыу тармағында эш ойоштороу еңелдән түгел, махсус белем дә талап ителә. Әммә был Алһыу Байғусҡарованы һис ҡурҡытмай, ул ең һыҙғанып “Ашхана”ны ижад итә башлай. Былай әйтеүем юҡҡа түгел: тышҡы һәм эске биҙәлеш, ялтлап торған заманса ҡорамалдар — ғөмүмән, бында бөтәһе лә иң юғары кимәлдә. Төбәктә нигеҙҙә башҡорт халҡы йәшәүен күҙ уңында тотоп, ашханала хужабикә һәр тарафтан милли һыҙаттар булдырырға ынтылған. Профессиональ рәссамдар тарафынан ғәмәлгә ашырылған интерьерға һоҡланып туйғыһыҙ. Милли аш-һыуҙы телде йоторлоҡ тәмле итеп үҙ эшен сикһеҙ яратҡан оҫталар ғына әҙерләй алалыр. “Ашхана”ла бешерелгән күп төрлө ҡамыр ризыҡтары ифрат тәмле. Шуныһы ла мөһим: бында һәр кемде иң ҡәҙерле ҡунаҡ кеүек ихлас йылмайып ҡаршы алалар, хөрмәт күрһәтәләр, йәғни халыҡты хеҙмәтләндереү юғары мәҙәни кимәлдә алып барыла. Шуға ла “Ашхана”ла тамаҡ ялғап сыҡҡан кешенең бында ҡабат-ҡабат килергә теләүе тәбиғи.

Төп ҡиммәт

Алһыу Байғусҡарованың халыҡҡа файҙалы мөһим эштәре тураһында бик күп һөйләргә мөмкин. Аҡъярҙағы был нәзәкәтле, гүзәл ханым ҡайһы бер көслө зат вәкилдәре лә үҙ иңенә алырға баҙнат итмәҫтәй бурыстарҙы уңышлы атҡара.
“Алтынсәс” менән “Ашхана”ның һөҙөмтәле эшмәкәрлеге, ике йәмғиәттең дә урындағы халыҡ араһында үҫә барған абруйы тап ошо хаҡта һөйләй. Уның киләсәккә алдына алған маҡсаттары башлыса йәмғиәттәрен артабан үҫтереүгә бәйле, әммә беҙҙең героинябыҙ өсөн төп ҡиммәт — атҡарған эштәре түгел, ә ғаиләһе. “Кейәүгә һуңыраҡ, яратҡан кешемде осратҡас ҡына сыҡтым”, — ти ул. Билдәләүенсә, тормош юлдашы Зөфәр Ғәббәс улы – аҡыллы, талантлы кеше, радиотехника техникумын тамамлаған шәп белгес, күп йылдар райондың элемтә үҙәгендә эшләй, яҡташтары араһында ихтирам ҡаҙанған, популяр “Рух” төркөмө солисы булараҡ та билдәле. Ғаилә башлығы — хәләл ефете өсөн ныҡлы таяныс һәм терәк. Ҡатынының һәр эшмәкәрлеген һәм башланғысын хуплай, кәрәк саҡта төплө кәңәш тә бирә. Алһыу Зиннур ҡыҙы үҙе буш ваҡытының һәр сәғәтен, һәр минутын иң яҡын кешеләре менән уҙғарырға тырыша, яйы сыҡҡан һайын балалары менән шөғөлләнә: саф һауала йөрөй, уйнай, китап уҡый, бергәләп сәйәхәткә сығалар, Сибайға өләсәләренә ҡунаҡҡа баралар.
Һәр эш ҡулынан килгән, ғаилә тип өҙөлөп торған Аҡъяр гүзәле менән аралашҡас, күңелдә “Уның кеүектәр күберәк булһа ине” тигән уй ҡала, сөнки Алһыу Байғусҡарова кеүек әйләнә-тирәгә, кешеләргә, ғөмүмән, тормошҡа битараф ҡала алмаған эшҡыуарҙар үҙҙәре өсөн генә тырышмай, башҡаларға ла ихлас ярҙам ҡулы һуҙа. Мәҫәлән, “Алтынсәс”тә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, социаль-реабилитация үҙәге балаларын, шулай уҡ йыл һайын уҙғарылған “Һылыуҡай” район конкурсында ҡатнашҡандарҙы бушлай хеҙмәтләндерәләр. Алһыу ханымдың йәмғиәттәре Аҡъярҙа үткәрелгән бер саранан да ситтә ҡалмай. Дөйөмләштереп әйткәндә, “Алтынсәс” тә, “Ашхана” ла төбәк тормошонда етди урын биләй.
Хөриә АБЫҘГИЛДИНА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 278

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 1 509

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 1 415

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 1 176

Төньяҡ-көнсығыш  нисек йәшәй?

Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй? 26.02.2019 // Эшҡыуар

Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең...

Тотош уҡырға 1 022

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 1 404

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 1 740

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 1 758

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 2 393

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 1 586