Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Атлағанда ғына юл ырай
Үҙ эшен асып ҡарау ниәте бик күптәрҙең башынан үткәндер, әммә ҡайһы берәүҙәр, уйланып-уйланып та, быға ҡаршы мең сәбәп таба, күнегелгән тормошто дауам итеүҙе хуп күрә. Ысынлап та, ни сәбәптән замандаштарыбыҙҙың байтағы һаман эшҡыуарлыҡҡа тотонмай һуң?

Әлбиттә, төп сәбәп – ҡурҡыу тойғоһо. Бына уларҙың бер нисәһе.
– Бәлки, башланғысым килеп сыҡмаҫ һәм һалған бар аҡсамды юғалтырмын!
– Маҡсатыма өлгәшә алмаҫмын һәм минән көлөрҙәр, мыҫҡыл итерҙәр!
– Башланғыс капитал таба алмам!
– Иҡтисад өлкәһендә белемем юҡ!
Әйҙәгеҙ, хәҙер ошолар тураһында бер аҙ фекер йөрөтөп алайыҡ.
Беренсе ҡурҡыу тойғоһо: Бәлки, башланғысым килеп сыҡмаҫ һәм һалған бар аҡсамды юғалтырмын.
Әгәр ошо ҡурҡыу ғына һеҙҙе тотоп тора икән, эшегеҙҙе яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт рәүешендә теркәгеҙ. Был мәлдә һеҙҙең иңгә ойошмағыҙҙың устав капиталы күләмендә генә яуаплылыҡ йөкмәтеләсәк. Ә бына шәхси эшҡыуар бөтөн мөлкәтен хәүеф аҫтына ҡуя.
Шулай уҡ алдан үҙегеҙгә ҡыҙғанмай ғына “хушлаша” алырлыҡ аҡса күләмен билдәләгеҙ. Мәҫәлән, ул бер нисә айлыҡ эш хаҡы саҡлы булһын. Улар файҙаға сарыф ителәсәк.
Уңмаған хәлдә лә һеҙ:
– Ойошманы теркәргә өйрәнәсәкһегеҙ;
– Бухгалтерия серҙәренә төшөнәсәкһегеҙ;
– Һалым ҡануниәтен аңлаясаҡһығыҙ;
– Һөйләшеүҙәр алып барырға оҫтарасаҡһығыҙ;
– Үҙегеҙ һайлаған эшмәкәрлектең нескәлектәрен күрәсәкһегеҙ;
– Шулай уҡ ойошманы ябыуҙың да ҡатмарлы түгеллегенә инанасаҡһығыҙ!
Ә уңһағыҙ, эшҡыуарлыҡта тәжрибә туплаясаҡһығыҙ һәм, ҙур булмаһа ла, тотороҡло табыш ала башлаясаҡһығыҙ! Был – киләһе аҙымды яһар өсөн этәргес.
Икенсе ҡурҡыу тойғоһо: Маҡсатыма өлгәшә алмаҫмын һәм минән көлөрҙәр, мыҫҡыл итерҙәр.
Уйлап ҡарағыҙ: эшегеҙ килеп сыҡмаһа һәм ойошмағыҙҙы ябырға тура килһә лә, бынан бит Ер убылып китмәйәсәк! Иң мөһиме – һеҙҙең хәҙер тәжрибәгеҙ бар! Быларҙың барыһына ла тынысыраҡ ҡарашта булырға, бизнес асыуҙан иң тәүҙә ҡәнәғәтлек алырға кәңәш итәбеҙ.
Бизнес компьютер уйыны кеүек. Унда уйынды башлағас та беренсе кимәлде үтмәһәгеҙ, үҙегеҙгә ышанысты юғалтып, ташлап ҡуймайһығыҙ бит! Бөтәһен дә ҡабаттан башлайһығыҙ һәм барыбер маҡсатығыҙға өлгәшәһегеҙ, шулаймы?
Өсөнсө ҡурҡыу тойғоһо: Башланғыс капитал таба алмам.
Был – уйҙырма.
Әгәр һеҙҙең башығыҙҙа, мәҫәлән, нимәлер етештереү буйынса предприятие асыу тураһында бик шәп идея йөрөй икән, бик яҡшы! Уны ҡағыҙға теркәп ҡуйығыҙ, һәм ярты йыл тирәһе ваҡыт үткәс, кире әйләнеп ҡайтығыҙ. Ошо ваҡыт арауығында һеҙ бәләкәй, әммә тотороҡло табыш килтергән эш асып ҡарай алаһығыҙ. Был ҙурырағына тотонор алдынан күнекмә генә буласаҡ.
Бик аҙ аҡса менән дә һәйбәт табыш килтергән бизнес төҙөргә мөмкин, бары ваҡыт, теләк һәм тырышлыҡ ҡына булһын. Бары үҙегеҙҙең күңелегеҙ ятҡан тармаҡты һайларға онотмағыҙ. Мәҫәлән, ҡасандыр йәш швед егете Ингвар Кампрад шырпы, ручка, ойоҡ һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән һатыу иткән магазины аса. Ә хәҙер ошо эшҡыуарҙың “ИКЕА” сауҙа үҙәктәрен бөтөн донъяла беләләр, ул хатта Өфөгә лә килеп етте!
Дүртенсе ҡурҡыу тойғоһо: Иҡтисад өлкәһендә белемем юҡ.
Иҫегеҙҙән сығармағыҙ: тереклекте ҡотҡарған Нухтың кәмәһен өйрәнсек төҙөгән, ә һәләкәткә осраған ”Титаник”ты диңгеҙгә үҙ һөнәренең оҫталары ебәргән булған!
Бөтәһе лә, һеҙ уйлағанса, улай уҡ ҡурҡыныс түгел. Бизнес башлар өсөн иҡтисадсы булыу кәрәкмәй, бары уның нигеҙҙәрен белеү етә. Башта китапханаларҙа саң йыйып ятҡан баҫмаларҙы ҡараштырып сығығыҙ, магазин кәштәләрендә лә ябай тел менән бизнес серҙәренә төшөндөргән китаптар етерлек. Аҙаҡ эшегеҙ менән бергә үҫәсәкһегеҙ.
Билдәһеҙлектән ҡурҡыу бөтәбеҙгә лә хас. Алйот ҡына бер нәмәнән дә ҡурҡмай. Берәүҙәр былай ғына хәүефләнә, икенселәр, йөрәген усына ҡыҫып, маҡсатына ҡарай бара. Нисек уйлайһығыҙ, кемдең уңышҡа өлгәшеүгә мөмкинлеге күберәк?
Бизнес серҙәрен үҙләштереүҙе бәләкәй аҙымдарҙан башлағыҙ. Һеҙҙән, шәхси ваҡытығыҙҙан башҡа, бер ни ҙә талап ителмәй.
Онотмағыҙ: атлағанда ғына юл ырай!
Рәшит Зәйнуллин




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 277

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 1 509

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 1 415

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 1 176

Төньяҡ-көнсығыш  нисек йәшәй?

Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй? 26.02.2019 // Эшҡыуар

Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең...

Тотош уҡырға 1 020

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 1 404

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 1 740

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 1 757

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 2 392

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 1 584