Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күптәребеҙгә “минимум”са йәшәргә, “кәрзин”сә ашарға, тир түгеп эшләргә насип иткән
Инфляция. Был һүҙҙең исеменә лә, есеменә лә өйрәнеп бөттөк, шикелле. Хатта нимәгәлер хаҡ арта, тиһәләр, аптырамайбыҙ, киреһенсә, фәлән тауарға төшә икән, тигәнде ишетһәк, иҫебеҙ китер ине. Пенсия шунса-шунсаға үҫәсәк, бюджеттағыларҙың эш хаҡы күтәреләсәк, тигән һүҙҙәр ил етәкселәренең ауыҙынан сығып та өлгөрмәй, кәштәләрҙәге кисәге һандар юғалып, ошо уҡ тауарға “нулдәр” өҫтәлеүенә лә (әйтерһең, төн эсендә сифаты яҡшырған!) күнегеп барабыҙ. Үҙебеҙ бик нескә күңелле шул: кистәрен “Байҙар ҙа илай” кеүек сериалдарҙы ҡарап йәш түгәбеҙ, иҡтисади көрсөккә терәлгән Европа илдәрендә беҙҙең хеҙмәт хаҡынан күберәк күләмдә эшһеҙлек буйынса пособие алғандарҙы йәлләйбеҙ. Шулай һынау артынан һынауҙарҙы үтеп, алдағы көндәргә атлайбыҙ. Бәлки, иртәгә яҡшыраҡ булыр, иртәгә һуңға, тибеҙ. Шайтан ғына өмөтһөҙ бит. Иң мөһиме — өмөт осҡонон һүндерергә ярамай. Әлегә барына шөкөр ҡылып, кеҫәләрҙе ҡапшап ҡарайыҡ та бергәләшеп баҙарға йүнәләйек.

“Йәшәү минимумы”н уйлап сығарғандар һис яңылышмайҙыр. Ни генә тимә, юғары белемлеләр, һандар менән эшләп өйрәнгәндәр. Ана бит, дөйөм Рәсәй өсөн ошо минимум быйыл уртаса 5564 һум (III кварталға — 5812) булһа, республика халҡы уртаса 5520 һумға йәшәй ала, тип иҫәпләнә. Олигархтарҙың миллиардтарын, төрлө кимәлдәге түрәләрҙең миллиондарын, йөҙәр меңдәрен ҡушһаң, һуңынан иренмәйенсә генә дөйөм һанды хеҙмәткә яраҡлы халыҡ иҫәбенә бүлһәң, уртаса эш хаҡы ла килеп сыға — 27 меңдән ашыу!
Әлбиттә, аппетиттар, эшләгән урыныңа, биләгән вазифаңа ҡарап, төрлөсә. Шулай ҙа, фәлсәфәгә бирелмәйенсә, һәр кемгә тейешле күләмдәге төрлө кәрзиндәрҙе тотоп, баҙарға китәйек.
Баҙар ҙур. Баҙар геүләй. Ике төрлө халыҡ бында: алдатыусылар-алданыусылар, отоусылар-отолоусылар... Бәй, ни ғәләмәт: бер ай ғына элгәре ит хаҡы баш ҡаланың Үҙәк баҙарында 220–270 һум арауығында тирбәлһә, бөгөн килеп йомшаҡ ҡына һум ит (сатнап һерәйгән һөйәк ярсыҡтарын иҫәпләмәгәндә) 300-гә барып еткән. Ошоға ҡарап, ит ризыҡтары ла хаҡ буйынса бизмәндә ауырыраҡ тарта. Әйткәндәй, Евразия комиссияһы ҡарамағындағы консультатив комитеттың Таможня союзына биргән “кәңәш”енә ярашлы (“Ит һәм ит продукцияһы хәүефһеҙлеге”), был ризыҡтарҙы ике төргә бүлеп ҡарарға кәрәк икән. Тәүгеһендә ит 60 проценттан да кәм булмаҫҡа тейеш, икенсеһендә — 5-тән алып 60-ҡаса ҡатнаштырылғаны ла еткән. Әлегә тиклем уларҙы һигеҙ төркөмгә бүлеп йөрөткәндәр. Мәҫәлән, “А”ға ингәндәре 80–100 процент иттән торорға тейеш. Бына бит нисек, ә беҙ, наҙан башыбыҙ менән, ярымфабрикаттарҙа ит киҫәктәре эҙләгән булабыҙ тағы.
Буш тормаған кәштәләге “Буш боттары”на яҡыныраҡ киләбеҙ. Бер-ике ай элек 90 тәңкәнән саҡ ҡына күберәк булған хаҡтар 120-гә барып еткән дәһә! Иң ҡиммәте — 145 һумлығы — Татарстандан килтерелгән. Һай, маладса ут күршеләребеҙ! Шул саҡ бер миҫал яҙғы килә. Йәйен ауылдар буйлап себеш, бәпкә һатып йөрөүселәр күбәйҙе хәҙер, ҡайҙалыр барып алырға ла түгел. Иртәгә-бөгөн йомортҡа һалырға тейешле биш-алты айлыҡтары 220 һум тирәһе тора. Беҙҙәге тиҫтәләгән фабриканың, иҫәпһеҙ инкубаторҙың береһенән килтерелгән икән, тиһәк, яңылышҡанбыҙ — Татарстандан, тип күкрәк һуға һатыусы. Әле иһә, ҡыш ишек ҡаҡҡанда, ҡәрҙәштәребеҙ быйма өләшә! Әлбиттә, баҙар шарттары буйынса, хаҡы иһә түбәнерәк.
Ярай, теманан ситләшеп китеп, ҡулда айлыҡ кәрзин тотҡан да онотолдо, шикелле. Кәрзин, тигәндән, Росстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, октябрь аҙағына илдә уға һалынасаҡ аҙыҡ-түлек хаҡы ил буйынса уртаса 2550,2 һум икән. Йәғни йыл башынан “кәрзин” хаҡы 5,4 процентҡа күтәрелгән. Дөйөм алғанда, ҡулланыу хаҡы (инфляция) үткән айҙа 0,5 процентҡа үҫкән, йыл башынан — 5,6 процентҡа. Әйтәйек, бойҙай оно — 4,8, икмәк — 2,1–2,6, ярма —3,3, һоло, фасоль, борсаҡ — 2,4–2,8, һөт, һөт ризыҡтары 1,3 процентҡа “һикергән”. Ит, уның ҡатнашлығы булған ризыҡтар хаҡы 0,8–0,9 процентҡа юғарыраҡ. Әлегә йәшелсәне генә осһоҙораҡҡа баһалайҙар: картуф — 18–25, һуған, кишер — 15–25 һум... Уларҙың да бына-бына күтәрелеүе көтөлә, сөнки организм витаминдар талап иткән мәл етә.
Баҙарҙың эсе генә түгел, тышы ла геүләй. Ана бит, тирә-яғы машина менән тулған. Күбеһе — “иномарка”. Ирекһеҙҙән, эйәләрен йәлләп тә ҡуяһың. Машиналары ғына түгел, урынынан ҡуҙғалтып, бараһы ергә илтер өсөн бензины ла ҡиммәт бит хәҙер, тип көрһөнәһең. Әкиәттәгесә үҫә бит хаҡтар. Мәҫәлән, “Кортес” үҙәгенең мәғлүмәттәренә ҡарағанда (төрлө сығанаҡтар төрлөсә һан килтерә), үткән йылда бензин 11,8 процентҡа ҡиммәтләнгән (Европала — 10,9 процент). Быйылғы октябргә дизель яғыулығы 2,5 процентҡа (сентябрҙә — 1,9), АИ-95 һәм унан юғары маркалы бензин — 2,6 (2,1), АИ-92 2,3 (сентябрҙә — 2,0) процентҡа күтәрелгән. Дөйөм алғанда, социаль-иҡтисади күҙаллауға ҡарағанда, ил буйынса 7 процентҡаса инфляция көтөлә, әле 6,7–6,8 процент тәшкил итә, имеш.
Бына шулай, ябай арифметика ошоларҙан ғибәрәт. Беҙгә иһә төшөнкөлөккә бирелмәй эшләргә, белгән шөғөлдәребеҙҙе иҫкә төшөрөп, шәхси хужалыҡтарҙы нығытырға, “йәшәү минимумы”на иш янына ҡуш булырлыҡ өҫтәмә табыш менән шөғөлләнергә ҡала. Ваҡытһыҙ килгән ваҡытлы ауырлыҡтар үтер ҙә китер, уның ҡарауы, йәш бара килә, үткәнебеҙҙе иҫкә төшөрөргә хәтирәләре ҡалыр. Беҙҙең өлкән быуын: “Сабата ла кейеп үҫтек, бирешмәнек”, — тигән шикелле, нисауа, “минимумдар”ҙа ла йәшәнек, тип, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙе яҡты көндәр килеүенә дәртләндереүе ни тора!
Рәлис УРАҘҒОЛОВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Артур
    Артур от 11.11.2012, 14:55
    Урзэ язылган - богонго тормошобоззон козгохо. Ошо юлдарзы укыганда йорэгем эрнеп куйзы. Сонки был ысынбарлык. Гэзит хезмэткэрзэренэ рэхмэт богонго тормошобоззо асык сагылдырганы осон.






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 326

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 385

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 267

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 340

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 289

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 360

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 363

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 334

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 324

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 264

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 500