Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Боронғо кәсеп — табышлы
Боронғо кәсеп — табышлыТормош шулай: һин план ҡораһың, ә ул, үҙ талаптарын ҡуйып, йәшәү-көнкүрешеңде бөтөнләй икенсе йүнәлешкә бора. Өфөлә һин дә мин эшләп, йәшәп ятҡан Анатолий Николаев менән дә шулай була. Уйламағанда-көтмәгәндә ҡулындағы дүрт балаһы менән яңғыҙ ҡала ул. Ни эшләргә белмәй, ҡаңғырып йөрөгәнендә инде егерме йылдан ашыу тоғролоҡҡа һыналған дуҫы Валерий Михайлов уны был юлы ла үҙенең ярҙамы һәм кәңәшенән ҡалдырмай.

Балаларҙы тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырыу мөмкинлеген ҡырҡ тапҡыр уйлағандан һуң, улар уртаҡ ҡарарға килә: Анатолийҙың үҙе өсөн дә, балаларға ла ауылда ҡулайыраҡ буласаҡ. Һәм улар тыуған ауылдары Семено-Петровскийҙы төйәкләргә ҡарар итә. Ата-әсәләре эшләп көн күргән күмәк хужалыҡтың күптән инде юҡҡа сыҡҡанлығын, ауылда уларҙы билдәһеҙлек көткәнен яҡшы белә дуҫтар. Уйлашҡандан һуң быуындан быуынға күсә килгән быйма баҫыу кәсебен тергеҙергә булалар.
— Ташта ла ағас үҫә, тиҙәр бит. Ошоноң хаҡлығына үҙ тәжрибәбеҙҙә инандыҡ, — ти ишле ғаилә башлығы Анатолий Николаев. — Ауырлыҡтан ҡурҡмаһаң, теләһә Боронғо кәсеп — табышлыҡайһы эшкә тотоноп була. Әлбиттә, барыһы ла шыма ғына килеп сыҡты, тип әйтеп булмай. Күп йөрөлдө, бихисап нәмәгә өйрәнелде.
— Эйе, Сибайға, Магнитогорскиға, хатта Татарстанға ла барып еттек. Ҡорамалдар ҙа, шәхси эште ойоштороп ебәреү өсөн тәжрибә лә кәрәк ине. Беҙ ҡайтҡан 2008–2009 йылдарҙа Мәләүездәге быйма баҫыу цехын япҡайнылар. Ул-был иткәнсе, уның ҡорамалдарын ырымбурҙар һатып алып бөткән ине инде. Беҙ шул ҡалған-һалғандарына ғына эләгеп ҡалдыҡ. Район етәкселәренә рәхмәт, субсидия менән ярҙам иттеләр. Әлбиттә, кредит алмайынса ла булманы. Инде, шөкөр, ауырлыҡтар артта ҡалды. Хәҙер, ҙур булмаһа ла, үҙ коллективыбыҙ бар. Тырышып, эшенә намыҫ менән ҡараған кешеләрҙе һайлап, туплап алғансы байтаҡ ваҡыт кәрәкте. Хәҙер даими эшләп йөрөүсе, ышаныслы һигеҙ кешебеҙ бар. Миҙгеленә ҡарап, тағы ла ете кешене яллайбыҙ, — тип дауам итеп алып китә Валерий Михайлов.
Йүнселдәрҙең хәҙер үҙ цехы бар: буш торған элекке балалар баҡсаһы бинаһын ҡуртымға алып, йөн тетеү машинаһын һәм башҡа ҡорамалдарҙы урынлаштырғандар, эш шарттарын йүнләгәндәр. Быйма баҫыу өсөн сеймалды, һарыҡ йөнөн Ырымбур өлкәһенән, Стәрлебаш районынан йөрөп йыялар. Үҙҙәре әйтеүенсә, эштә өҙөклөк булмаһын өсөн йылына 10 тонна йөн тупларға кәрәк. Етештергән быйма, ярым быйма, башмаҡтарға тирә-яҡта ихтыяж ҙур. Халыҡ быймасыларҙың сифатҡа ныҡ иғтибар биреүен белә. Хәҙер инде “Николаев” шәхси предприятиеһы етештергән продукцияның үҙ бренды бар. Берәрләп тә, күмәртәләп тә һатып алыусылар күп.
— Беҙҙең аяҡ кейеме иң кәмендә дүрт йылға етә. Быға тиклем быйма һатып алғандар уларҙың уңайлылығы менән айырылып тороуын билдәләй, — ти хужалар бер тауыштан.
Кәсепселәрҙең берәр пар башмаҡтары хатта Америка менән Голландияға барып еткән — районға килгән ҡунаҡтарға бик оҡшап ҡалған һарыҡ йөнөнән баҫылған үҙенсәлекле аяҡ кейеме.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА
Күгәрсен районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 277

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 1 509

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 1 415

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 1 176

Төньяҡ-көнсығыш  нисек йәшәй?

Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй? 26.02.2019 // Эшҡыуар

Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең...

Тотош уҡырға 1 020

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 1 404

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 1 740

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 1 757

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 2 392

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 1 584