Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Таҡта ярыуҙан ғына башланғайны...
Таҡта ярыуҙан ғына башланғайны...– Эшмәкәрлегебеҙҙең төп йүнәлеше – урманды ҡуртымға алып, ағас әҙерләү, – тип ҡаршыланы беҙҙе Дыуан районы эшҡыуары Илдус Хужин. Ҡасандыр Дмитрий Лысов менән бергә башлаған кәсептәре бөгөн йылдам үҫә. Йүнселдәр уның өсөн бөтөн көсөн һала бит.

"РИСТ" предприятиеһы 2008 йылда ойошторола. Уның директоры – ғүмер баҡый урман хужалығында эшләгән Дмитрий Лысов. "Үҙем дә 20 йылдан ашыу ошо тармаҡта тир түктем, шуға ла нескәлектәрен беләбеҙ. Эшебеҙҙе тәүҙә бәләкәй генә пилорама һатып алып ойоштороп ебәргәйнек, – тип һөйләне Илдус Риза улы. – Яуаплылыҡты уртаҡ бүлешергә булдыҡ".
Эшҡыуарлыҡҡа тотоноу үҙен үҙе аҡлай. Эштәре тиҙ яйға һалына, хатта үҫеш тә тойолғандай була. Тәүҙәрәк ағасты һатып алһалар, 2009 йылда урманды ҡуртымға юллайҙар. Халыҡты таҡта һәм башҡа төҙөлөш материалдары менән тәьмин итә башлайҙар. Әммә Дыуан урманында, ылыҫлы ағастарҙан башҡа, уҫаҡ, ҡайын кеүек Таҡта ярыуҙан ғына башланғайны...япраҡлылар ҙа етерлек. Халыҡ бындайҙы ала һалып бармай, утынға ла әллә ни мохтажлыҡ юҡ, сөнки һәр ауылға тиерлек газ үткән. Фекер алышҡандан һуң, ике эшҡыуар япраҡлы ағастан күмер етештерергә ҡарар итә. Бының өсөн Һаҡлыҡ банкынан 800 мең һум күләмендә кредит һорайҙар һәм Белгородтан күмер етештереү мейесен алып ҡайталар.
Күптән түгел паллет етештереүгә лә тотонғандар. Бөтөн табыш эштәрен артабан үҫтереүгә китә. Был ике йүнселдә бөгөн йәмғеһе 40-ҡа яҡын кеше эш урыны тапҡан. Уртаса эш хаҡы — 8-10 мең һум. Күмер менән Силәбе өлкәһенең Каменноуральск ҡалаһындағы "СУАЛ" компанияһын тәьмин итһәләр, паллеттар Благовещендағы "Полиэф"ҡа оҙатыла. Урындағы халыҡҡа ла ағас ҡырҡыу буйынса хеҙмәттәр күрһәтәләр. "Эшебеҙҙе үҫтерергә, киңәйтергә тырышҡан көнөбөҙ", – ти хужалар.
Урманды ҡуртымға алғас, уны тергеҙеү бурысы ла йөкмәтелгән уларға. Шуға йыл һайын тубырсыҡ йыялар, 11 гектар биләмәлә питомник ойошторғандар. Шунда йыл һайын орлоҡ әҙерләйҙәр: алдағы йылдарҙа 100–150 мең үҫенте ултыртһалар, быйыл 200 меңгә яҡын сәскәндәр.
"Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан", тигән боронғолар. Был ике йүнселдең миҫалы ла ошоно раҫлай. Ҡасандыр ауырлыҡтан һәм яуаплылыҡтан ҡурҡмай эшҡыуарлыҡҡа тотоноп, бөгөн улар район иҡтисадына үҙ өлөшөн индерә, байтаҡ кешене эш урыны менән тәьмин итә. Тап Илдус Хужин менән Дмитрий Лысов кеүектәрҙе бәләкәй эшҡыуарлыҡтың өлгөһө тиергә була ла инде.
И. СОБХАНҒОЛОВ.
Дыуан районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 331

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 269

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 291

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 362

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 325

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 500