Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ишектәре асыҡ та ул...
Әммә банкка барып һемәйгәндәр ҙә бар

Бурысһыҙ йәшәгән кешеләр күп түгелдер бөгөн. Ашау, кейем-һалым, торлаҡты хеҙмәтләндереү өсөн түләүҙәргә етер-етмәҫ хеҙмәт хаҡына тормош көтөүе ауыр. Аптыраған өйрәк арты менән һыуға сума, тиҙәр. Шуға күрә аҡса янсыҡтары бушыраҡтарҙы тормош ихтыяжы үҙенән-үҙе банк тупһаһына илтә.

Бөгөн дәүләт милкендәге һаҡлыҡ, тышҡы сауҙа һәм йөҙәрләгән шәхси, коммерция банктарының ишектәре кредит алырға теләк белдереүселәр өсөн һәр саҡ асыҡ, тиһәм, һис хаталанмам. Кредиттарҙың да төрлөһө бар. Мәҫәлән, шуларҙың иң ябайы — ҡулаҡса кредиты. Уны һис бер ниндәй белешмәһеҙ, паспорт буйынса ғына алырға була, ләкин был юл менән үтә ҙур суммаға өмөт итмәгеҙ.
Артығыраҡ һораһағыҙ (мәҫәлән, ҡайһы бер банктар йөҙ мең һумдан да күберәк бирмәй), һеҙҙән өҫтәмә белешмәләр, яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыусы (поручитель), хатта ниндәйҙер залог (мәҫәлән, автомобиль, күсемһеҙ милек) талап итеүҙәре мөмкин. Торлаҡ һатып алырға, уны яңыртырға аҡсаһы етмәгәндәр ипотека кредиты юллай. Көнкүреш әйбере, йыһаз алыу, йорт, фатир төҙөкләндереү өсөн дә банкка йүгерәбеҙ. Күсемле һәм күсемһеҙ милекте банкка залог итеп һалып та кредит алыу юлы бар, ләкин бындай осраҡта милек хаҡы кредит суммаһынан егерме процентҡа ҡиммәтерәк булырға тейеш.
Машиналы булыу теләге менән яныусылар автокредиттан файҙалана, ләкин был осраҡта “ҡорос ат” автокредит алған кеше бурысын тулыһынса ҡаплағансы банкта залог рәүешендә ҡала. Кредиттың һәр төрө уны алыусы менән банк араһындағы килешеү менән нығытыла. Ошо килешеүҙән башлана ла инде алдау һәм алданыу тарихының башы. Мәҫәлән, ипотека кредиты алыу өсөн килешеүҙә яҙылған ун һигеҙ-егерме процентлы өҫтәмә түләү, йөҙ процентҡа әүерелеп, торлаҡтың икеләтә хаҡына етеүе мөмкин. Кредиттың төп процентына һәр йыл мотлаҡ страховка проценттары, нотариус һәм торлаҡҡа хаҡ билдәләү компанияһының хеҙмәте, банктың кредитты хеҙмәтләндереүе өсөн түләүҙәр өҫтәлә. Бынан тыш, заемсы алдына бүтән төр бихисап талаптар ҡуйыла. Мәҫәлән, унан табышының күләме, йәшәгән урынында теркәлгәнлеге, бер урында оҙаҡ эшләүе йә эшләмәүе, кредит тарихы, поручитель табыу мөмкинлеге хаҡында бик күп документ, белешмәләр талап ителә.
Банк һайлап, уның менән ике яҡлы кредит килешеүенә ҡул ҡуйғанда, заемсыларҙың күбеһе ай һайын банкка өлөшләтә ҡайтара барған бурысының түләү ваҡытын иғтибарҙа тотмай һәм ошонда ҡабыуы ла ихтимал. Эш шунда: заемсының бурыс аҡсаһы үҙ ваҡытында банк иҫәбенә килеп инмәһә, шул көндән, хатта сәғәтенән башлап, кредиттың тотош суммаһына штраф проценттары “йүгерергә” керешә. Был осраҡта заемсы төп башына ултыртҡандарын үҙе лә һиҙмәй ҡала — аҡсаны килешеүҙә күрһәтелгән ваҡытта индергәйне лә баһа! Ни өсөн штраф? Шуныһы: кредит түләүсенең бер нисә тапҡыр шулай һуңлап ҡалыуы заемсының банкка бурысын икеләтә арттырыуы ихтимал. Көндәрҙең береһендә, кредит аҡсаһын инде биреп бөтөрҙөм, тип банкка барған заемсыға, “һеҙ кредитты түләмәгәнһегеҙ”, “беҙҙең иҫәпкә аҡсағыҙ ваҡытында килмәгән өсөн штраф проценттарын ғына ҡаплап барғанһығыҙ”, тип әйтеүҙәре мөмкин. Ә бит ошоға тиклем банк хеҙмәткәрҙәре кредит алыусыға был хаҡта бер ниндәй ҙә мәғлүмәт бирмәгән, тимәк, был махсус рәүештә эшләнгән! Ошондай хәлгә тарымаҫ өсөн бурысты килешеүҙә күрһәтелгән ваҡыттан дүрт-биш көн алдан күсереү мотлаҡ, сөнки почта аша ебәрелгән аҡса — 5-7, терминалдан 1-3 көндән һуң ғына банк иҫәбенә барып етеүен оноторға ярамай.
Марат МОРАТОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 317

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 378

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 333

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 283

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 356

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 331

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 320

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 256

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 487