Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рауил кеүектәр Ер шарын әйләндерә
Рауил кеүектәр Ер шарын әйләндерә“Кешегә аҡыл һәм йәшәү көсө үҙендә булған бөтә яҡшы нәмәне үҫтереү өсөн бирелгән”.
(А.П. Чехов).

Илеш яғы өйҙәрҙең ҙур һәм матур, ҡапҡа-ҡураның биҙәкле булыуы менән айырылып тора. Былар халҡыбыҙҙың ижадҡа маһир, хеҙмәт һөйөүсән икәнлеген күрһәтә. Матурлыҡҡа ынтылыу һәр кемгә хас: үҙе йәшәгән йортон, кейгән кейемен, баҡсаһын, ҡойма-ҡапҡаһын биҙәкләп, зауыҡлы итеп эшләргә ынтыла.

Бер көн әхирәтем Фаягөлгә барһам, матур ҡапҡа, ҡойма эшләткән. Иҫем китеп, аптырап торҙом. “Ауылда Рауил тигән бер егет бар, элекке уҡыусым, үлсәп кенә алды ла Рауил кеүектәр Ер шарын әйләндерәкилеп бөтәһен дә үҙе эшләне”, — ти.
Телефон номерын алып шылтыратҡайным, егет машинаһында елдереп килеп тә етте. Үлсәне, хаҡын әйтте, аҙна-ун көн дә үтмәне, ҡапҡа, ҡойма, мунса мейесе, тимер ишекте килтереп ҡуйып та китте. Күҙ ҡамаштырырлыҡ был мөғжизә минекеме икән, өнөммө, әллә төшөммө тип һоҡланып ҡарап торҙом.
Эшләгән әйберҙәре кеүек үҙенең дә йөҙө көләс, мәрхәмәтле, ҡарашынан ҡояш нуры һирпелеп торған кеүек Рауилдың. Күңелендә оло зауыҡ йөрөткән, матурлыҡҡа ғашиҡ, шиғри күңелле кешенең оҫталыҡҡа эйә булыуы тәбиғи, әлбиттә. Уның менән уртаҡ тел тапмайынса мөмкин дә түгел, үҙенсәлеге менән йәлеп иткән кешене урап үтеп тә булмай. Тормошҡа икенсерәк ҡарауы, ғәҙәти булмаған фекерләүе менән ул миндә ҡыҙыҡһыныу уятты.
Рауил кеүектәр Ер шарын әйләндерәАтаһы Шәрәфислам Илеш районы Иҫке Күктау ауылы кешеһе икән. Совет Армияһында хеҙмәт иткәс, Түбәнге Новгород өлкәһе ҡыҙы Хәнифәгә өйләнеп, Мәскәүҙә төпләнә. Рауилға алты йәш булғанда Күктауға күсеп ҡайталар. Колхозда эшләйҙәр. Рауил — ғаиләлә иң өлкәне, унан бәләкәй тағы өс туғаны бар.
Рауил Рәшитов ауыл малайҙарынан бер нәмәһе менән дә айырылмай. IV класты тамамлағансы тик яҡшы билдәләргә генә уҡый. Юғары кластарҙа күберәк шаяра һәм Рауил кеүектәр Ер шарын әйләндерә“өслө”ләр ҙә эләктерә башлай. Мәктәптән һуң, Үрге Йәркәйҙәге СПТУ-ға уҡырға килә. Унан колхозда эшләй, хәрби хеҙмәткә алына. Ҡайтыу менән комбайнсы, тракторсы, иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. Тырыш хеҙмәте өсөн колхоз “Янғантау” шифаханаһына юллама бирә. Ял иткәндә аш бешереүсе Ҡыйғы ҡыҙы Альбина менән таныша, һәм күп тә үтмәй гөрләтеп туй үткәрәләр, ҡыҙҙары Ралина тыуа. Әле ул БДУ-ла юрист һөнәрен үҙләштерә.
Башҡа ауыл егеттәре һымаҡ араҡынан да азат булмай, ҡайһы берҙә артығыраҡ та эсеп ташлай. Икенсе көндө башы ауыртып: “Эсеүҙе нисек ташларға икән тип уйланып ятам”, — ти. Эшкә барып егеттәр менән осрашҡас, тағы ҡабатлана. Ниһайәт, ихтыяр көсө таба. Тәүәккәллек — ярты бәхет, тиҙәр. Яҙмышына үҙе хужа булып, үҙ бәхетен ҡора Рауил!
Рауил кеүектәр Ер шарын әйләндерә2006 йылда эшһеҙ ҡала, ҡатыны исеменә 50 мең һум ссуда алып ихатаһында мунса мейесе эшләй башлай. Тәүгеһен Сереккүл ауылынан бер апай алып китте, эй һөйөндө, рәхмәт әйтеп бөтә алманы, ти. Шулай итеп, ҡапҡа, ҡойма, эскәмйә, башҡа төрлө йыһаз эшләй башлай.
Бөгөн уның үҙ оҫтаханаһы бар, 150 меңгә тимер бөгә торған станок та һатып алған. Унда тимерҙе һындырып, бөгөп, ялғап, сүкеп әкиәттәге кеүек ҡапҡа, ҡойма яһап була. Буяу өсөн айырым бүлмәһе бар, әҙер тауар өсөн келәте лә эшләнгән.
Ҡышын — өс, ә йәйен ете-һигеҙ кешелек эш урыны булдырылған. Иретеп йәбештереүселәр айына 20-25 мең һум аҡса ала. Эш шарттары ла уңайлы.
Рауил: “Эскелектә лә, ялҡаулыҡта ла үҙебеҙ ғәйепле. Кеше етеш йәшәргә, тырышып эшләргә тейеш. Көнө буйы диванда ятып, телевизор ҡараһаң, берәү ҙә һиңә килтереп бирмәй”, — тигән фекерҙә.
Рауил тормошто үҙ эшен асҡанға тиклем һәм асҡандан һуңғы осорға бүлә. Үткәндәргә кире ҡайтыуҙы күҙ алдына ла килтерә алмай. “Әрәмгә үткән ғүмерем йәл булһа ла, үкенесле түгел, ошо юлдан үтмәгән булһам, бәлки, бөгөнгөм булмаҫ ине”, – ти. Кешеләргә изгелекле, ярҙамсыл Рауил ауылдың зыярат ҡапҡаһын иҫ киткес матур итеп эшләп ҡуйған.
Оло маҡсат менән йәшәгән кеше тормоштоң ығы-зығыһынан өҫтөн була бит. Ул көнләшеүселәргә, аяҡ салыусыларға ла иғтибар итмәй, үҙ эше менән була. Тормошта мал, донъя артынан ҡыуған кешенең йәшәү матурлығын күрергә, һоҡланырға форсаты ла ҡалмай тигән фекер йәшәй. Әммә Рауил файҙалы итеп ял итә белә: йыл һайын ауылдаштары өсөн шыршы байрамы үткәрә, сараларға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. Йәйен балыҡ тоторға ярата. Ғаиләһе менән ҡалаға театр, концерттарға ла барып ҡайта.
Ихтыярлы кеше үҙ маҡсатына өлгәшмәй ҡалмай. Һыҙмаларҙы эшләргә махсус рәссамы бар. Ҡайҙа барһа ла тимерҙән эшләнгән биҙәктәрҙе фотоға төшөрә, Интернеттан эҙләй.
– Йәштәргә, үҙ эшен башларға теләүселәргә ниндәй кәңәш бирер инең? – тип һорайым.
– Һөнәрле үлмәҫ, һөнәрһеҙ көн күрмәҫ, ти бит халыҡ. Иң башта үҙеңде еңергә, ихтыяр көсөңдө туплап алдағы тормошоңа маҡсат ҡуйырға тейешһең. Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй. Үҙ-үҙеңә һәм Хоҙай Тәғәләгә генә ышанырға кәрәк. Тормошта кәртә, ҡаршылыҡ та күп, намыҫың таҙа, ниәттәрең саф булһа, эш үҙенән-үҙе эшләнә ул, – ти уңған әңгәмәсем.
Ғәлимә ҒӘЛИЕВА.
Илеш районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 277

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 1 509

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 1 415

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 1 176

Төньяҡ-көнсығыш  нисек йәшәй?

Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй? 26.02.2019 // Эшҡыуар

Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең...

Тотош уҡырға 1 022

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 1 404

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 1 740

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 1 757

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 2 393

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 1 585