Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй
Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә.

– Буҙаның шифаһы күп. Ҡунаҡты уның менән һыйлау – хөрмәт күрһәтеү билдәһе. Витамин һәм минералдарға бай буҙа ашҡаҙан, бөйөр, бауыр, нервы системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта, – ти Гөлназ Фәнис ҡыҙы. – Туҡлыҡлы ла, файҙалы ла эсемлегебеҙгә ҡарата һуңғы йылдарҙа иғтибар артты. Ауыл-ҡалаларҙа буҙа байрамдары үткәрелеп тороуы – быға асыҡ дәлил.

Милли эсемлегебеҙҙе яһау серҙәрен әсәйем Дилә Вәлләм ҡыҙынан өйрәндем. Ул үҙ сиратында күршеһе Рәйфә Шаһи ҡыҙынан отоп алған. Ғөмүмән, был шөғөл хәҙер – беҙҙең ғаилә бизнесы. Ирем Дим, атай-әсәйем, ҡайны-ҡәйнәм – барыбыҙ бергә тырышабыҙ. Биш йәшлек улыбыҙ Инсар иртәнсәк күҙен асып та өлгөрмәҫтән буҙа һорай. Ҡыҙыбыҙ Мәликә лә уға битараф түгел.

Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән Яҡуповтар ғаиләһендә өлкән бала булған Гөлназ бәләкәйҙән сауҙаға ынтыла. Иҫәп-хисапҡа шәп ҡыҙҙы ата-әсәһе киләсәктә бухгалтер итеп күрергә теләй.

БДУ-ның Сибай институтындағы иҡтисад факультетын тамамлағанда Гөлназ “Башҡорт милли эсемлеге буҙа” бизнес планы буйынса диплом эше яҡлай. Артабан тырыш йәш белгескә ҡалалағы “Урал аръяғының эшлекле донъяһы” үҙәгендә ошо йүнәлештә бизнес-проект төҙөргә ярҙам итәләр. Һөҙөмтәлә Гөлназ Фәнис ҡыҙы быға тиклем ҡабымлыҡтар һатылған киоскыһына үҙе етештергән буҙаны сығара башлай.

Алкоголһеҙ, газһыҙ эсемлектәр етештереүгә сертификат алған эшҡыуар башта көнөнә ике шешә һатһа, хәҙер көн аша 150 литр милли эсемлек ҡойоп, “Орфей” кафеһына, “Яҙ” сауҙа селтәренә, “Башмаркет” сауҙа урынына, Өфө ҡалаһы магазиндарына һатыуға сығара.

Буҙаны Рәсәйҙә генә түгел, сит тарафтарҙа ла танытырға теләгән Гөлназ Фәнис ҡыҙы былтыр көҙ 500 мең һумға буҙа яһау ҡоролмаһы һатып алып, цех асҡан.


Автор: К. ИШБУЛДИНА.
Фото: Автор фотоһы.
Район: Сибай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 331

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 269

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 291

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 362

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 501