Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй?
Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларын үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтте.

Район мәҙәниәт һарайында форум ҡунаҡтарын предприятиелар һәм шәхси эшҡыуарҙар продукцияһы сағылған бай күргәҙмә ҡаршыланы. Бында шулай уҡ банк структураларының, үҫеш институттарының мәғлүмәт стендтары ҡуйылғайны. Сарала республика Хөкүмәте вәкилдәре, ведомство ҡарамағындағы һәм консалтинг ойошмалары етәкселәре, райондарҙың хакимиәт башлыҡ­тары, ауыл хужалығы предприятиелары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары белгестәре, төньяҡ-көнсығыш райондарҙың шәхси эшҡыуарҙары ҡатнашты.

Кәңәшмәлә былтыр Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш төбәген социаль-иҡтисади үҫтереүҙең урта сроклы комплекслы програм­маһына йомғаҡ яһалды. Ҡатнашыусылар бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү стандарты проекты, урындарҙа эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү буйынса муниципаль берә­мектәр алдында торған бурыстар, ошо райондарҙағы йүнселдәргә ярҙам күрһәтеү алымдары тураһында доклад тыңланы.
Алдынғы райондар табыш килтергән проекттарҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән тәжрибә уртаҡлашты, урындарҙағы муниципалитет етәкселәре осраған проблемалар хаҡында фекер алышты. Дыуан районы хакимиәте башлығы Фаил Мөхәмәҙиев ошондай сараларҙың мөһимлеген билдәләне.

Сараға йомғаҡ яһап, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Илшат Тажетдинов, бындай форумдар етәкселәр өсөн дә, министрлыҡ өсөн дә бик файҙалы, сөнки үҙ-ара бәйләнеш бар, проблемаларҙы ишетәсәктәр һәм хәл итәсәктәр, тип билдәләне.


Автор: Р. ХӘСӘНОВ әҙерләне
Фото: myaltai.com


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 277

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 1 509

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 1 415

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 1 176

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 1 404

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 1 740

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 1 757

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 2 393

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 1 585

Донъя беҙ аңлағандан ҡатмарлыраҡ

Донъя беҙ аңлағандан ҡатмарлыраҡ 04.01.2019 // Эшҡыуар

Илдар Ғәбитовтың “Был донъяны ирҙәр төҙөгән” тигән мәҡәләһе (2018 йыл, 7 декабрь) мине уйланырға...

Тотош уҡырға 1 126