Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа...

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған.

“Дмитриев” крәҫтиән (фермер) хужалығын һәр йәһәттән дә өлгө итеп ҡуялар районда. Бер генә миҫал: Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан ойошторолған тантанала иң күп бүләк ошо ойошма вәкилдәренә тапшырылған. Шәхси эшҡыуар Олег Дмитриев 2015 йылдан эшмәкәрлеген баҡсасылыҡ һәм үҫемлекселек йүнәлештәрендә алып бара.

Олег Мефодиевич быға хәтлем төрлө урында һәм төрлө йүнәлештә тир түккән, хатта уҡытыусы булып та эшләгән. Оло ҡошҡа иркен дала кәрәк тигәндәй, әле ҙур плантацияла еләк-емеш үҫтереү менән мәшғүл.

– Кескәй генә майҙанда соҡсо­ноу­ҙан бер ниндәй ҙә фәтүә юҡлы­ғын күптән аңланым, – тип һөйләй Тимирязев исемендәге Рәсәй аграр университетын тамамлаған Олег Дмитриев. – 28 ауылдашымдың пай ере миңә беркетелгән. Йыл аҙа­ғында һәр береһе менән иҫәпләшәм, ауылдаштарымды йәй миҙгелендә ваҡытлыса эшкә алам.

Бөгөн Рождественка ауылының уңған фермеры 20 гектар ерҙә ер еләге, тағы ла алма (алты гектар), ҡурай еләге (дүрт гектар), ҡарағат (10 сутый) үҫтерә, бынан тыш 170 гектар майҙанға иген культуралары һәм 63 гектар ергә күп йыллыҡ үлән сәсә. “Тимирязев”, “кокинский”, “золушка” кеүек сорттарға өҫтөнлөк биргән, үҫентеләрҙе шулай уҡ Голландия һәм Италия илдәренән дә алып ҡайтҡан.

Әңгәмәсемдең һүҙҙәренә ҡара­ғанда, эшен ғаиләһенән тыш күҙ алдына ла килтерә алмай. Бухгалтерия эшен алып барған ҡатыны Альбина менән илебеҙҙең баш ҡалаһында танышҡан. Чебоксар ҡыҙын Ҙур театрҙа осратҡан. Өлкән улы Алексей Мәскәүҙә йәшәй, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты. Ғалим булараҡ, уның ярҙамын ныҡ тоялар. Леонид иһә техниканы энәһенән ебенә тиклем белә.

Олег Мефодиевич бер нисә йүнәлештә эш итеү хужалыҡты һәр йәһәттән дә үҫтерә, тормош менән бергә атларға өйрәтә, халыҡҡа эш урындарын арттырыу мөмкинлеген бирә тип һанай.

Эшҡыуар, Шаран районы һәм уның эргә-тирәһендәге төбәктә сауҙа итеүҙән тыш, баш ҡала баҙарын да яулаған. Йыл һайын Өфөлә Сипайлово биҫтәһендәге һәм Спорт һарайындағы һатыу нөктәләренә, йәрминкәләргә килеп кәсеп итәләр икән.

Олег Дмитриев: “Хеҙмәттән ял таба йөрәк”, – тип ихлас йылмайҙы беҙҙең менән хушлашҡанда. Ысынлап та, уның әйткәндәре менән килешмәү мөмкин түгел.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 140

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 329

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 435

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 184

Төньяҡ-көнсығыш  нисек йәшәй?

Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй? 26.02.2019 // Эшҡыуар

Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең...

Тотош уҡырға 164

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 636

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 649

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 1 457

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 434

Донъя беҙ аңлағандан ҡатмарлыраҡ

Донъя беҙ аңлағандан ҡатмарлыраҡ 04.01.2019 // Эшҡыуар

Илдар Ғәбитовтың “Был донъяны ирҙәр төҙөгән” тигән мәҡәләһе (2018 йыл, 7 декабрь) мине уйланырға...

Тотош уҡырға 294