Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Арҡайым” йәмле һәм йәнле

Кейемең — килбәтле, үҙең һиммәтле бул.

“Арҡайым” сауҙа йорто ҡаланың үҙәгендә, Салауат Юлаев проспектында урынлашҡан. Бер яҡтан, төрлө биҫтәләрҙән килеп йөрөргә бик тә уңайлы булһа, икенсенән, сауҙа йорто ҡала үҙәгенә үҙенсәлекле йәм һәм йәнлелек өҫтәй. Бында һәр саҡ халыҡ күп була.

Сауҙа йортонда “Магнит” магазины, кейем-һалым, көнкүреш тауарҙары, балалар өсөн тауар­ҙар һәм уйынсыҡтар һәм башҡа бутиктар, шулай уҡ дарыухана урынлашҡан. Тормош-көнкүреш өсөн кәрәкле тауарҙарҙың бер урында һатылыуы халыҡ өсөн айырыуса уңайлы. Ҡала буйлап магазин эҙләп йөрөргә түгел.

“Арҡайым”да ҡырҡлап эш­ҡыуар сауҙа эшмәкәрлеген алып бара. Уларҙың һәр береһе һатып алыусыларҙы йәлеп итеү өсөн тауарҙарҙың сифатлыһын ғына һайлап ҡайтарырға, хеҙ­мәт­ләндереү мәҙәнилеген күтә­рергә тырыша. Мәҫәлән, Алена Феликс сауҙа үҙәге асылған тәүге көндән башлап ҡатын-ҡыҙҙар өсөн өҫ кейеме һата. Рәзилә Путинцева аҫыл заттар­ға матур-матур күлдәктәр тәҡ­дим итә. Валентина Цыплухина менән Динә Мотрич үҙҙә­ренең магазинын балалар ке­йем­дәре һатыуға көйләгән. Марсель Абыҙгилдин ир-егеттәр өсөн зат­лы кейем менән сауҙа итә.
Кескәйҙәргә мауыҡтырғыс уйынсыҡтар алырға теләгән ата-әсә иһә Лилия Огурцова янына юл тота. Йәштәргә модалы сумка­ларҙы Резеда Рәхмәтул­линаның сауҙа нөктәһендә һайларға була.

Күреүебеҙсә, тауар ассортименты буйынса эшҡыуарҙар бер-береһен ҡабатламай. Магазиндан магазинға йөрөп, халыҡ әйтмешләй, баштан аяҡ кейенергә мөмкин. Аҡсаң ғына булһын.

Шуны ла әйтәйек, сауҙагәр­ҙәр тауарҙы халыҡтың зауығына тура килтереп тәҡдим иткән бер ваҡытта, уларҙың һатып алыу һәләтен дә иҫәпкә ала. Сауҙа йортона район ауылдарынан да халыҡ күп килә. Уларҙың тү­ләү мөмкинлеген ҡала халҡы­ныҡы менән тиңләштереү урынлы булмаҫ ине. Асыҡ­лабыраҡ әйтһәк, эшҡыуарҙар сауҙаны социаль йүнәлешле итергә тырыша. Был инде айырым маҡтауға лайыҡ.

Һәр кем, үҙаллы эшләүгә ҡа­ра­маҫтан, “Арҡайым” сауҙа йорто коллективы берҙәм, татыу. Ҡыйын саҡта бер-бере­һе­нә терәк булып, шатлыҡты уртаҡ­лашып йәшәйҙәр. Эшҡы­уарҙар­ҙың бер коллектив булып туп­ланыуы сауҙа йорто директоры Вәзимә Ғатауллинаның ойоштороу һәләтенән дә килә. Был вазифаны ул ун йыл дауамында башҡара. Һатыу­сыларға ла, һатып алыусыларға ла иғтибар­лы, ихтирамлы, талапсан ул. Етәк­сенең был сифаттары Сау­ҙа йортоноң дөйөм эшмәкәрле­гендә ыңғай сағы­лыш таба.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 277

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 1 509

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 1 415

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 1 176

Төньяҡ-көнсығыш  нисек йәшәй?

Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй? 26.02.2019 // Эшҡыуар

Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең...

Тотош уҡырға 1 022

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 1 404

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 1 740

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 1 758

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 2 393

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 1 585