Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уңыш символы ла, зауыҡ билдәһе лә

Яңы йыл алдынан яңы күҙлек һайла.

Бер танышым күптән түгел күҙ табибында булып сыҡҡандан һуң, күҙлек һайлаш әле, тип мине лә үҙе менән оптика салонына саҡырҙы. Үҙем күҙлек кеймәйем, шуға ла дуҫыма ниндәйен тәҡдим итергә икән тип уйлана башланым. Матбуғат йортонан сығып, юл аша ғына яңы асылған “Мастер Зрения” оптика селтәренә инеп сығырға булдым.

Буяу еҫе таралып та өл­гөрмәгән салонда күҙлектәрҙең ниндәйе генә юҡ, күҙ ҡама­шырлыҡ. Хаҡтары ла ҡиммәт түгел, етмәһә, ошонда уҡ үҙеңә кәрәклеһенә заказ да бирергә була, төрлө линзалар ҙа һаталар бында. “Яңы асылһаҡ та, һатып алыусыларҙан күпләп заказ ҡабул итә башланыҡ, хатта баш ҡалаға күрше ятҡан райондарҙан да киләләр”, — ти һатыусы ҡыҙҙар.

“Мастер Зрения” оптика салоны хужаһы Динар Әхтәр улы Шаһиевты эш урынында тап иттек. 24 йәшлек йәш эшҡыуар Әбйәлил районының Ишҡол ауылынан булып сыҡты. Тәүге оптика селтәрен бөтмөр егет тыуған яғында — Асҡар ауылында аса, аҙаҡ Учалы ҡала­һында, Күгәрсен районының Йомағужа ауылында, Сибай ҡалаһында булдыра. Бөгөн оптика салондары Магнитогорск, Баймаҡ төбәктәрендә лә уңыш­лы эшләй.

2019 йылдың ғин­уарында Благовар районының Языков ауылында ла оптика салоны үҙ ишектәрен асасаҡ. Эшҡыуар ҡулланыусыларға контактлы линзалар, әҙер күҙлектәр, ҡояштан һаҡлаған ҡара күҙлектәр, тирәстәр тәҡдим итә. Бынан тыш, бушлай күреү һәләтен тикшерәләр, ҡатмарлы күҙлектәрҙе иһә бер тәүлек эсендә эшләп бирәләр.

“Күҙ — кешенең иң мөһим ағзаларының береһе, шуға ла һәр кем күреү һәләтен тикшереп торорға тейеш, — ти һатыусы ҡыҙҙар. — Ә күҙлектәр иһә кешенең зауығын билдәләй, хатта ниндәйҙер кимәлдә уңыш символы ла”.

— Мәктәп осоронда уҡ был бизнес менән бер аҙ таныш инем, ҡыҙыҡһыныуым да бул­ғандыр инде. Һабантуйҙарҙа, ауылда үткән төрлө байрам­дарҙа ҡояштан һаҡлаған күҙ­лектәр һатырға тура килде. Мәскәүҙә уҡыған саҡта ла оп­тикаларға инеп, хаҡтары менән таныша инем, — ти эшҡыуар. — Тыуған яҡтарға ялға ҡайт­ҡанда туғандарым, дуҫ-иштәрем менән аралашҡанда, сифатлы күҙлек һәм линзалар алырға күрше Магнитогорск ҡалаһына йөрөүҙәрен белеп, атай-әсәйем менән кәңәшләшкәндән һуң, конкурентлыҡ булмаған район үҙәгендә салон асырға ҡарар иттем.
Динар, әлбиттә, тәүҙә ҡур­ҡыңҡырай, эшем килеп сыҡ­маһа, тип тә уйлана. Әммә егеттең борсолоуҙары юҡҡа була, тәүге көндәрҙән үк һатып алыусылар оптика селтәренә “һөжүм” итә.

Бөгөн Динар Әхтәр улы 25 кешегә эш урыны булдырған. Әле эшҡыуар билдәле “Hoya”, “Crizal”, “Alcon”, “Johnson& Johnson”, “RB” фирмалары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, уның үҙ һатып алыусылары ла барлыҡҡа килгән.

Тырыш егеттең киләсәккә уй-хыялдары етерлек. Ул 2019 йыл аҙағына тиклем рес­публиканың һәр район үҙәгендә һәм ҡалаһында оптика сел­тәрҙәре асыу маҡсаты менән йәшәй. Бының өсөн ул эш­ҡыуарлыҡтың яңы ысулдарын өйрәнә, заманса алымдарҙы үҙләштерә, уларҙы ғәмәлдә ҡулланырға тырыша. Йыш ҡына тәжрибәле эшҡыуарҙар менән осрашып аралашырға ла ваҡы­тын сарыф итә, һатып алыу­сының ихтыяжын өйрәнә. Бынан тыш, йәш эшҡыуарҙы төрлө семинар, тренингтарға ла саҡы­ралар, ул үҙ үҫеше өсөн аҡсаһын йәлләмәй.

— Киләсәктә халыҡты сифатлы тауар менән тәьмин итеү һәм уларҙың күңелен яулау өсөн барыһын да эшләйә­сәк­мен, шөкөр, бының өсөн дәртем дә, көсөм дә бар, — ти эшҡыуар. — Хеҙмәттәштә­ремдең эшенән ҡәнәғәтмен, уларҙың һәр бере­һе һатып алыусының зауығына яуап бирерлек күҙлектәр һәм башҡа әйберҙәр тәҡдим итеп, бурысын намыҫлы башҡара.

Йәш эшҡыуар ай һайын тиерлек һатып алыусылар ара­һында төрлө конкурстар ҙа ойоштора, мәҫәлән, бер меңлек әйбер һатып алғандар ара­һында ҡиммәтле бүләктәр уйнатыла. Бынан тыш, бүләк-сертификаттар ҙа һатып алыу­сыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.

Әйткәндәй, Динар Әхтәр улы “Рәсәйҙең йәш эшҡыуары-2018” конкурсында еңде. Ул — күп кенә байрам саралары бағыу­сыһы ла. Эшҡыуар ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләр­ҙең, инвалид балаларҙың яҙмышына битараф түгел, йыш ҡына уларға ярҙам ҡулы һуҙа.


Автор: Самат ҒӘЛИН
Район: Өфө ҡалаһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 140

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 329

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 435

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 184

Төньяҡ-көнсығыш  нисек йәшәй?

Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй? 26.02.2019 // Эшҡыуар

Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең...

Тотош уҡырға 164

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 453

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 636

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 649

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 1 457

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 434