Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Еләк-емештең өҙөлөргә етешкән мәле
Еләк-емештең өҙөлөргә етешкән мәлеЯл көндәрендә берәүҙәр һыу инергә, тәбиғәткә ашыҡһа, икенселәр ҡышҡылыҡҡа еләк-емештән төрлө ҡайнатма, һут әҙерләүҙе хәстәрләй. Әлбиттә, баҡсалылар үҙҙәре үҫтергән уңыш менән кинәнә, ундай мөмкинлеге булмағандар иһә йә һатып ала, йә тәбиғәт ҡосағына юллана. Ҡайҙа еләк бар икән, тип эҙләнеп йөрөргә теләмәгәндәр был мәсьәләне питомниктар ярҙамында хәл итә.


Әйткәндәй, әле республикала еләк-емеш үҫтерелгән 12 питомник бар. Беҙ уларҙың береһендә – Рөстәм Урмановтың крәҫтиән (фермер) хужалығында булдыҡ.
– Һуңғы йылдарҙа был шөғөлгә тотонғандар күп. Былтыр ғына өс кеше ошо йүнәлештә үҙ эшен асты. Йүнселдәрҙең артыуына ҡы­уанабыҙ, сөнки улар беҙҙән үҫентеләр һатып ала, тәжрибә уртаҡлашабыҙ, – ти Рөстәм Рәйес улы.
Әле хужалыҡтың 25 гектар майҙанды биләгән ике питомнигы бар. Уларҙа алмағас (25 төр), ҡарағат (30 төр), күпләп груша, ҡурай, ер еләктәре үҫтерәләр. Быйыл һигеҙ мең төп алмағас, бер мең төп груша үҫентеләрен һатыуға сығарғандар.
Рөстәм Рәйес улы Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлағас, Бөрө дәүләт сорт участкаһына мөдир булып эшкә ҡайта. Колхоз-совхоздар тарҡатылғас, булғанды һаҡлап ҡалыу өсөн уға крәҫтиән (фермер) хужалығы асырға тәҡдим итәләр. Шулай итеп, 2004 йылдан Рөстәм Рәйес улы ҡатыны Гөлшат Зөлфәр ҡыҙы менән питомник өсөн яуаплылыҡты үҙ иңдәренә ала. Әле лә улар төп йүнәлештән тайпылмай, еләк-емеш ағастарының төрлө сорттарын сығарыуҙы дауам итә, яҡшыларын районға таратыу өҫтөндә эшләй.
– Питомникта эш йыл буйына бара. Яҙҙан көҙгә тиклем бөтөн хеҙмәтебеҙ еләк-емештән яҡшы уңыш алыуға йүнәлтелһә, ҡыш ағастарҙы кимереүселәрҙән, ҡоротҡостарҙан һаҡлау сараһын күрәбеҙ, ботаҡтарҙы ҡырҡабыҙ, – ти Гөлшат Зөлфәр ҡыҙы.
Ул йәш сағынан бында агроном булып эшләгән, шуға ла иренең уң ҡулы. Әлбиттә, икәүһе генә бөтәһенә лә өлгөрә алмай, шуға ла элекке хеҙмәттәштәрен ярҙамға саҡыралар.
Хәҙер бәғзеләр баҡсаһында картуф үҫтерә һалып бармай, ә емеш ағастарын күпләп ултырта. Был иһә Урмановтарҙың үҫентеләренә ихтыяжды арттыра, уларҙы үҙебеҙҙең райондарҙан ғына түгел, күрше Пермь өлкәһенән дә килеп алалар.
Питомниктың даны тирә-яҡҡа таралған. Емеш-еләк өлгөрә башлағас та халыҡ бында күпләп ағыла. Яҡшы йылдарҙа 12 тоннанан ашыу ер һәм ҡурай еләктәре, ҡарағат һаталар. Һорағандарҙың ҡайһы берҙәренә етмәй ҙә ҡала, ти Урмановтар.

Бөрө районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 277

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 1 509

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 1 415

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 1 176

Төньяҡ-көнсығыш  нисек йәшәй?

Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй? 26.02.2019 // Эшҡыуар

Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең...

Тотош уҡырға 1 020

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 1 404

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 1 740

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 1 757

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 2 393

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 1 585