Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҡсаға хужа була белергә кәрәк
Сәсеүлек майҙанын киңәйтеү яңы эш урындарына юл аса

Аҡсаға хужа була белергә кәрәкДим тарафтарына юл төштө. Атап әйткәндә, хозур тәбиғәтле һәм арҙаҡлы шәхестәргә бай Миәкә районына. Төп маҡсат – төбәктең тын алышын белеү. Район хакимиәте башлығы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ришат Аҡтуғанов, ҡылды ҡырҡҡа ярырҙай булып йөрөһә лә, беҙҙең менән осрашыуға ваҡыт тапты. Алыҫтан уҡ уның йылмайып килеүе бар тулҡынланыуҙы ҡул менән һыпырып ташлағандай юҡҡа сығарҙы ла ҡуйҙы.


Ауыл йөҙө

“Ваҡытығыҙ ҡыҫтау былай ҙа...” тип һүҙ башларға иткәйнек, “уңайһыҙланмағыҙ, бөтәһе лә һәйбәт” тип беҙҙең янға күсеп ултырҙы.
Уңғандарҙың тырышып мал аҙығы әҙерләүе, игенселәрҙең химик утау кеүек мәшәҡәттәргә күмелеүе һәм башҡа уй-ниәттәре тураһында бәйнә-бәйнә һөйләп, бар республикаға күрһәтерлек алдынғы хужалыҡтарының береһе менән таныштырҙы. Ә уға хәтлем ауыл тураһында һүҙ барҙы. “Ауылдың йөҙө туранан-тура кешеләрҙең кәйефенә бәйле, ә инде һәр береһенең шөғөлө булһа, был икеләтә шатлыҡ. Әгәр берәйһе үҙенең эшен асам тиһә, ҡыуаныстың сиге юҡ, уға мөмкин тиклем ярҙам итергә тырышабыҙ. Ул предприятие эшләй башлау менән ауыл яңы һулыш кисерәсәк. Артабан да ошо йүнәлештә эште дауам итәсәкбеҙ”, – ти Ришат Ғәбдрәшит улы.
Аҡсаға хужа була белергә кәрәк“Дружба” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бесән сабыу эшен тулыһынса яйға һалған. Предприятие етәксеһе Азамат Гәрәевтең һүҙҙәренә ҡарағанда, үҙеңә бурыс итеп алғанды ваҡытында осламаныңмы, уға башҡалары өҫтәлә. “Бөгөнгө эшеңде иртәгәгә ҡалдырма, шул саҡта һин барыһының да танауына сиртерһең” тигән һүҙҙәр менән сәмләндереп тора етәкселек эшсәндәрҙе.
Етәксенән үҙ хеҙмәткәрҙәренең уға ышаныс кимәле хаҡында һораным.
– Әгәр ҙә ситен ҡараш, ситтән көлөп ҡарау күренештәре бар икән, бында эшләп йөрөүҙән ни фәтүә? – тип үҙенең ныҡлы ҡарашын белдерҙе әңгәмәсем. – Бөгөн – һин, иртәгә ул етәксе тигәндәй, был вазифа мәңгелеккә бирелмәгәнен беләм. Һәр береһенә ҡарата иптәштәрсә мөнәсәбәт булдырғанмын, һәр кем менән ихлас һөйләшеү яғындамын. Килеп ингән кешене ишектән кире бороп сығарыу — минең өсөн ят сифат. Хужалыҡтағы илленән ашыу эшсе татыу ғаиләгә әйләнде. Кемдер бәләкәй генә кәңәшкә мохтаж, икенселәр матди ярҙамға өмөт итә. Ғөмүмән, етәксе кешегә асыҡ күңел, ихласлыҡ сифаттары хас булһын.

Эш урының булыу – бәхет

Фермер 51 кешене эш урыны менән тәьмин иткән, тип әйткәйнек инде. Иң мөһиме — уларға эш хаҡы ваҡытында түләнә, тимәк, һәр береһе социаль йәһәттән яҡланған.
Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән Азамат Гәрәев Нәркәс Мөхәмәтшинаны, Рәсим Шәйгәрҙәновты, Зилә менән Лилиә Хәбибуллиналарҙы маҡтап телгә алды. Михаил Кортюков менән һөйләшкәндә уның тормошто яратыуы, ҡәнәғәтлек тойғоһо кисереп ғүмер итеүе һәм күңел биреп эшләүе һиҙелде.
– Хәҙер бөтөнләй бүтән заман килде, аҡылды эшкә егәбеҙ, – тип үҙенең фекерен еткерҙе механизатор. – Көсәнмәй эшләүгә күсеүҙе бер нимә лә алмаштыра алмай! Техника өр-яңы, ваҡытында көйләп, күҙәтеү үткәрһәң, боҙолоуға юл ҡуйылмай.
Фермер эш барышында алдынғы технологияларҙы ҡулланыуын билдәләне. Яңы эш урындары булдырыу ҙа күҙ уңында тотола икән. “Бойҙай арзан булмаһын, һөткә хаҡ төшмәһен ине” тигән теләген дә еткерҙе ул.
Ҡайһы бер хужалыҡтар төпкөлдә урынлашҡан. Запас частар алыу өсөн район үҙәгенә барып ҡайтыу кәм тигәндә ярты көн ваҡытты ала. Был тәңгәлдә “дружба”лар бәхетле. Сытырбаш ауылындағы һауын һыйырҙарын иҫәпкә алмағанда, хужалыҡтың сәсеүлектәре Ҡырғыҙ-Миәкә янында урынлашҡан.
Сәсеүлек майҙаны иһә ун мең гектарҙан ашыу ерҙе тәшкил итә. Шул иҫәптән күп майҙанға иген культуралары сәсәләр.
– Бәләкәйме ул йәки ҙурмы, һәр кем үҙенең донъяһында хужа булырға тейеш, – тип һөйләй Азамат Салауат улы. – Әле һәр тин ҡәҙерле, аҡсаға хужа була белергә кәрәк, уны тегеләй-былай сарыфлау замандары күптән үтте. Нисек кенә булмаһын, башта хеҙмәткәрҙәрҙең мәнфәғәтен ҡайғыртырға бурыслыһың. Фермерлыҡҡа тотонғанһың икән, тик ошо юлдан атларға кәрәк. Сәсеүлек майҙанының артыуы иһә яңы эш урындарына юл аса. Быны инҡар итеү мөмкин түгел.

Туйындырыусы ла, һыйындырыусы ла

Беҙҙе оҙата сыҡҡан әңгәмәсемдән: “Һеҙҙең өсөн ер нимә?” — тип һораным. Ел ыңғайына талғын ғына бәүелгән туҡ башаҡтарҙы һыйпап, бына нимә тине ул:
– Элек өлкәндәрҙән “һин ерҙе бер ҡат туйҙырһаң, ул һине ун тапҡыр туйҙырыр” тигән әйтемде йыш ишеткәнем булды. Йәш саҡта уға әллә ни әһәмиәт бирелмәгән. Ҡайһылай аҡыллы һүҙҙәр. Еребеҙҙе алтын урынына күреү һәр йәһәттән дә отошло. Һәр беребеҙ уға һаҡсыл ҡараш булдырайыҡ.
Йәштәрҙең ергә берегеп йәшәүе, эшмәкәрлеген йәйелдереүе һөйөндөрә. Күрше райондарҙың береһендә саҡта йәш белгестең агроном итеп алыныуына шаһит булғайным. Биш йыл Башҡортостан дәүләт аграр университетында уҡыған. Диплом алғандан һуң бер көн дә ял итмәйенсә баҫыуға юлланыуын ғорурланып һөйләнеләр. Имән ҡаты ергә төпләнер, тибеҙ. Йәштәрҙең ауылға ҡайтыуы, нигеҙ ҡороуы, ергә яҡынайыуы – шатлыҡлы күренеш.

Миәкә районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 207

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 399

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 505

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 219

Төньяҡ-көнсығыш  нисек йәшәй?

Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй? 26.02.2019 // Эшҡыуар

Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең...

Тотош уҡырға 199

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 507

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 698

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 740

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 1 485

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 519