Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Өйрәнгәнең – үҙеңә, бәйләгәнең – һатыуға”
“Өйрәнгәнең – үҙеңә, бәйләгәнең – һатыуға”Мәғлүм булыуынса, был төбәк элек-электән шәл бәйләү оҫталары менән дан тота. Шөғөлдө лайыҡлы дауам итеүселәр араһында уңған ханым Гөлбаныу Иҙрисова ла бар.

Ибрай ауылы ҡыҙы был һөнәргә бала сағынан уҡ өйрәнеп, нескәлектәренә төшөнөп үҫә. Әсәһе Сәхипбаныу заманында иң оҫта шәл бәйләүселәрҙең береһе була, уның ҡул эштәрен хатта сит төбәктәрҙән дә һорап киләләр. Инәй был һөнәргә ҡыҙҙарының алтыһын да өйрәтә. Ярыша-ярыша шәл бәйләгән ғәзиздәренең һәр береһенә айырым иғтибар бүлеп, яңылышлыҡтарын ваҡытында күрһәтеп, аңлатып барырға ла өлгөрә.
Гөлбаныу 1970 йылда ошо уҡ ауылдағы егеткә кейәүгә сыға. Тап йәштәрҙең өйләнешкән көнөндә Ибрайҙа Ильич лампалары ҡабына. Бәхетле йәшәй улар: бынамын итеп донъя көтәләр, дүрт балаға ғүмер бирәләр. Һатыусы булып эшләгән Гөлбаныу бала саҡтан белгән шөғөлөн бер ҡасан да ташламай.
– Мин бәйләгән шәлдәрҙе бергә ҡушһаң, тотош Башҡортостанды урарға етер ине, – тип йылмая ул. – Яратҡан кәсебем донъя көтөүгә лә, балаларҙы уҡытыуға ла ярҙам итте. Уның бер ниндәй ҡыйынлығы юҡ, киреһенсә, буш саҡта ҡулда бәйләм булмаһа, ниҙер етешмәгән кеүек тойола башлай.
Шәлдәренең матурлығы иһә һушты алмалы. Ниндәй генә биҙәк юҡ уларҙа: “һалма”, “кәкерсәк”, “бесәй табаны”, “сылбыр”, “йәтәс”... Күҙ нурҙарын түгеп, ҡул, күңел йылыһын һалып бәйләгәнгә, ҡул эштәренең һәр береһенән, гүйә, нур, яҡтылыҡ бөркөлә.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Гөлбаныу Әхмәтдин ҡыҙы яратҡан шөғөлөнә ныҡлап тотона. “Әхирәттәр менән кис бәйләм тотоп, үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштары, ҡыуаныстары менән уртаҡлашып ултырып, ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәй ҡала, – ти ул. – Бер кистә генә шәлде байтаҡ ыратып ҡуябыҙ. Ҙурлығына ҡарап, уны дүрт-алты көндә тамамларға мөмкин”.
Гөлбаныу Әхмәтдин ҡыҙы “Башҡорт шәле” конкурстарында даими ҡатнаша, урындар яулай. Күңелгә яҡын шөғөлдөң, алда әйтелгәнсә, ғаилә ҡаҙнаһын тулыландырыуҙа ла өлөшө ҙур. Әсәһенең “Өйрәнгәнең – үҙеңә, бәйләгәнең – һатыуға” тигән һүҙҙәрен онотмаған оҫтабикә әле лә ҡулынан бәйләмен төшөрмәй.

Ейәнсура районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 205

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 395

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 503

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 218

Төньяҡ-көнсығыш  нисек йәшәй?

Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй? 26.02.2019 // Эшҡыуар

Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең...

Тотош уҡырға 198

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 506

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 697

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 740

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 1 485

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 519