Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дарыу – аяҡ аҫтында
Дарыу –  аяҡ аҫтындаБыҙау, һарыҡ, кәзә бәрәстәре таҙа-һау булып үҫһен өсөн витаминлы ризыҡтар кәрәклеген яҡшы беләбеҙ. Өҫтәүенә дарыу үләндәре лә йыйылһа, мал өсөн кәрәкле “йәшел дарыу­хана” әҙерләнһә, хужаның да күңеле тыныс булыр. Бының өсөн әллә ни күп тә кәрәкмәгән һымаҡ. Уның ҡарауы, дарыу гелән ҡул аҫтында, кеҫәгә лә һуҡмай. Мал өсөн иң киң таралған дарыу үләндәренән ат ҡуҙғалағын, андыҙ, әрем, меңъяпраҡты, емештәрҙән муйыл, ҡара ҡарағатты билдәләргә кәрәк.


Йәш малдың эсе ауыртҡанда ат ҡуҙғалағының тамырын, япраҡтарын, орлоғон файҙаланалар. Ҡоро тамыр­ҙарҙы ике-өс йыл буйы һаҡларға мөмкин. Ҡалған ерен йылдан ашыу тотмайҙар. Бер ҡайнатма өсөн 100 грамм орлоҡ, кипкән япраҡ йәки 50 грамм ваҡланған тамырҙы 10-15 минут ҡайнаталар.
Ҡара ҡарағаттың япраҡтарын йыйып, күләгәлә киптерәләр. Бер литр һыуға 20-30 грамм япраҡ һалып 10 минут ҡайнаталар. Быҙауға ауырығандың тәүге көнөнә 200-250 миллилитр һалып, һөт бирер алдынан бер сәғәт элек эсерәләр.
Муйылдың емешенән дә, ҡайыры­һынан да йәш малдың эсе киткәндә ҡайнатма ҡайнаталар. Бер литр һыуға 100 грамм иҙелгән емеш алына ла 10-15 минут ҡайнатыла. Уны 300 миллилитрлап йылы килеш эсерәләр. Һөткә тиклем ярты сәғәт элек бирәләр.
Ашҡаҙан-эсәк юлдары ауырыу­ҙарына ҡаршы ябай кесерткәндән дә яҡшыһы юҡтыр. Ҡайнатма өсөн йәшел кесерткәндең япрағын урайҙар ҙа ҡайнатылған һыу ҡоялар. Мәҫәлән, быҙауҙы дауалау өсөн тәүге көндә һәр өс-дүрт сәғәт һайын ошо ҡайнатманы ғына бирәләр (500 миллилитр). Икенсе көнөнә һөт эсерерҙән 30 минут алда бирәләр. Ҡайнатма әҙерләү өсөн бер литр һыуға 50 грамм ваҡланған кесерткән һалалар ҙа 5-10 минут ҡайнаталар.
Ирәүәндең йәш быҙауҙарға ла, һыйырға ла файҙаһы, дауаһы шулай уҡ баһалап бөткөһөҙ. Уның кипкән тамырҙарынан ҡайнатма әҙерләйҙәр. Бының өсөн ваҡланған тамырға ҡайнап торған һыу ҡоялар (1:5-10) һәм бер сәғәткә ҡаплап ҡуялар. Ҡайнатманы көнөнә ике-өс тапҡыр эсерәләр. Ваҡланған тамыр өлөштәрен һуңынан ҡатнаш аҙыҡҡа ҡушһаң да ярай. Малдың аҙыҡ һеңдереүен яҡшыртыу өсөн һыйырҙарға 20-40 грамм, быҙауҙарға 2-10 грамм иҫәбенән ваҡланған тамыр бирәләр.


Автор: Т. МУСИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 210

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 399

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 507

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 219

Төньяҡ-көнсығыш  нисек йәшәй?

Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй? 26.02.2019 // Эшҡыуар

Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең...

Тотош уҡырға 201

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 508

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 702

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 741

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 1 487

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 520