Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙ-үҙеңде ҡайғыртып
Рәсәйҙә хеҙмәт йәшендә булған граждандарҙың тағы бер категорияһы бар. Улар – үҙ эше менән мәшғүл кешеләр. Кемдәр һуң улар? Шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙармы?

Үҙенә генә эшләгәндәргә аныҡ ҡына билдәләмә юҡ. Рәсәй Пенсия фонды сайтында был турала “шәхси эшҡыуарҙар, крәҫтиән (фермер) хужалығы етәкселәре, адвокаттар, арбитраж идарасылар, нотариустар һәм башҡа шәхси ғәмәлдәр менән шөғөлләнгән кешеләр” тиелһә, Федераль һалым хеҙмәте бындай граждандарҙы “шәхси эшҡыуар булмаған һәм ялланма эшсе көсө ҡулланмайынса шәхсән хеҙмәт күрһәткән физик берәмектәр” тип атай.
Ысынлап та, халыҡтың был ҡатламы ер менән күк араһында аҫылынып тора кеүек. Беҙҙең илдә хеҙмәт йәшендәге 75 миллион кеше иҫәпләнә, әммә рәсми рәүештә эшләгәндәр һаны 48 миллион ғына. 27 миллион граждан ҡайҙа? Нимә менән шөғөлләнә? Ҡайҙан килгән килемгә йәшәй? Аңлашыла, был кешеләр табыш килтергән ниндәйҙер эшмәкәрлек алып бара бит, юғиһә астан үләсәктәр. Шулай ҙа улар иҫәптә тормай, һалым түләмәй. Бының сәбәптәре лә бар: эшһеҙлек, страховка иғәнәләре буйынса финанс йөкләмәләре арҡаһында эш биреү­селәрҙең яллаған хеҙмәткәрҙәрен рәсми теркәмәүе, шәхси эшҡыуарҙар иңенә ятҡан билдәләнгән һалым иғәнәләренең һиҙелерлек ҙур булыуы, пенсия ҡануниәтенең даими үҙгәреүе һәм хаҡлы ялда лайыҡлы түләүгә шикләнеү. Ошолар айҡанлы, граждандар дәүләткә ышанып бөтмәй һәм үҙ-үҙенә эшләргә мәжбүр.
Улар ниндәй өлкәләрҙә эшмәкәрлек йәйелдерә һуң? Башлыса ваҡлап һатыу һәм көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеүҙә. Беренсенән, бындай ваҡ-төйәк хеҙмәт­тәргә ихтыяж ҙур, икенсенән, был осраҡта клиенттар документ-фәлән һорап тормай.
Дәүләт органдары ошо “күләгәле” хеҙмәт баҙары менән төрлөсә көрәшә. Үҙ эше менән мәшғүл кешеләргә, шәхси эшҡыуар булып теркәлмәйенсә, хаҡы йылына 20 мең һумдан артмаған патент алырға ла, ике йылға шундай патентты бушлай бирергә лә, ике йыл төрлө иғәнәләр түләмәйенсә патентһыҙ ғына һалым теркәүе үтергә лә тәҡдим ителде. Һөҙөмтәлә һуңғы вариантта туҡталдылар.
Үҙ эшен алып барған кешеләр исемлегенә тәүҙә байтаҡ һөнәр эйәләре индерелгәйне: йорт хеҙмәткәрҙәре, фотографтар, таксистар, дизайнерҙар, тәржемәселәр, ирекле журналистар, программалаусылар, ювелир әйберҙәр ремонтлаусы оҫталар, торлағын ҡуртымға биреүселәр, сәс киҫеүселәр, маникюр эшләүселәр.
Аҙаҡ был исемлек ҡыҫҡара килеп, өс кенә төр ҡалды. Һөҙөмтәлә быйыл үҙ эше менән мәшғүл граждандар катего­рияһына балаларҙы, ауырыуҙарҙы, 80 йәштән өлкәндәрҙе һәм тәрбиәгә мохтаж башҡа кешеләрҙе ҡарау; репетиторлыҡ хеҙмәттәре; йорт хужалығын алып барыу һәм торлаҡ биналарҙы йыйыштырыу ҡарай.
Хәҙер был “бәхетлеләр”гә законһыҙ эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән өсөн енәйәт яуаплылығы янамай. Бары тик һалым инспекцияһына ниндәй эшмәкәрлек алып барыуҙы хәбәр итергә кәрәк. Әммә ике йыллыҡ “һалым каникулы”нан һуң ике юлдың береһен һайларға тура киләсәк: шәхси предприятие сифатында теркәү үтергә йәки шөғөлөңдө туҡтатырға.
Тик шуныһы, был программа эшләп китмәне. Үҙенең ваҡ законһыҙ бизнесы тураһында тейешле органдарға ил күләмендә бер нисә йөҙ генә кеше хәбәр иткән. Башҡалар һалым органынан уттан ҡурҡҡандай шөрләй, ахыры. Йәнәһе, тәүҙә теркәйәсәктәр, аҙаҡтан барлыҡ иғәнәләрҙе мәжбүри түләтәсәктәр. Былтырғы йыл һөҙөмтәләре буйынса, бындай граждандар һаны, киреһенсә, һигеҙ процентҡа артып, 18 процент тәшкил иткән. Ни әйтәһең, чиновниктар һүҙендә торормо-юҡмы – берәү ҙә гарантия бирә алмай шул.
Был юҫыҡта эш дауам итә. 26 июндә ил Президенты Владимир Путин Федераль һалым хеҙмәте етәксеһе Михаил Мишустин менән осрашты. Унда үҙ эше менән мәшғүл граждандар темаһы ла күтәрелде.
Атап әйткәндә, әле ундай кешеләргә һалым органына килмәй генә теркәлеү мөмкинлеген биргән махсус механизм – мобиль ҡушымта проекты эшләнә. Унда шулай уҡ түләмдәрҙе махсус белешмәләр һәм документтарһыҙ, отчет бирмәйенсә генә башҡарыу форсаты ла күҙаллана. Йыл аҙағында шәхси эшҡыуарҙар түләгән страховка иғәнәләрен дә һалымдың үҙенә ҡушырға тәҡдим ителде. Бындай технологияны 2019 йылдың 1 ғинуарынан тәжрибә рәүешендә дүрт төбәктә – Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһендә, Калуга өлкәһендә, Татарстанда һынап ҡараясаҡтар.
Өҫтәүенә Федераль һалым хеҙмәте “күләгә”нән сыҡҡан йүнселдәрҙе “үҫешкә һалым капиталы” менән бүләкләмәксе. Һалым түләргә ризалашҡан үҙ эше менән мәшғүл кешеләргә теркәү үткәндә 10 мең һум күләмендә аҡса бирәсәктәр. Уларҙан тауар һатып алған һәм хеҙмәтенән файҙаланған граждандарға хаҡтың 1,5 проценты күләмендә һалым ҡайтармаһы алырға ла рөхсәт итмәкселәр.
Мәшғүллек өлкәһендә яңылыҡтар индереүҙең ни менән барып бөтөрө билдәһеҙ. Шулай ҙа дәүләт яйлап-яйлап бизнесты “күләгә”нән закон киңлегенә сығара бара. Тимәк, теркәүһеҙ эшмәкәрлек алып барыу ҙа торған һайын ҡыйы­ныраҡҡа төшәсәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 318

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 379

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 334

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 284

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 357

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 321

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 257

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 490