Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иғтибар үҙәгендә – Стәрлебаш районы
Иғтибар үҙәгендә – Стәрлебаш районыСтәрлебаш районы Өфөнән 182 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Яҡындағы тимер юл станцияһы – Стәрлетамаҡта (57 километр). Райондағы иң боронғо ауылдар: Стәрлебаш (1680 йылда нигеҙ һалынған). Айҙарәле һәм Түбәнге Ибрай ауылдарына Ырымбур янындағы Татар Ҡарғалыһы ауылы татарҙары нигеҙ һала. Улар ерҙе аҫаба башҡорттарҙан һатып алған.
Стәрлебаш ауылы революцияға тиклем үҙенең боронғо, ҙур, атаҡлы мәҙрәсәһе менән билдәле булған. Ул мәҙрәсә 1640–1660 йылдарҙа асылған һәм Петр I тарафынан 1720 йылда рөхсәт ителгән. Сәбәбе – Стәрлебаш мәҙрәсәһенә килеп уҡыған ҡаҙаҡ-ҡырғыҙ шәкерттәре аша, киләсәктә яулап алынырға тейешле Урта Азия ерҙәрендәге хәлдәр тураһында мәғлүмәт йыйыу. Урал, Урта Азия, Иҙел буйҙарында уны “Кесе Бохара” тип атағандар.
Иғтибар үҙәгендә – Стәрлебаш районыРайон 1930 йылдың 20 авгусында Стәрлетамаҡ кантонының Федоровка, Ҡалҡаш, Ергән улыстары ерҙәрендә, Ҡарағош районы булараҡ ойошҡан. 1931 йылдың 6 мартынан Стәрлебаш районы итеп үҙгәртелә. 1963 йылда Мәләүез һәм Стәрлетамаҡ райондарына ҡушылған. 1964 йылдың 3 мартында яңынан булдырылған.
Район Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында, Ырымбур далалары башланған ерҙәр менән сиктәш урында урынлашҡан. Көньяҡ-көнсығышта Миәкә, көньяҡта Ырымбур өлкәһе һәм Федоровка, көнсығышта Мәләүез, төньяҡ-көнсығышта Стәрлетамаҡ райондары менән сиктәш. Майҙаны 1609 квадрат километр тәшкил итә.
Тәтер, Күндерәк, Стәрле, Ҡуғанаҡ, Өршәк, Ашҡаҙар йылғалары менән йыуыла.
Иң эре ауылдар: Стәрлебаш, Тәтер-Арыҫлан, Ҡуғанаҡбаш, Буҙат, Айҙарәле. Районда башҡорттар, татарҙар, урыҫтар һәм сыуаштар бер ғаилә булып йәшәй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 277

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 1 509

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 1 415

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 1 176

Төньяҡ-көнсығыш  нисек йәшәй?

Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй? 26.02.2019 // Эшҡыуар

Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең...

Тотош уҡырға 1 020

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 1 404

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 1 740

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 1 757

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 2 392

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 1 584